КҮҢЕЛ ЙОМШАРЫУ
Күңелде тынғыһыҙлап тороу, елкендереү. □ Беспокоить, волновать, соблазнять, доел. Щекотать душу. И Ниндәйҙер бер эске шатлыҡ куцелде ҡытыҡлай. С. Ҡудаш. Куцелде ҡытыҡлап, танауға әскелтем бесән еҫе килеп бәрелә, куңелгә рәхәт булып ҡала. Н. Мусин. Муйыл сәскәләре еҫенә кумелгән иртәнге саф урман һауаһы куцелде ҡытыҡлай, башты әйләндергәндәй итә. Ф. Әсәнов.
КҮҢЕЛДЕ ТАБЫУ (күңелде тап-) (Р.: забавлять; И.: gladden smb; T.: gönlünü bulmak) ҡ.
1. Кәйеф күтәреү. □ Забавлять, веселить, развлекать кого. ■ [Новиков:] Минең баяғы һуҙемде иғтибарға алып, буғай, куцелде табырға уйланы: «Юҡ, беҙ һиңә һис асыуланманыҡ. Тик һин булмағас, беҙгә уңайһыҙ булды». Д. Юлтый.
2. ҡар. күңелде күреү. Хужа куцелде табырға тырышты. ■ Их, бабай, һинең кеуек кеше менән йәшәуе еңелдер ул. Куцелде таба беләһең бит һин. 3. Ураҡсин.
КҮҢЕЛДЕ ТЫРНАУ (күңелде тырна-) (Р: беспокоить душу; И.: worry; T.: gönlünü tırmalamak) ҡ.
Борсоу, йөрәкте өйкәү. □ Беспокоить, тревожить душу. Шик куцелде тырнай. И Заманы шул: килмәй купһенәһем, нимәлер тик тырнай куцелде. .. Бәлки, был донъяны анрар өсөн уҙ-уҙеңде кәрәк аңларға?.. «Башҡортостан», 25 ноябрь 2010.
КҮҢЕЛДЕ ЯУЛАУ (күңелде яула-) ҡ. ҡар. күңелде биләү. Ҡыҙ уҙенең алсаҡлығы менән куцелде яулап алды.
КҮҢЕЛДӘМ с. диал. ҡар. күңелсәк. Ҡуңелдәм ҡатын. Ҡуңелдәм килен.
КҮҢЕЛДӘН (Р: наизусть; И.: by heart; T.: ezberden) р.
Уй менән, яҙмай ғына; эстән. □ Наизусть, на память; в уме. Куңелдән иҫәпләу. Куңелдән һөйләу. ■ Куңелдән ғәйепләуселәр ҙә уның [Зөлхизәнең] йөҙөнә бер ҡарау менән был хаҡта оноталар. 3. Биишева. [Касим] гел Сәлимә янына талпына, куңеленән уға әйтергә иң-иң матур һуҙҙәр әҙерләй. Ф. Иҫәнғолов.
♦ Ысын күңелдән аҫтыртын уйһыҙ, бөтә ихласлыҡ менән. □ От чистого сердца, всей душой. И Уның [Наиләнең] ысын куңелдән яратыуын мин анрамай инем. С. Агиш. Дилә уҙенең был яңы белеменә ысын куңелдән шат ине. Һ. Дәүләтшина. «Мин ысын куңелдән булмағанды һөйләй белмәйем», — ти Һәнәрсе.
3. Биишева.
КҮҢЕЛ ЕТЕҮ (күңел ет-) (Р: быть добродушным; И.: have a good soul; T: gönül yetmek) ҡ.
Тарһынмай ҡарау. □ Быть добродушным. • Куңел етһә, урын да етә. Әйтем.
КҮҢЕЛ ИРЕҮ (күңел ире-) (Р: смягчиться; И.: be deeply moved; T: gönül erimek) ҡ.
Кемдеңдер һүҙенән, ҡылығынан риза булып, уға ҡарата яҡшы тойғо уяныу.
□ Смягчиться (о душе), расчувствоваться. ■ Поэзовскийҙың куңеле уғата ирене, һәм ул, креслоһына ҡабат әушәрелеп, хыялдарға бирелде. Й. Солтанов. Карттың аҡылын, яҡшылығын маҡтап, Татлыбай бер нисә йыр әйтеп ебәрҙе. Маҡтауҙы яратҡан Аралбайҙың куңеле иреп китте. Ш. Шәһәр. Уның [егеттең] йырҙары шул тиклем моңло булған, иң ҡаты бәғерле кешенең куңеле лә балауыҙ һымаҡ ирегән. Ә. Вахитов.
КҮҢЕЛ ЙОМШАРЫУ (күңел йомшар-) (Р: расчувстоваться; И.: be deeply touched; T: gönül yumuşamak) ҡ.
1. Тулҡынланыу, хисләнеү, илағы килеү.
□ Расчувствоваться. Йылы һуҙҙәрҙән куңел йомшарҙы. ■ Йәш ваҡытымда ла, фронтта ла һис бер йылмайыу һәм иркәләу курмәгән куңел йомшарып китте. Үҙемде бала кеуек һиҙҙем. Д. Юлтый. Йөрәктең әллә ҡайһы ерҙәренән ҡайнап сыҡҡан был йәштәргә иремәҫкә көсөм етмәне; белмәйем, нимәнәндер куңелем йомшарҙы. Ғ. Ибраһимов. Йылы һуҙгә куңеле йомшарған Заһит бите буйлап аҡҡан куҙ йәштәрен усы менән һөрттө. Я. Хамматов.
2. Кемгәлер ҡарата йылы хис барлыҡҡа килеүе. □ Смягчиться (по отношению к ко -му-л., чему-лд). W Хандың куңеле йомшарып китеп, ҡыҙҙарын донъя курергә сығарырға риза була. Әкиәттән. Алпамыша бик
827