КҮМҺЕҮ
буйындағы суҡ тирәк төбөнә, икеһен бер ҡәбергә күмделәр. Халыҡ ижадынан. Мәрхүмде күмгән көндө мал-тыуар, ҡош-ҡорт көйһөҙләнә. Башҡорт мифологияһынан.
8. күсм. Бик күпләп, өҫтө-өҫтөнә биреү (һорау, эшкә ҡарата). □ Заваливать (вопросами, работой). Һорауҙар менән күмеп ташлау. Эш менән күмеү.
9. күсм. Өҫтөнлөк алып баҫыу, һиҙҙермәй, ҡаплау. □ Превалировать, превосходить. Төрлө тауыштар бер-береһен күмеп китә. ■ Халыҡ үҙ бәхет шишмәһен күмергә бер кемгә лә, бер ваҡытта ла юл ҡуймаҫ. Б. Бикбай. [Йырсы — аккомпаниаторға:] йырсыны тыңла, уны үтеп китмә, тауышын күммә! Р. Солтангәрәев.
10. күсм. Күп һанда булдырып мулыҡтырыу; сумдырыу. □ Щедро наделить чем, осыпать. Бәхеткә күмеү. Данға күмеү. Сәскәгә күмеү. ■ Түңәрәк ай нурға ерҙе биҙәй, баҡсабыҙҙы күмә алтынға. Ғ. Мәсғүт.
11. күсм. Таралып тотош биләү, солғау; сумдырыу. □ Наполнять. Моңға күмеү. Нурға күмеү. ■ Йәшлегемде иҫкә алған һайын, шатлыҡ күмгән һайын күңелде, тағы ла бер ҡат күҙ алдынан үтә матурлығы тыуған илемдең. Ғ. Сәләм. Ә ҡыҙ керпектәрен елпеп бер уға [уны тошөрөүсегә], бер алдында ятҡан донъяға ҡараған да үҙен бәхеткә күмгән был кешегә рәхмәт йөҙөнән йылмайған. Ә. Вахитов. Берҙән-бер көндө, көтмәгәндә, Дим буйҙарын моңға күмеп, кемдер тальянын һыҙҙырып ебәрҙе. Ф. Рәхимғолова.
КҮМЕШЕҮ (күмеш-) ҡ. урт. ҡар. күмеү 1—4,6,7. взаимн. откүмеү 1—4,6,7. Сөгөлдөр күмешеү. Соҡорҙо күмешеү. ■ Берәр соҡор ҡаҙығандан һуң, Аҙнабай Миләүшә менән мине лә үҙҙәре янына саҡырып алды. Беҙ, икәүләшеп, улар ултыртҡан бағаналарҙың төбөн күмешеп йөрөнөк. Ф. Әсәнов. Сәлимәне күмешергә йыйылған халыҡты саҡырып, мулланан аят уҡытҡанда, Рәхимә үҙе, илаулап йөрөп, уларҙы һыйлашты, һ. Дәүләтшина.
КҮМЕШТЕРЕҮ (күмештер-) (Р: кое-как засыпать; И.: bury slightly; cover with earth; T: gömmek) ҡ.
Унан-бынан, арлы-бирле генә күмеү (1— 3). □ Кое-как засыпать, завалить, прикопать. Картуфты күмештереп сығыу.
КҮМЙЕҮ (күмйе-) ҡ. диал. ҡар. күмһеү 1.
Бутҡа күмйегән. Күмйегән һөт.
КҮМ-КҮК [боронғо төрки көм көк\ (Р: ярко синий; И.: bright blue; T: gömgök) с. артыҡ. дәр. ҡар. күк I. превосх. степ, от күк I.
Бик ныҡ күк төҫ. □ Ярко-синий, синий-синий; синий, посинелый, покрытый синяками. Күм-күк боҙ. ■ Күм-күк томан ҡосағына сумып, ҡыҙ балалай йоҡлай ҡайындар. Р. Ғарипов. Тимер өшөгән, яғы-яҡҡа теймәй ҡалтырана, ирендәре күм-күк булған ине. Б. Бикбай. Иртә тороп тышҡа сыҡһам, һыу өҫтө күм-күк кенә. Халыҡ йырынан. Һыу буйында күксин күм-күк булған, бөҙрәләнгән икән балан да. К. Кинйәбулатова.
КҮМ-КҮКЛӘНЕҮ (күм-күклән-) (Р: быть ярко-синего цвета; И.: be bright blue; T: gömgök olmak) ҡ.
Бик ныҡ күк төҫкә әйләнеү, күм-күк төҫтә булыу. □ Быть ярко-синего цвета; стать ярко-синим. ■ Көндәр ҡапыл йылы, ҡояшлы булып киткәс, ҡамыл төптәре йомшаҡ ҡурпылар менән ҡапланды. Улар хәҙер әллә ни ерҙән күм-күкләнеп, йылҡылдап, күҙҙең яуын алып яталар. Б. Бикбай.
КҮМҺЕК (Р: пригорелый; И.: burnt; Т: yanık) с.
Күмһегән, көйгән. □ Пригорелый, подгорелый. Күмһек икмәк. Күмһек тәм килеү. Айрандан күмһек тәм килә.
КҮМҺЕТЕҮ (күмһет-) (Р: допускать пригорание; И.: overburn; T: dibi tutmak) ҡ.
Ныҡ ҡыҙыу итеп көйҙөрөү, күмһегән тәм индереү (һөткә ҡарата). □ Допускать пригорание (молока). Н [Һөттө] ныҡ ҡайнатып күмһетеп, йә эретеп ҡуйығыҙ тағы. Т. Хәйбуллин. [Кәримә:] Һөттө күмһеткән, ахыры. Өйҙә көйөк еҫе. С. Кулибай.
КҮМҺЕҮ (күмһе-) (Р: подгорать; И.: burn slightly; T: dibi tutmak) ҡ.
1. Көйөү, көйөк тәме сығыу. □ Подгорать, пригорать, приобретать вкус, запах горелого. Күмһегән бутҡа. И Һөттө ныҡ ҡайнатма, күмһеп ҡуйыр. Я. Хамматов.
815