Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 808 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮЛКЕТЕҮ
ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ уләндәре уныц тәненән ауырыу-һыҙлауҙы ҡыуып сығарҙы. 3. Биишева.
КҮЛКЕТЕҮ (күлкет-) (Р.: залить всё кругом; И.: bathe; T: su basmak) ҡ. диал.
Күп итеп эркелеү, баҫыу. □ Залить, заполнить всё кругом (о воде). Кулкетеп ямғыр ҡойҙо. И Ямғыр яуғайны кулкетеп, бысраны бит кулдәге. К. Кинйәбулатова.
КҮЛКЕҮ (күлке-) ҡ. диал. ҡар. күлбеү 1. Кулкеп ағыу.
КҮЛМӘК I (күлмәге) (Р: платье; И.: dress; T.: elbise) и.
1. диал. Күлдәк. □ Платье. Ебәк кулмәк. Балалар кулмәге. ■ Килен куп итеп кумәс бешергән дә, кейеп барырға кулмәк эҙләп, ауылға сығып киткән. Халыҡ ижадынан.
2. Бөртөклө ашлыҡтарҙың тышы; көп. □ Шелуха, семенная оболочка. Бойҙай кулмәге. Игенде кулмәгенән айырыу, һоло кулмәге. Кулмәкле бойҙай.
КҮЛМӘК II (күлмәге) (Р: окно в болоте; И.: gap, opening; T.: bataklıkta açıklık) и. диал.
Үлән баҫҡан күлдең асыҡ урыны. □ Окно в болоте, трясине. Балыҡсыларҙың кәмәһе кулмәккә килеп сыҡты. ■ Һыу алырға барҙым кулмәккә, ҡарап торҙом йөҙгән урҙәккә. Халыҡ йырынан.
КҮЛ ПӘРЕЙЕ и. миф. ҡар. күл эйәһе.
■ Һылыу ҡыҙ — кул пәрейе — һыуҙан сығып, йырҙарын тыңлап торҙо, сәсен тарап. Ш. Бабич.
КҮЛ САРЛАҒЫ и. зоол. диал. ҡар. карабаш сарлаҡ. ■ [Кул сарлаҡтары] кумәк-ләшеп йылға һәм кул өҫтөндә осоп йөрөйҙәр.
Э. Ишбирҙин.
КҮЛ ҮГЕҘЕ и. зоол. диал. ҡар. мөншөгөр.
■ [Кул угеҙе] ҡурҡҡанда, ҡойроғона ултыра һәм, муйынын өҫкә һуҙып, ҡатып ҡала.
Э. Ишбирҙин.
КҮЛ ЭЙӘҺЕ (Р: дух озера; И.: spirit of a lake; T: göl iyesi) и. миф.
Башҡорт мифологияһында: күлдең хужаһы (башлыса ул ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә була). □ Дух озера. ■ Айыу һәйбәтләп кенә урынынан торған, алғы аяҡтары менән кул эйәһен бәрә тотоп алып, шунда уҡ ергә йығып һалған. Әкиәттән.
КҮЛӘГӘ [боронғо төрки көләгә] (Р: тень; И.: shade; T.: gölge) и.
1. Ниҙеңдер ышығындағы ҡояш төшмәгән урын. □ Тень, затенённое место. Ситән куләгәһе. Өй куләгәһе. Куләгә ҡороу. Куләгәлә ултырыу. ■ Иртән дә төшә куләгә, кис тә төшә куләгә. Ғ. Әхмәтшин. Иптәш менән .. ағас куләгәһендә һөйләшеп ултырабыҙ. Т. Йәнәби.
2. Кеше йәки берәй нәмәнең ут, ҡояштан төшкән шәүләһе; күләткә. □ Тень от чего-л. Кеше куләгәһе. Ағас куләгәһе. Куләгә төшөу. ■ Әпләс бабай .. ике ҡулын баш аҫтына ҡуйып, ҡыуыш куләгәһенә салҡан төшөп һуҙылып ятты. Һ. Дәүләтшина. Тирә-яҡҡа йәйелгән сафлыҡ, ҡар өҫтөнә ағастарҙан төшкән зәңгәр куләгәләр, ынйы бөртөктәре һымаҡ емелдәгән яландар һоҡландыра мине. Ш. Янбаев. Кук йөҙөндә йөҙгән болоттоң куләгәһе төшә битеңә. Сеңләүҙән. • Бер ҡайындың куләгәһе бөтөн илде ҡапламаҫ. Мәҡәл. Куләгәһеҙ тауҙан биҙ. Мәҡәл.
3. кусм. Ниҙеңдер насар шауҡымы, тәьҫире. □ Влияние, воздействие. ■ Ете ҡат тир сығара торған, куңелдэге куләгәләрҙе тарата торған ауыр эш булһын. Ш. Насыров. Әйткеләне миңә яҡындарым:моңһоуыраҡ һуңғы йырҙарың. Эйе, уларға бит төшмәй ҡалмай куләгәһе уҙған йылдарҙың. Ғ. Рамазанов.
4. кусм. Ауыр хистең йөҙҙәге сағылышы. □ Тень (на лице). Һалдаттың йөҙөндә һағыш куләгәһе.
5. кусм. Кемдеңдер ҡурсалауына, яҡла-уына ҡарата әйтелә. □ Защита, ограждение. Уларға рәхәт, ағаларының куләгәһендә тыныс ҡына тик йөрөйҙәр. ■ [Ауылда йөрөгән хәбәрҙәр] ата-әсәһенең куләгәһендә .. ултырған Гөлйөҙөмгә ныҡ ҡағылмай. Һ. Дәүләтшина.
6. этн. Әйлән-бәйлән, түңәрәк. □ Хоровод. ■ Шул урам сатында, йыуан-йыуан өйәңкеләр янында, йәштәр киске уйындар, куләгәләр ойошторалар. X. Назаров.
7. миф. Кешенең эйәрсәне. □ Тень (в башкирской мифологии — двойник человека. По представлениям башкир, с исчезновением тени человек умирал. Отсутствие тени име-
808