Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 811 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮМГӘК
Йылғаның ҡамалып ҡалған ҡолағы. □ Стоячая пода. ■ Иҙел куләңендә, ай, кук суртан, куләцкәйе ҡороп улмәһен. Халыҡ йырынан.
КҮЛӘҢКӘ и. диал. күләгә. ■ Хәҙрәт тарантасынан төшөп, яуҙы еңеп ҡайтҡан батыр һымаҡ, балпаң-балпац баҫып, тирмә өйҙөң куләңкәһенә тушәлгән аҡ кейеҙгә барып ултырҙы. И. Көҫәпҡол.
КҮЛӘТКӘ (Р.: тень; И.: shade; T.: gölge) и.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер ут, ҡояштан төшкән шәүләһе; күләгә. □ Тень. ■ Беҙ, йәйләугә килеп еткәс, аттарҙы туғарып, һалҡын алдырырға була ағас куләткәләренә бәйләп ҡуйҙыҡ. М. Ғафури. [Дәуләтбай] боролоп сыҡты ла, ҡапҡа эргәһендәге келәттең куләткәһенә барып ултырып, байҙың сәй эсеп бөткәнен көтөргә булды. И. Көҫәпҡол.
2. кусм. Үҙ ҡиәфәтен юғалтып, ҡарасҡыға әйләнгән кешегә ҡарата; шәүлә. □ Призрак. Куләткә кеуек булғанһың.
3. диал. ҡар. күләгә 1. ■ Ала ат ашай бирһен тип уйлап, [Шакир] арба аҫтына ку-ләткәгә инеп, салҡан төшөп ятты. Һ. Дәүләтшина.
КҮЛӘҮ (Р: лужа; И.: pool; T: su birikintisi) и. диал.
Күләүек. □ Лужа. ■ Шиңгән генә ине гөлдәр һәм сәскәләр, туңған ине кескәй куләуҙәр. Р. Ниғмәти. Таштуғай ҙа буйы куләу-куләу, куләуҙәре уның ҡороһон. Халыҡ йырынан.
КҮЛӘҮЕК (күләүеге) (Р: небольшое озеро; И.: small lake; T.: küçük göl) и.
1. Бәләкәй күл. □ Небольшое озеро, озерце. ■ Куләуектә тәлмәрйендәр баҡылдаша.
3. Биишева. Таштуғай ҙа буйы, ай, куләуек, куләуек тә тугел — һаҙ икән. Халыҡ ижадынан.
2. Соҡорҙа йыйылып ятҡан һыу. □ Лужа. ■ Юлдағы куләуектәр фаралар яҡтыһында киң диңгеҙ кеуек куренәләр. Р. Ғабдрахманов. Тора-бара ямғыр ҙа шәбәйҙе. Юлдағы соҡор-саҡырҙар куләуеккә әйләнде. Картотека фондынан.
КҮЛӘҮЕКЛӘНЕҮ (күләүеклән-) (Р: образоваться (о луже); И.: form pools; T: küçük göl oluşmak) ҡ.
Күләүек барлыҡҡа килеү; соҡорға һыу йыйылыу. □ Образоваться (о луже)’, накапливаться (о воде). ■ Һары һыу, серек таҡта араларынан һарҡып уткәнгәлер инде, куләуекләнеп йыйылырға өлгөргән. Й. Солтанов.
КҮЛӘҮЕКЛӘҮ (күләүеклә-) (Р: образовать лужи; И.: form pools; T: küçük göl oluşmak) ҡ. диал.
Күләүек барлыҡҡа килтереү. □ Образовать лужи. Урамдарҙы куләуекләп ямғыр ҡойҙо.
КҮЛ ЯҒАҺЫ (Р: мелководная прибрежная часть озера; И.: lake’s shallow part; T: göl kenarı) и.
Күл башындағы яр буйы. □ Мелководная прибрежная часть озера. И Кул яғаһы кук тирәк, кук тирәктең һаны юҡ. Халыҡ йырынан. Буҙса тай Заятуләкте алып осто. Алты-ете көн бер ҙә туҡтамай китеп, һигеҙенсе көн, ҡояш сығыр ваҡытта, ҙур бер кулдең яғаһына барып туҡтаны. М. Ғафури.
КҮМГЕЛ (Р: с синеватым оттенком; И.: bluish; T.: mavimsi) с.
Күккә тартым (төҫкә ҡарата). □ С синеватым оттенком, посинелый. Кумгел кул. Кумгел болоттар. ■ Кырҙағы ҡамылдар ҙа .. көҙгө ямғыр, ҡояш, ел-дауыл шойҡаны менән кумгел төҫкә ингән. Ғ. Дәүләтшин.
КҮМГЕЛЕК (күмгелеге) (Р: земляная завалинка; И.: mound of earth round a peasant hut; T.: yığmak) и. диал.
Нигеҙ тупрағы. □ Земляная завалинка. Нигеҙҙең кумгелеге.
КҮМГЕЛЛӘНЕҮ (күмгеллән-) (Р: приобретать синеватый оттенок; И.: become blue; T.: mavileşmek) ҡ.
Күмгел төҫкә инеү. □ Приобретать синеватый оттенок, синеть. Алыҫтағы тауҙар кумгелләнеп тора. ■ Берәуһенә [приказчиктарҙың] шулай тигәйнем, оҡшаманы, йөҙө кумгелләнеп китте. С. Агиш.
КҮМГЕЛТ с. ҡар. күмгел. Кумгелт төҫтәге кулдәк.
КҮМГЕС и. диал. ҡар. кәтмән 1,1. Кумгес менән картуф кумеу.
КҮМГӘК (күмгәге) (Р: синяк; И.: bruise; T.: morluk) и.
811