КҮНӘКӘЙ
Кипкән күнде, тирене, йөн балаҫты, тунды ашап, зарар килтерә торған ваҡ ҡуңыҙҙар төрө. □ Кожеед (лат. Dermestidae). Кун ҡуңыҙҙарға ҡаршы сара.
КҮНСЕ (Р.: кожевник; И.: tanner; T.: göncü) и.
Күн иләүсе, күн эшләүсе. □ Кожевник.
■ Кырҡтартмасылар, кунселәр, һөйәк вә сепрәкселәр — барыһы ла беҙҙә. Ш. Бабич. • Кунсе кунде кундерер. Әйтем.
КҮНӘ (Р.: ношеный; И.: second hand; T.: eskimiş) с. иҫк.
Кейелеп, тотолоп бер аҙ иҫкергән. □ Ношеный. Кунә сәкмән. Кунә кейем. Кунә тун.
КҮНӘК (күнәге) [боронғо төрки көнәк\ (Р: ведро; И.: bucket; T.: kova) и.
1. Һыу йәки башҡа нәмә ташый торған ҡылыслы тәрән ҡалай һауыт; биҙрә. □ Ведро. Бер кунәк һыу. Буш кунәк. Тимер кунәк.
■ Ҡайынлы ҡыҙҙары, кунәктәрен ялтыратып, һыу ала төштөләр. Б. Бикбай. Аҡъял батыр һыуҙы алып ҡайтып ултыртырға ла өлгөрмәгән, ҡарт менән ҡарсыҡ кунәккә йомолғандар, һыуҙы бөтөргәнсе эсеп тә ҡуйғандар. Әкиәттән. • Кунәгенә курә ҡапҡасы. Әйтем.
2. Шундай уҡ ағас һауыт. □ Кадка. Имән кунәк. Йукә кунәк.
3. Һөт, ҡымыҙ өсөн тиренән ыҫлап эшләнгән һауыт. □ Подойник. Кымыҙ кунәге. Һөт кунәге. И Кымыҙ эселә, туҫтаҡтар сайҡала, һабалар бешеләләр, һауын кунәктәре бушатылалар. Т. Хәйбуллин. Бер урында ҡатындар яңы һауған йылы һөттәрен ыҫлаған тиренән эшләгән кунәктәргә, һабаларға ҡойоп йөрөйҙәр. Ш. Шәһәр. [Этҡол бай] ишле бейәләрҙе һауҙырып, ҡымыҙын мискәләргә ҡойоп, һикһән кунәк ҡымыҙ яһатып, әҙерләтеп ҡуйҙы. Ғ. Дәүләтшин.
4. Икмәк әсетә торған тәпәшәк ағас һауыт. □ Квашня. Икмәк кунәге. ■ Нәфисә әсәһенә барып ниҙер шыбырҙаны. Шунан, ҡабаланып, һикенән кунәген алды ла кәбәркәгә он иләргә сығып китте. Я. Хамматов.
5. миф. Муллыҡ символы. □ Ведро ҡаҡ символ богатства, изобилия. ■ Юлға сыҡҡанда, берәй кеше тулы кунәк менән осраһа, юлың уңа. Башҡорт мифологияһынан.
КҮНӘК ҠЫЛЫСЫ (Р: ведёрная дужка; И.: bail; T.: kepçe) и.
Күнәктең ике яҡ ситенән эләктерелгән тотҡа. □ Ведёрная дужка. Кунәк ҡылысын йунәтеу.
КҮНӘКЛӘП (Р: вёдрами; И.: by the bucket; T.: kova ile) p.
Күнәк-күнәк менән, күнәге менән йөрөтөп. □ Вёдрами. Кунәкләп һыу ташыу. Ку-нәкләп йыйыу. Кунәкләп ташыу. ■ Беҙҙә ҡыҙҙар һыуҙы көршәк менән ташымайҙар .. көйәнтәләп, кунәкләп алып киләләр. 3. Биишева. Ямғыр, кунәкләп һыу ташып, беҙҙең баҡсаға ҡойҙо. Эше бөткәс, көйәнтәһен офоҡҡа элеп ҡуйҙы. Картотека фондынан. .. XXI быуатта һыуҙы кунәкләп һатып алып эсербеҙ, кеҫә телефондары аша төрлө ҡитғалар менән бәйләнешкә инә алырбыҙ, ә машиналар ташҡыны урамдарға һыймай киң майҙандар даулап ағылыр, тиһәләр, билләһи, бер кем ышанмаҫ ине. «Башҡортостан», 25 август 2011.
КҮНӘКЛӘҮ (күнәклә-) (Р: носить вёдрами; И.: carry by the bucket; T.: kova ile taşımak) ҡ.
Күнәк-күнәк итеү, күнәге менән йөрөтөү, □ Носить вёдрами. • Кунәкләгән ҡыуаҡ атҡарған, кумәкләгән яу ҡайтарған. Әйтем.
КҮНӘКЛӘП ҠОЙОУ (күнәкләп ҡой-) (Р: лить как из ведра; И.: rain cats and dogs; T.: bardaktan boşanırcasına yağmak) ҡ.
Бик шәп итеп яуыу, ҡойоп яуыу (көслө ямғырға ҡарата). □ Лить как из ведра. Ямғыр кунәкләп ҡоя. ■ Шыбыр-шыбыр яуа ямғыр, ҡоя ямғыр кунәкләп, кук кукрәй, ер тетрәй, хас йәшенде усекләп. Р. Ғарипов. Бер, шулай, ағайым менән еләктән ҡайтҡайным. Унда ла ямғыр кунәкләп ҡойғайны, шулай уҡ булмаһа ла, йәшен дә ялтлағайны. К. Кинйәбулатова.
КҮНӘК-САНАҠ (күнәк-санағы) (Р: вёдра; И.: wooden buckets and so on; T.: kovalar) и. йыйн.
Күнәк кеүек ағас һауыт-һаба. □ Вёдра, бадьи и подобная посуда. ■ Ҡыш улар [Бакай ауылдары] туғын сапҡан, кунәк-санаҡ эшләгән. Ж. Кейекбаев.
КҮНӘКӘЙ (Р: ведёрко; И.: pail; T.: küçük kova) и.
821