КҮНӘСЕК
Күнәктән бәләкәйерәк, күнәсектән ҙурыраҡ ағас һауыт. □ Ведёрко. Кунәкәйгә һалып ҡуйыу. Күнәкәй менән ташыу.
КҮНӘСЕК (күнәсеге) (Р.: маленькое ведёрко из полого ствола дерева; И.: small pail; T.: küçük kova) и.
Бәләкәй генә ағас күнәк. □ Маленькое ведёрко из полого ствола дерева. Бер күнәсек май. И Балаларҙың илашыуын ишетеп, өйҙән ҡатыҡлы күнәсек тотҡан Зариф йугереп сыҡты. Й. Солтанов. Көләйшә барып ингәндә, Йәрештең бисәһе ярманы кунәсеккә, ондо һелкәуескә бушатып тора ине. Әкиәттән.
КҮҢ I (Р.: перегной; И.: humus; T.: humus) и. диал.
Тупраҡҡа әйләнеп, тасланып ятҡан тиреҫ.
□ Перегной. Куцдә киндер яҡшы уҫә. Күң тупраҡ.
КҮҢ II (Р: жёлто-бурый; И.: brown; Т: kahverengi) с. диал.
Күң (I) тупраҡ төҫлө; көрәнһыу, һоро.
□ Жёлто-бурый, коричневый. Куң буҫтау. Куң тауар. И Ҡарт намаҙға әҙерләнде, куң буҫтау тышлы тамаҡ тунын кейеп, стена буйына һуҙылған бейек көҙгө алдында көмөш төймәләрен элде. Һ. Дәүләтшина.
КҮҢГӘК (Р: жёлто-бурый; И.: brown; Т: kahverengi) с. диал.
Көрәнһыу һоро; күң. □ Жёлто-бурый, коричневый. ■ Тик куңгәк һарыға әйләнгән йөҙө һәм ҡара янып, көрән ингән тырнаҡтары ғына был тере һымаҡ ултырған кәуҙәлә куптән инде йән әҫәре ҡалмауын һөйләйҙәр. Ә. Ча-ныш.
КҮҢЕЛ [боронғо төрки көңул\ (Р: духовный мир; И.: soul; T: gönül) и.
1. Кешенең эске рухи донъяһы; хис-тойғоһо, уй-фекере. □ Духовный мир. Куңел матурлығы. Куңел сафлығы. Ихлас куңел. ■ Куңелендә илдең кургәнен йөрөткән, йәне тарих һаҡлаусы аҡһаҡалдар .. менән һөйләштек, йыр-моңдарын тыңланыҡ.
3. Ураҡсин. Ғәжәп нәмә ул кеше куңеле. Бер ҡараһаң, ул бөтә океандарҙы уҙ ҡосағына алырға теләп ашҡына. Ә икенсе ҡарағанда, уға бер тамсы һыу ҙа етә. Ә. Вәли. • Аҡыл — ҡаҙна, куңел — йоҙаҡ, тел асҡыс. Мәҡәл. Аҡыллының теле куңелендә, аҡылһыҙҙың
куңеле телендә. Мәҡәл. Аҫылташ һыу төбөндә, аҫыл һуҙ куңел төбөндә. Мәҡәл. Куңел берлеге булған ерҙә, кейем төрлөлөгә куренмәй. Әйтем.
2. Хис-тойғолар тупланған фарази урын, хис-тойғолар сығанағы; йөрәк. □ Душа, сердце. Куңел ашҡына. Куңел йыуана. И Уның [Камилдың] бөтә ҡыланышы Емештең куңелендә ниндәйҙер шикле хәуеф уята, яҡшылығы, илгәҙәклеге яһалма тойола. 3. Биишева. Шиғриәттең төп улсәуе — кеше куңелендә юғары хистәр уятыу, уның аҡылын кешелектең тормош тәжрибәһе менән байытыу. К. Әхмәтйәнов. Үҙем йылы өйҙә булһам да, күңелем ямғыр аҫтында эшләп йөрөгән Заһитым янында ине. Ф. Әсәнов. Куккә ашһам, юлда елһәм, ярһый куңелем. М. Ғәли. Әсә куңелен диңгеҙ, тиҙәр, унда купме ынйы бар. А. Игебаев. Шағир куңеле нескә яратылған, бар донъяға моңо, көйө бар. С. Кулибай. Әле лә бит устарыма минең ҡарҙар тугел, моңдар ҡойола. Был сихри мәл моңһоу куңелемә яңы шиғыр булып уйыла. Ә. Таһирова. Был куңелде аңламаҫһың инде, ашҡына ла тора гел генә. М. Сиражи. Сәстәреңә ҡырау ҡағылһа ла, куңел ҡартаймайҙыр, курәһең. Р. Янбулатова. Куҙкәйҙәрем .. йоҡлаһа ла, куңелдәрем һине уйлайҙыр. Халыҡ йырынан. Һөйәм ысын куңел менән уҙемдең ата-әсәмде, улар олуғ, улар матур, улар донъяла иң йәмле. М. Ғафури. • Куңел — быяла, бер ыуалһа уңалмаҫ. Мәҡәл. Куңелгә килгән алға килер. Әйтем. Куңел етһә, аш етә. Әйтем. Әсә куңеле — балала, бала куңеле — далала. Әйтем. Ир куңеле — иркенлек. Мәҡәл. Йомарт кешенең куңеле — даръя. Әйтем. Кеше куңеле — ҡараңғы төн. Мәҡәл.
3. Күргән-белгәнде башта һаҡлау һәләте; иҫ, хәтер. □ Память. Куңелгә алыу. Куңелдә иҫәпләу. ■ Офоҡта һуңғы нурҙар һунгәс тә тымырға уйламаған ҡоштарҙың һайрау ы .. менән куңелгә һеңеп ҡалған яҙғы кистәр. Ш. Янбаев. Һандуғаслы яҙым алыҫ ҡалды, юлдаш инде ғумер көҙҙәрем, ләкин, бер һыҙланып, бер ҡуҙланып, куңел һағына йәшлек эҙҙәрен. А. Игебаев. • Кургән куҙҙә ҡалыр, әйткән куңелдә ҡалыр. Әйтем.
822