КҮМӘС
Ете туған .. кумәкләп һунарға сығып киткән. Әкиәттән.
КҮМӘКЛӘҮ (күмәклә-) (Р.: объединяться; И.: get together; T.: birleşmek) ҡ.
Күп булып берләшеү, йыйылыу. □ Объединяться, собираться вместе, сообща, коллективно. ® Кумәкләгән туй атҡарған. Әйтем.
КҮМӘКЛӘШЕП р. ҡар. күмәкләп. ■ Ошо балтырған ашын кумәкләшеп ауыҙ итеуҙә бик ҙур мәғәнә бар, имеш, тиҙәр, Менре илендә. Алдағы кәкук айына тиклем имен йәшәйһең икән, бергә булаһың икән, тиҙәр. К. Мәргән. Бына батырҙар ҡайтып, кумәкләшеп ит ашарға ултырғандар. Әкиәттән. Йәш балалар ашығалар тауҙа шыуып ҡалырға, кумәкләшеп һәм гөрләшеп яҙҙы ҡаршы алырға. Ф. Рәхимғолова. • Ҡырмыҫҡалар куп тугел, кумәкләшеп тау өйә. Әйтем.
КҮМӘКСЕЛ (Р: общественный; И.social; T.: sosyal) с.
Күмәк эшләү, күмәк йәшәүҙе яратыусан. □ Общественный, склонный к коллективизму. Я Үҙенең бөтә тәбиғәте менән кеше кумәксел. Уның өсөн яңғыҙлыҡтан да ҙурыраҡ язаның булыуы мөмкин тугел. К. Әхмәтйәнов.
КҮМӘРТЕЙ (Р: оптом; И.: in bulk; T.: toptan) р. һөйл.
Тотош, бер юлы; тулайым. □ Оптом. Кумәртей алынған тауар. Кумәртей һатып алыу. И Кумәртей генә аҡса алғайным, шул таралмаҫ элек тип, ҡалаға килдем әле. Ә. Вахитов.
КҮМӘРТӘ (Р: оптовый; И.: wholesale; T: toplu) с.
Күпләп, ҙур партиялар менән тулайым һатыуға йәки алыуға бәйле булған. □ Оптовый. Кумәртә хаҡ. Кумәртә хаҡҡа тауарҙар һатып алыу.
КҮМӘРТӘЛ (Р: группой; И.: in a group; T: beraber);?, диал.
Төркөм булып, бер партия булып. □ Группой, сообща. Я Өс-дурт кеше кумәртәл йыйылып алаһың да, заводҡа әрҙәнә ҡырҡаһың. Ж. Кейекбаев.
КҮМӘРТӘЛӘП (Р: оптом; И.: in bulk; T: toptan) р.
Тотошо менән бергә, бер юлы; тулайым, күпләп. □ Оптом, целиком. Кумәртәләп алыу. Кумәртәләп туләу. Кумәртәләп һатыу. ■ Һауыт-Һабаны, ҡыйбатлы туҡымаларҙы, көмөш ҡынлы хәнйәрҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙың биҙәнеу әйберҙәрен бәдәуиҙәр, артыҡ һатыулашмайынса, кумәртәләп ала ла ҡуялар. Ә. Хәкимов. Ил кургәндең курҙек бөтәһен дә, кумәртәләп килде ҡайғылар. М. Басыров.
КҮМӘС [боронғо төрки көмәч] (Р: пресный хлеб; И.: bun; T: mayasız ekmek) u.
1. Һөткә йәки майға баҫып бешерелгән сөсө икмәк. □ Пресный хлеб. Аҡ кумәс. Сөсө кумәс. ■ Кустәнәскә тигән сәй-шәкәрҙәрем, бауырһаҡ, кумәстәрем — барыһы әҙер. Ғ. Дәүләтшин. Бығаса картуф сәсергә лә яратмаған куптәрҙең йәшелсә баҡсаһында булкәле кумәс кеуек эре, ҡыҙыл помидорҙар емерелеп уҫте. 3. Биишева. Әсәйем алдыма ике һыныҡ кумәс менән бер стакан һөт ҡуйҙы. Д. Юлтый. • Туйға барһаң, туйып бар, ҡуйыныңа кумәс тығып бар. Мәҡәл.
2. Кәлгә күмеп бешерелгән икмәк. □ Лепёшка, выпекаемая в горячей золе.
3. диал. Юғары сортлы бойҙай ононан әсетеп бешерелгән икмәк. □ Хлеб из высокосортной муки (из кислого теста), булка. Кумәс бешереу.
4. һөйл. һурпаға бешкән эре йоҡа йәймә; ҡаҙаҡ һалмаһы. □ Тонкая лепёшка, сваренная в бульоне. Һурпала бешкән кумәс.
5. миф. Һаҡлау көсөнә эйә булған йола ашамлығы. □ Круглый пресный хлеб, испечённый в золе; во многих обрядах выполняет обережную функцию. Кырҡ кумәс бешереу.
+ Булмаһа булмай икән баҙарҙа сөсө күмәс нимәнелер бик ныҡ эҙләп тә таба алмағанда йәки ниндәйҙер эш-хәл тырышып-тырышып та килеп сыҡмаған саҡта әйтелә. □ О безнадёжном деле. ■ [Мин баҙарҙы] әллә нисә тапҡыр әйләнеп сыҡтым. Юҡ, булмаһа булмай икән баҙарҙа сөсө кумәс тигәндәй, яҡташтар тура килмәне. Ә. Вәли. Үҙ күмәсенә көл тартыу үҙ мәнфәғәтен уйлау. □ Заботиться о своих интересах, соотв. Своя рубашка ближе к телу. И [Хәсби:] Калай бутала эштәр. Баш та юҡ, туш тә юҡ. Һәр кем уҙ кумәсенә көл тарта. Ш. Насыров.
27- 1.0117.12
817