Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 806 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮЛБАБА
кого положиться. Күл кеүек йәки күлдәй 1) иңе-буйы ҙур. □ Очень большой. Кул кеуек шәл; 2) бик мул, күп. □ Обильно, много. ■ Тәҙрәнән ай карай, кулдәй йондоҙҙар йымылдаша. 3. Биишева.
КҮЛБАБА (Р.: кульбаба осенняя; И.: hawkbit; T.: sarı bir çiçek) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған һөңгө япраҡлы, һары сәскәле, бәпембәгә оҡшаған үлән (сәскәһе иртәнсәк асыла, төштән һуц йомола). □ Кульбаба осенняя (лат. Leontodon). Кулбаба сәскәһе. Кулбаба тамыры. ■ Туҙғанакҡа бик окшаған һөңгө япраҡлы кулбаба уләне иртук сәскә ата, ә көндөҙгө сәғәт 2—3-тәргә уныц сәскәләре ябыла. В. Ғүмәров.
КҮЛБЕТЕҮ (күлбет ) (Р.: вызвать обилие; И.: produce abundance, plenty; T: bol etmek) ҡ.
1. Күп, мул итеү; эркелдереү. □ Вызвать обилие (чего-л. жидкого). Бутҡаға кулбетеп уҫемлек майы һалыу. Һыйырын кулбетеп һауа. ■ Йылға һыуы ташып туғайға сыҡты ла, кубәләрҙе кулбетеп, ағыҙып алып китте. Т. Морат.
2. Мул, иркен итеү. □ Делать пышным. Кулбетеп кулдәк тектереу. Кулбетеп ябынып йөрөй шәлен.
КҮЛБЕҮ (күлбе-) (Р: быть обильным; И.: be abundant; T: bol olmak) ҡ.
1. Күп, мул булып эркелеү, йәйелеү (шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Быть обильным, быть в большом количестве (о жидкостях). Кулбеп ятыу. И [Вася:] Эй, әсәй, бутҡаңдың кулбегән майы туңғандыр инде, шуға асыуланаһыңдыр. Һ. Дәүләтшина.
2. Мул, иркен булыу. □ Быть пышным, объёмистым. Кулбеп торған кулдәк. Кулбеп торған шәл. ■ Мәғфурә Ғәзимәнең ҡыҙыл сатин кулдәк, йәшел ебәк яулыҡ, батышай еләндәре кулбеп, һуҙ ҙә ҡушмай текәңләп киткәненә арттан ипләп кенә куҙ һалды. һ. Дәүләтшина.
3. Йомшаҡ ерҙә иркенләп, йәйрәп китеү.
□ Рассесться, испытывая полный покой, блаженство. Кулбеп ултырып сәй эсеу. Кат-ҡат яҫтыҡ өҫтөндә кулбеп ултырыу.
■ Аҫтына ҡат-ҡат яҫтыҡ һалған да, кулбеп ултыра. Т. Морат.
КҮЛ БОҒАҺЫ и.
İ. зоол. диал. ҡар. мөншөгөр. ■ Кул боғаһының төнгө һауаны яңғыратҡан серле тауышы был ҡошто белмәгән ҡайһы бер кешеләрҙең куңеленә шик һалып килгән. Д. Бураҡаев.
2. миф. Башҡорт ышаныуҙары буйныса, күл эйәһе булып тороусы ҡош. □ Мифологизированная птица, выпь. доел. Водяной бык (по представлениям башкир, дух озера).
КҮЛ БУҒАҺЫ и. зоол. диал. мөншөгөр.
■ [Кул буғаһы] ҡарғанан бәләкәйерәк төн ҡошо. Э. Ишбирҙин.
КҮЛДӘК (күлдәге) [боронғо төрки көңләк] (Р: рубашка; И.: shirt; T.: gömlek) и.
1. Йоҡа тауарҙан махсус өлгө менән теккән, бер ҡаттан торған өҫ кейеме. □ Рубашка, рубаха, сорочка (мужская)', платье (женское). Ебәк кулдәк. Сатин кулдәк. Сигеуле кулдәк. Балалар кулдәге. Ирҙәр кулдәге. Катын-ҡыҙ кулдәге. И Хаят әллә нисә төрлө кулдәктәре араһынан кукһел ебәк кулдәген һайлап кейҙе. Һ. Дәүләтшина. Коҙағыйҙар әберкәле кулдәктәрен, уның өҫтөнән уҡалы камзулдарын, уның өҫтөнән еләндәрен, сулпылы, тәңкәле ҡашмауҙарын .. кейеп алдылар. Ф. Иҫәнғолов. Зөлхизәнең өҫтөндә алтын уҡалар менән сигелгән ал ебәк кулдәк, ҡолағында алтын алҡалар, муйынында ынйы-мәрйен муйынсалар. 3. Биишева. • һәр кемдең уҙ кулдәге уҙ тәненә яҡын. Мәҡәл.
2. Һаҡлау көсөнә эйә булған, кешене тәбиғәттән айырып торған мификлаштырыл-ған предмет. □ Платье, рубашка (мифологизированный предмет; отличающий человека от мира природы, имеющий обережную функцию). ■ Кулдәгең ҡотло булһын. Теләктән.
♦ Ауыл күлдәге диал. кеше араһына сыҡҡанда кейгән күлдәк. □ Платье на выход.
■ Хәҙер минең кейем-һалым да ауылдағыса тугел, хатта яҡшыға кейә торған ауыл кулдәгелә тугел — ҡаласа тегелгән сатин кулдәк, бумажный булһа ла — салбар. Т. Йәнәби.
КҮЛДӘКЛЕ (Р: в рубашке; И.: shirt; T: gömlekli) с.
806