Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 823 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮҢЕЛ АСЫУ
4. Кешенең эске тәбиғәтен билдәләгән рухи сифаттар йыйымы. □ Духовный мир (черты характера). И Ирмен тигән егеттең әйтер һуҙе хаҡ булыр, куңеле уның аҡ булыр, яман эштән һаҡ булыр. Ҡобайырҙан. Куңеле тар булһа, мин ундай куңелдәрҙе боҙолған, тим. М. Ғафури. • Куңеле киңдең донъяһы киң. Әйтем. Куңеле ҡараның йөҙө ҡара. Әйтем. Куңеле пактың йөҙө аҡ. Әйтем. Куңеле сафтың эше саф. Әйтем. Куңеле һуҡырға юлдаш булма, куҙе һуҡырға юлдаш бул. Мәҡәл.
5. Кешенең билдәле бер ваҡыттағы рухи хәле; кәйеф. □ Настроение. Күтәренке куңел. Туң куңел. ■ Өс кон буйына ял итмәгән Хәйретдин дә уҙенең арыуын онотто. Шат куңел менән ҡунаҡтарын һыйлап: «Йә, ҡунаҡтар, етешегеҙ», — тине. Я. Хамматов. Көнгә ҡарап көлгән сәскә төҫлө, мин шат, куңелем нурға бай саҡта. Д. Юлтый. Мине хужалар ҡосаҡтарын йәйеп тигәндәй ифрат киң куңел менән ҡаршыланылар. Р. Ғабдрахманов. • Ике йәштең куңеле бер, ебәктең төйөнө бер. Мәҡәл. Ике куңел — бер һағыш.Әйтем.
6. миф. Кешенең эске донъяһы, йәне. □ Реликт олицетворения души, внутреннего мира человека (по представлениям башкир, душа бывает доброй или злой, у нее есть глаза, она может обидеться, ожесточиться, разочароваться и т. д.).
Күңел асҡысын табыу кемдеңдер йөрәгенә, уй-хистәренә юл табыу □ Находить доступ (ключ) к сердцу кого, чьему. ■ Һөйләшергә, был кешенең куңел асҡысын табырға кәрәк, тип уйланы Хаммат. 3. Биишева. Күңеле китек күңеле менән тыныс түгел, борсоулы. □ Душа не спокойна, не всё хорошо. ■ Хәҙер инде ҡыҙҙың тамаҡ та туҡ, өҫ тә бөтөн, тик куңеле генә китек, ти. Әкиәттән. Батша ла, кейәу ҙә, ҡунаҡтар ҙа бик куңелле туй итәләр, тик батша ҡыҙының ғына куңеле китекикән, ти. Әкиәттән. Күңеле урынында түгел күңеле тыныс түгел. □ со-отв. Душа не на месте. ■ Барсынһылыуҙың бөтөн нимәһе етеш, тик куңеле урынында тугел, ти; кемделер эҙләй, кемделер көтә, ти. Халыҡ ижадынан. Күңел иләҫ-миләҫ булыу (йәки килеү) төрлө уй-хистәрҙән болоҡһоу.
□ Искушаться душой. Күңел ҡылын сиртеү (йәки тирбәлдереү) шиғр. нескә тойғолар уятыу. П Вызывать тёплые чувства. ■ Талдан-талға ҡунып һандуғас, куңел ҡылын сиртә яҙ булғас. Я. Ҡолмой. Һай, Уралым .. ҡурай моңона тирбәлдерә куңел ҡылдарын. Карато-тека фондынан. Садә күңел (ле) ябай кеше.
□ Простой человек.
КҮҢЕЛ АҘЫҒЫ (Р: духовная пища; И.: spiritua nourishment; T: gönül gıdası) и.
Күңелгә йыуаныс биргән нәмә. □ Духовная пища. Куңел аҙығы эҙләу. Балалар сығышы — куңел аҙығы.
КҮҢЕЛ АҘЫУ (күңел аҙ-) (Р: соблазняться; И.: be tempted; T.: gönlü çekmek) ҡ.
1. Нәфсе боҙолоу. □ Соблазняться, соблазниться, искушаться. Аҡсанан куңеле аҙыу.
2. Рухи яҡтан тотанаҡһыҙланыу. □ Развращаться, развратиться духовно. Ҡыҙҙарҙың куңеле аҙған.
КҮҢЕЛ АСЫЛЫУ (күңел асыл-) (Р: повеселеть; И.: cheer up; T.: gönül açılmak) ҡ.
1. Кәйеф күтәрелеү, күңелләнеү. □ Повеселеть, улучшиться (о настроении). Байрамда куңел асылды. Йырҙан куңел асылды. И Ҡадирҙың куңеле асылһа ла, һаман теле асылмағайны әле, тешегеп тик ултыра. Б. Бикбай.
2. Аппетит барлыҡҡа килеү. □ Появление аппетита. Лимон ашаһаң, куңел асылып китә.
КҮҢЕЛ АСЫУ (күңел ас-) (Р: веселиться; И.: make merry; T.: gönül açmak) ҡ.
1. Уйнап көлөү, шаярыу, кәйефте күтәреү. □ Веселиться, позабавиться. Куңел асыу сараһы. И Уйнап алайыҡ әле, йырлап алайыҡ әле, бейешәйек, көлөшәйек, куңел асайыҡ әле. Халыҡ йырынан. [Новиков:] «Иптәштәр, барыбер иртәгә фронтҡа китәбеҙ, давай, бөгөн дер һелкетеп куңел асайыҡ», — тине. Д. Юлтый. Ике хан, бер-береһе менән дуҫ булып, һунарға сығып, бәйгеләр уткәреп, сәсәндәр ярыштырып, батырҙар көрәштереп, куңел асып, кәйеф-сафа ҡороп көн иткән, ти. Әкиәттән.
823