КҮҢЕЛЛЕ
КҮҢЕЛЛЕ I (Р.: весёлый; И.: joyful; T.: sevinçli) с.
1. Төрлө мәрәкә менән; уйын-көлкөлө, ҡыҙыҡ. □ Весёлый, занимательный. Куцелле кисә. Куцелле сара. Куцелле һәм файҙалы каникулдар. Я Бындай шау-шыулы куцелле сход Айҙаҡайҙыц ғумерендә беренсе тапҡыр булғандыр. Һ. Дәүләтшина. Бына шундай куцелле компания хасил була. Байрамдар — бергә, ҡайғы-шатлыҡтар уртаҡ. «Башҡортостан», 28 ғинуар 2012.
2. Кәйефте күтәргән, ҡыуаныс-йыуаныс биргән. □ Радостный. Куцелле хәбәр. ■ Улар [Юлдаш менән Кыҙырас], яурындарынан ҡосаҡлашып, улән баҫҡан тар һуҡмаҡ буйлап ниндәйҙер бер куцелле маршҡа йырлай-йыр-лай, тауға менеп киттеләр. 3. Биишева. Ял итеу көндәрендә, көн матур, сыуаҡлы булһа, айырыуса куцелле була бит ул. Т. Йәнәби. Һай, куцелле, дуҫтар, был айҙа! Куҙ сағылтып ята туғай ҙа! Умырзая матур сәскә атҡан, ярылап оса куктә турғай ҙа. Ғ. Амантай.
3. Төрлө тәьҫоратҡа, кисерештәргә бай, ҡыҙыҡлы. □ Полный эмоций, впечатлений. Куцелле йәшлек. Куцелле сәфәр. Куцелле тормош. Куцелле ял итеу. ■ Улар Балҡан-тауға кусеп куцелле генә йәшәй башлаған. «Заятүләк менән һыуһылыу». • Куптец эше куцелле. Әйтем.
4. Яҡшы кәйефте, шатлыҡты сағылдырған. □ Весёлый. Куцелле көлөу. Куцелле яуап биреу. Куцелле тауыш менән сәләмләу. [Ғилман:] Минец атайым бик куцелле кеше булған. Балаларҙы яратҡан. Үҙе сацғыла йөрөргә, мылтыҡтан атырға бик оҫта булған. 3. Биишева. • Йыр куцеллегә — ҡыуаныс, куцелһеҙгә — йыуаныс. Мәҡәл.
5. Кеше холҡондағы үҙенсәлек. □ Черта характера человека. Изге куцелле. ■ Ул [эстон һалдаты Индрил] яцғыҙ, тыныс ултырған мәлдәрҙә бик уҫал кеше кеуек куренә, иптәштәре араһына инһә, шул тиклем асыҡ, ҡатлауһыҙ куцелле, уныц эсендәгеһе тышында. Д. Юлтый. Еләҫ куцелле ҡыҙ баланыц батыр ҙа булыр һөйгәне. Ҡобайырҙан. Был яҡшы куцелле ҡатынға мец рәхмәттәр әйтерҙәй булды Тимер. Б. Бикбай. Һуҡыр ку
целле әҙәмде юлдаш итмә, юлдаш итһәц, хаҡ юлыцда уцыш көтмә! А. Игебаев. Онотмаҫтар уны [Гәуһәрҙе], әлбиттә, өйҙә уныц шундай һәйбәт эскерһеҙ, саф куцелле әбейе бар бит. Ғ. Ибраһимов.
♦ Аҡ күңелле яҡшы уйлы, саф тәбиғәтле. □ Человек с добрым сердцем. Аҡ куцелле инәй. ■ Аҡ куцелле, асыҡ йөҙлө Мәрйәм туташ, исемецде хөрмәт иткән Аллац, туташ. Ш. Бабич. Асыҡ күңелле алсаҡ мөнәсәбәтле, илгәҙәк; эскерһеҙ. □ Прямодушный. Асыҡ куцелле егет. Асыҡ куцелле кеше. Йомшаҡ күңелле кешене йәлләп, илап барыусан.
□ Мягкая душа, мягкий характер; добрый. Йомшаҡ куцелле кеше. Йомшаҡ куцелле ҡатын. ■ Үҙ хәсрәте өсөн генә тугел, ситтәргә килгән ҡайғы өсөн дә иларға әҙер торған бик йомшаҡ куцелле ҡатын ине ул [Гөлнәзирә]. Ғ. Әмири. Киң күңелле кешенән тарыҡмай торған; кешелекле. □ Великодушный. Киц куцелле кеше. ■ Алтыша улына ла: «Һин дә атайыц кеуек намыҫлы һәм киц куцелле булып ғумер ит, иҫән сағыцда ла, улгәс тә ватандаштарыц хөрмәт менән иҫкә алырлыҡ йәшә», — тип нәсихәт уҡый. Әкиәттән. Ҡайғырма, куцелец киц булһа, бәхетец кәм булмаҫ. Ҡ. Аралбаев. Киц куцелле, ғәҙел был ҡатынды балалар уҙ әсәләре кеуек куреп ярата торғайнылар. Б. Бикбай. Тура, оҙон кәуҙәле Таһир кешегә алсаҡ, киц куцелле егет. Ғ. Аллаяров. [Көнһылыу инәй — Сөнәғәткә:] Бигерәк киц куцелле кешеһец дә инде. Ҡ. Ибәтуллин. Көр күңелле күтәренке кәйефле.
□ Бодрый. Ҡаты күңелле мәрхәмәтһеҙ, йәлләү хисе булмаған. □ Немилосердный, не умеющий жалеть. Тар күңелле кешенән тарыға торған, көнсөл тәбиғәтле, тар эсле.
□ Нелюдимый. Тар куцелле әҙәм. ■ Тар куцелле тархан быға ҡаршы һуҙ әйтә алмай ауыҙы ябылған. Әкиәттән. [Фәузиә:] Тар куцелле кеше бәхетле булмай ул, улым. И. Абдуллин. • Куцеле тарҙыц ҡаҙаны тар. Әйтем. Тар куцелле һөйөнә белмәҫ. Әйтем.
КҮҢЕЛЛЕ II (Р.: свободный; И.: voluntarily, of one’s own free will; T.: gönüllü) c.
Үҙ теләкле; ирекле. □ Свободный. Отрядҡа куцелле булып яҙылыу. ■ Алдан ҡыҙыл
829