КҮҢЕЛ ЙЫУАНЫСЫ
ныҡ үтенгәс, әсәһенең куңеле йомшарып китеп, юлға сығырға ризалығын биргән, ти. Әкиәттән.
КҮҢЕЛ ЙЫУАНЫСЫ (Р.: душевное утешение; И.: consolation; T.: teselli) и.
Күңелде йыуатырҙай хәл, кеше йәки нәмә. □ Душевное утешение. ■ Низами өсөн был [ҡыҙ] уҙе бер куңел йыуанысы буласаҡ. X. Ибраһимов.
КҮҢЕЛ КИЛЕҮ (күңел кил-) (Р.: хотеть; И.: want; T.: istemek) ҡ.
Теләк булыу. □ Хотеть, желать. ■ Ул [Новиков] куңеле килгәндә бик йомшаҡ, һәр бер һуҙҙе тыңлаусан, иптәштәренә ярҙам итеусән кеше. Куңеле килмәһә, хәҙер тоҡанып, ҡоро утын кеуек дөрләп янып, кутә-релеп китә. Д. Юлтый.
КҮҢЕЛ КИТЕЛЕҮ (күңел кител-) (Р.: расстроиться; И.: feel disturbed; T: rahatsız olmak) ҡ.
Күңелдә ауыр тойғолар, ризаһыҙлыҡ ҡалыу. □ Расстроиться, остаться недовольным. ■ Әллә нисек куңел кителеп ҡалды, ә куҙҙәрҙә һаман яр яғы. Ғ. Сәләм.
КҮҢЕЛ КҮҘЕ I (Р.: интуиция; И.: intuition; T: gönül gözü) и. кусм.
Эске тойомлау, эске һиҙем, зиһен. □ Интуиция, внутреннее чутьё, доел. Глаза души. Куңел куҙе менән тойоу. Куңел куҙе менән бағыу. Халыҡтың куңел куҙен асыу. ■ һуҡыр инем. Куңел куҙе асты, яҡтыртты ул [китап] минең идеалды; йәнгә аҙыҡ булды. Дәрт ҡабыҙҙы, дарман бирҙе. М. Хәй.
КҮҢЕЛ КҮҘЕ II (Р: внутренний мир; И.: inner world; T: iç dünya) и.
Кешенең эске рухи донъяһы; йөрәге. □ Внутренний мир, душа. ■ Сөнәғәт ..уткән көндәрҙе тағы бер ҡат куңел куҙенән уткәрҙе. Ҡ. Ибәтуллин. Улар һинең кеуек, юҡ куҙһеҙ ҙә тугел уҙҙәре. Ә, асылда улар тома һуҡыр, курмәгәс ни куңел куҙҙәре. Ш. Бикҡол. • Куңел куҙе курмәһә, манмай куҙе — ботаҡ тишеге. Әйтем. Куңел куҙе курмәгәнде, маңлай куҙе курмәй. Әйтем.
КҮҢЕЛ КҮТӘРЕЛЕҮ (күңел күтәрел-) (Р.: воспрянуть духом; И.: liven up; T: keyiflenmek) ҡ.
Кәйефләнеү, дәртләнеп, рухланып китеү. □ Воспрянуть духом, подняться (о настроении). Шатлыҡлы хәбәрҙән куңел күтәрелде. ■ [Юлдаштың] нимәнәндер куңеле кутәрелеп киткән һымаҡ булды. Уның ирендәре ныҡ ҡыҫылды, ғәҙәттәге йыуаш, уйсан куҙҙәре ысын ҡыйыулыҡ менән балҡып янды.
3. Биишева.
КҮҢЕЛ ҠАЙТЫУ (күңел кайт-) (Р: разочароваться; И.: be disappointed; T.: gönül dönmek) ҡ.
Ниндәйҙер тойғо, ҡыҙыҡһыныу бөтөү, һыуыныу. □ Разочароваться, расхотеть, һәнәрҙән куңел ҡайтыу. Уҡыуҙан куңел ҡайтыу. ■ Әсәһе уны [Ғарифты] бик ярата, ни теләһә, шуны алып бирә. Тик ул бөтәһен дә һатып алғанға хәтле генә яратты. Алғас, улай-былай тотҡолап ҡарағас та, куңеле ҡайтты. 3. Биишева.
КҮҢЕЛ ҠАЛЫУ (күңел кал-) (Р: обидеться; И.: take offence; T.: gönül kalmak) ҡ.
Хәтер ҡалыу, үпкәләү. □ Обидеться. Әйткән һуҙҙәрҙән куңел ҡалды. ■ Белгәнемде әйтмәһәм, йортҡа әшкәр итмәһәм, илдең куңеле ҡалыр, тим, илдең хәтере ҡалыр, тим. Ҡобайырҙан. • Куңел тапмаҡ — бер ҡалъя, куңел ҡалмаҡ — бер ҡалъя. Мәҡәл.
КҮҢЕЛ ҠАТЫУ (күңел кат-) (Р: ожесточаться; И.: become hardened / embittered; T.: hırçınlaşmak) ҡ.
Төрлө ауыр кисерештәр тәьҫирендә күңел нескәлеге бөтөү, уҫалланыу. □ Ожесточаться. Куңеле ҡатҡан, ахыры, иламай ҙа.
■ Мөнәжәт, шиғыр менән һис эш булмаҫ, куңеле ҡатҡан бер дәртһеҙ, моңһоҙ булһа. М. Аҡмулла.
КҮҢЕЛ ҠЫРЫЛЫУ (күңел кырыл-) (Р: оскорбляться; И.: feel offended; T: gönül kırılmak) ҡ.
Кәйеф боҙолоу, үпкәләү. □ Оскорбляться, испортиться (о настроении). Осрашыуҙа куңел ҡырылды, һис юҡтан куңел ҡырылды.
■ Ала атты ул [Шакир] бигерәк тә ныҡ ярата. Әгәр асыуланған сағында ала атты маҡтаһаң, уның асыуы яҙыла, шат ваҡытында уны яманлаһаң, уның куңеле ҡырыла. Һ. Дәүләтшина.
828