Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 809 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮЛӘГӘЛӘҮ
ет отрицательную семантику в верованиях, связанных не только с человеком, но и неживой природой).
♦ Күләгә кеүек бер ҙә ҡалмай (һәр ваҡыт эйәреп йөрөгән кеше йәки нәмәгә ҡарата).
□ Как тень ходить за кем. Күләгә кеуек эйәреп йөрөу. ■ Ҡара куләгә кеуек, уныц [Кобараныц] артынан ҡалманы. Б. Бикбай. Үҙ күләгәһенән үҙе куркыу ҡурҡаҡ кешегә ҡарата әйтелә. □ Бояться своей тени (о трусливом человеке).
КҮЛӘГӘ АҒАСЫ (Р.: теневое дерево; И.: tissue for shading a corpse; T.: koruyucu dokuma) u. pum.
Мәйетте йыуғанда убыр ҡағылмаһын өсөн ағас йәки тимер сыбыҡҡа беркетелгән тауар. □ Теневое дерево, закреплённая на прутьях или проволоке ткань, которой покрывают покойника во время обмывания с целью защиты его от прикосновения духа Убыр. доел. Теневое дерево. ■ Мәйеткә Убыр инмәһен тип, йыуғанда куләгә ағасы ҡуялар. Экспедиция материалдарынан.
КҮЛӘГӘ КҮРӘНЕ (Р.: осока теневая; И.: carex umbrosa; T: hasirotu) и. бот.
Дымлы, кәҫле урындарҙа үҫә торған суҡ тамырлы бейек ҡаты ҡыяҡ үлән. □ Осока теневая (лат. Carex umbrosa). Куләгә курәне сабыу. ■ Куләгә курәне курәндәр ғаиләһенә ҡарай. Куләгә курәне — аҡһыл йәшел йәки һарғылт йәшел төҫтәге куп йыллыҡ уҫемлек. Таулы-ташлы ҡаяларҙа, ялан-ҡырҙарҙа, яр буйҙарында ла уҫә куләгә курәне. Башҡортостан календарынан.
КҮЛӘГӘЛЕ (Р: теневой; И.: shadow; T: gölgeli) с.
Ҡояш төшмәгән, күләгә ышығындағы.
□ Теневой; тенистый. Куләгәле урын. Күләгәле ер табыу. И Тоҫмал ителгән урынға барып туҡтау менән йәштәр шау-гөр килеп һыу буйына төшөп китә, ә Шәрғиәгә бында ла тынғы юҡ. Кусер егет менән хеҙмәтсе ҡыҙ ярҙамында ул күләгәле ергә балаҫтар йәйергә, ашамлыҡтарҙы бушатырға тейеш. Ә. Хәкимов. Ҡунып ҡоштар һайраһалар ҙа йәшел бөҙрәләре башында, ятып йәштәр йырлаһалар ҙа еләҫ күләгәле аҫтында, һелкенмәй ул [өйәцке]. Й. Солтанов.
КҮЛӘГӘЛӘНДЕРЕҮ (күләгәләндер-) ҡ. ҡар. күләгәләү. ■ Зөлхизәнец оҙон, ҡара керпектәре, төнө буйы уйға талып, моц-ланған күҙен күләгәләндереп тора. С. Агиш.
КҮЛӘГӘЛӘНЕҮ (күләгәлән-) ҡ. төш. ҡар. күләгәләү, страд, от күләгәләү. И Йорттар, ҡаралтылар моцһоуланып, күләгәләнеп, һоро бер ҡарацғылыҡ эсенә сумып бара. Ғ. Лоҡманов.
КҮЛӘГӘЛӘТЕҮ (күләгәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. күләгәләү 1, 2. понуд. от күләгәләү 1, 2. ■ Ул [ҡарт] бөгөнгө ҙур ецеу шатлығын һис бер ниндәй куцелһеҙ иҫтәлектәр менән күләгәләткеһе килмәй ине. Һ. Дәүләтшина.
КҮЛӘГӘЛӘТТЕРЕҮ ҡ. йөкм. ҡар. күләгәләү 1, 2. понуд. от күләгәләү 1, 2. Был урынды бейек ҡоймалар менән куләгәләт-терергә кәрәк.
КҮЛӘГӘЛӘҮ (күләгәлә-) (Р: затенять; И.: overshadow; T: gölgelemek) ҡ.
1. Ҡояштан ҡаплап күләгә яһау, күләгә итеү. □ Затенять, закрывать от солнца. И Рамазан, ауыл ғәҙәте буйынса, ҡулын ҡояштан күләгәләп, салт аяҙ күкте байҡай. Ә. Хәкимов.
2. Күләгә төшөрөү, ҡараңғылау. □ Бросать тень. ■ [Инсаф] ниҙер йөҙөн күләгәләп үткәнен абайлап, етдиләнде. Г. Ғиззәтуллина. Күләгәләп ҡусҡыл бойҙайҙарҙы, .. бөҙрә башлы ап-аҡ төркөм болот үтеп бара баҫыу өҫтөнән. Ғ. Мәсғүт. Аҙыраҡ күләгәләп, [ҡатындың] бит-йөҙөнә сағылып төштө төнгө һорғолт ут. Ғ. Сәләм.
3. кусм. Кемгәлер йәки нимәгәлер хас һыҙат, сифаттарҙы асыҡ күрһәтмәй ышыҡлау, ҡаплау. □ Затенять, прятать. И Эске ярһыуы, донъяға һәм яҙмышына ҡарата нәфрәте йырылып сығып китмәһен тип теш ҡыҫып йәшәүе уны [Инсафты] күпкә өлкәнерәк күрһәткән икән. һәр саҡ төйнәлгән ҡаш, ҡурғаш ҡараштары матурлығын күләгәләп тотҡан. Г. Ғиззәтуллина. Ул [образ] психологик яҡтан аҡланмаған һәм төп герой образын күләгәләп тора. Р. Ниғмәти.
4. кусм. Насар төҫ биреү, ҡара төшөрөү. □ Придать плохой вид, очернить. Тик көтмәгәндә килеп сыҡҡан ауыр хәл Гөлсөмдөц бөтә тормошон күләгәләй ине. ■ [Ауылда]
809