КҮЛ ЙЫУАҺЫ
Күлдәк кейгән. □ В рубашке, в платье. И Беҙ, ҡапҡанан сығып, ҡойма буйлап, ку-пергә төшкәндә, ҙур ике ҡатлы йорттоц көнъяғында, веранда баҫҡысында аҡ кулдәкле ике ҡыҙ баҫып тора ине. Д. Юлтый.
КҮЛДӘКЛЕК (күлдәклеге) (Р.: отрез на рубашку, на платье; И.: shirting; T.: gömleklik) и.
Бер күлдәккә етерлек итеп ҡырҡылған тауар. □ Отрез на рубашку, на платье. Ебәк кулдәклек. Ситса кулдәклек. ■ Байгилде ағай уларға [ҡыҙҙарға] шау биҙәк кук ситсанан кулдәклек тә алып ҡайтты. 3. Биишева. һиңә тигән ебәк кулдәклектец иц затлыһын икәу алырбыҙ. Ә. Атнабаев. [Ямал:] Эй, Мәҙинәкәйем, ҡыҙҙар магазинға әллә нисә килә. Ул кулдәклек алһындармы, яулыҡ алһындармы. Минән сығалар ҙа, тегенсегә йу-герәләр. Ш. Насыров.
КҮЛДӘКСӘН (Р.: в одной рубашке; И.: in shirt only; T: sadece gömlekte) р.
Күлдәк өҫтөнән бер ни кеймәй, күлдәк кенә кейгән көйө; ялан күлдәк. □ В одной рубашке, в одном платье (без верхней одежды). Кулдәксән эшләу. И Беҙ бәләкәй саҡта, уҫтерә тип, ҡойоп ямғыр яуғанда сәғәттәр буйына кулдәксән йөрөй торғайныҡ. Р. Ғабдрахманов. Ул кулдәксән ҡалған. Өҫтөндәге йыртыҡ туны, башынан бурке ырғытылған, ситкә ташланған. Ғ. Хәйри.
КҮЛДӘК-ЫШТАН (Р: бельё; И.: white goods; underclothes; T.: çamaşır) и. йыйн.
Ирҙәрҙең йоҡа кейеменең дөйөм исеме; күлдәк менән ыштан. □ Бельё (мужское). И Кулдәгемде, салбарымды һалдырып алдылар. Ғәләмәт ҙур аҡ кулдәк-ыштан кейҙерҙеләр. М. Кәрим. Эс яҡтан Фәхриҙең тауышы ишетелде һәм оҙаҡламай ул, эске кулдәк-ыштан көйө генә, аяғына ҡуңалтаҡ ҡата кейеп, ишекте килеп асты. Б. Бикбай.
КҮЛДӘК-ЫШТАНЛЫҠ I (күлдәк-ыштанлығы) (Р: отрез на бельё; И.: (cloth) suitable for making underwear; T: çamaşırlık) и. иҫк. йыйн.
Күлдәк һәм ыштан тегеү өсөн туҡыма. □ Отрез на бельё (для шитья белья). Кулдәк-ыштанлыҡ алыу. ■ Ғәбделнасирға кәзәкилек, балаларға кулдәк-ыштанлыҡтар, кәләпуш-тәр.. сығарып,.. һикенең буш урынына таратып һалды. М. Ғәли.
КҮЛДӘК-ЫШТАНЛЫҠ II (Р: достаточный на бельё; И.: cloth enough for making underwear; T: çamaşırlık) c.
Күлдәк-ыштан алырлыҡ. □ Достаточный на бельё. Кулдәк-ыштанлыҡ аҡса.
КҮЛДӘНӘН (Р: случайно; И.: accidentally; T.: tesadüfen) р. иҫк.
Осраҡлы ғына, көтмәгәндә. □ Случайно, без причины. ■ Кулдәнән булған эш юҡ ул, ҡалай булһа ла, һәр нәмәнең берәй сәбәбе була. А. Таһиров.
КҮЛДӘНӘНГЕ (Р: случайный; И.: accidental; T: tesadüfi) с. иҫк.
Осраҡлы ғына булған. □ Случайный. Кулдәнәнге эш. Кулдәнәнге осрашыу.
КҮЛЕК (күлеге) (Р: вьючное животное; И.: pack animal; T: mekkare) и. иҫк.
Артмаҡлы мал (am, дөйә). □ Вьючное животное (лошадь, верблюд, осёл и т. д.). Кулек булһа, утынға барыр инем.
КҮЛЕМ (Р: промежуток; И.: break; Т: aralık) и.
1. Ҡыр эшендә: бер ял иткәндән икенсе ял иткәнгә тиклемге эш ваҡыты. □ Промежуток, пора (между перерывами во время полевых работ). Иртәнге кулем. Киске кулем. М Иртәгеһен Ғәйшә менән Ғәзизә улдарын армияға оҙатты. Шуға иртәнге кулемдә эшкә сыҡманылар. Й. Гәрәй. Бабайҙың өс кулемдә һөрәһен был малай [Бармаҡ] бер кулемдә бөтөрҙө, ти. Әкиәттән.
2. Шул эш араһындағы ял ваҡыты; һыуһын. □ Перерыв (во время полевых работ). Кулем еткән. Кулемгә туҡтау. И Әле кулем етмәгән, ҡайтыу яғын һөйләйҙәр. Халыҡ ижадынан. Был ниндәй ваҡытһыҙ туҡтау, был ниндәй ҡырын ятыу?! Кулем тиһәң — кулем тугел, төшлөк тиһәң — төш тугел. С. Ҡудаш.
КҮЛ ИНӘҺЕ и. миф. ҡар. күл эйәһе. ■ Кул инәһе айҙың ун дуртенсе көнөндә һыу өҫтөнә сыға, ти. Башҡорт мифологияһынан.
КҮЛ ЙЫУАҺЫ (Р.: лук угловатый; И.: allium; Т: allium) и. бот.
Һыулы һаҙлыҡ ерҙә үҫә торған йомшаҡ сөсө йыуа. □ Лук угловатый (лат. Allium ап-gulosum). ■ Ғәҙәттән тыш һутлы һәм татлы булып ҡотороп уҫкән кул йыуаһы, ҡаҡы,
807