КҮС ЯБЫУ
Йәйләүгә бара торған юл. □ Путь, дорога на летовку.
КҮС ЯБЫУ (күс яп-) (Р.: сажать рой в новый улей; И.: put swarm in the new beehive; T: oğulu yeni arı kovanına koymak) ҡ.
Ҡунған йәки айырған күсте яңы умартаға ҡуйыу. □ Сажать рой в новый улей. Быйыл биш күс яптыҡ.
КҮҪТӘЙЕҮ (күҫтәй-) (Р: занимать большое место; И.: occupy much place; T.: büyük yer almak) ҡ. диал.
ҘУР урынды алып ултырыу йәки баҫып тороу; лапшайыу, йәйелеү. □ Занимать большое место. ■ Күҫтәйеп тора ла алаптай булып, ни ултырып булмай, ни баҫып торор ер юҡ. Экспедиция материалдарынан.
КҮҪӘ (Р: безбородый; И.: beardless; Т.: sakalsız) с.
Һаҡал-мыйығы булмаған йәки бик һирәк булған. □ Безбородый; с редкой бородой. Күҫә кеше. ■ Ир кешелә һаҡал менән мыйыҡ булмаһа, мөгөҙһөҙ үгеҙ кеүек була ул. [Базар-ком] күҫә — һаҡал да юҡ, мыйыҡ та сыҡмаған. С. Агиш.
КҮҪӘК (күҫәге) (Р: дубина; И.: cudgel; T.: çomak) и.
1. Йыуан ауыр таяҡ. □ Дубина. Күҫәк ташлау. Күҫәк менән терәтеү. Күҫәк менән һуғыу. ■ .. Айыу йыуан бер имән күҫәк менән төлкөнө үлтерә һуҡҡан, ти. Әкиәттән. Ни ғәләмәт, ҡатындар биҙрәләр менән йүгерәләр, ә теге ир уларҙы күҫәк менән ситкә ҡыуалай. Д. Бүләков. • Ҡымыҙға бешкәк кәрәк, ишәккә күҫәк кәрәк. Мәҡәл. Күҫәккә сыбыртҡы менән ҡаршы тороп булмай. Мәҡәл.
2. күсм. Күҫәк кеүек, аңламай торған кеше. □ Дубина, болван. • Дәртһеҙ кеше — күҫәк. Әйтем.
КҮҪӘК КҮТӘРЕҮ (күҫәк күтәр-) (Р: начать драться; И.: fight; T.: dövüşmek) ҡ.
1. Һуғышырға ынтылыу. □ Начать драться. Ҡурҡытып, күҫәк күтәреү.
2. Талау, әрләү. □ Очень сильно ругаться.
КҮҪӘККӘ-КҮҪӘК КИЛЕҮ (күҫәккә-күҫәк кил-) (Р: биться дубинами; И.: cadgel; T: çomak ile vurmak) ҡ.
Нимәлер өсөн бик ныҡ даулашыу, һуғышыу. □ Биться, драться дубинами. ■ Үҫәр
гәндәр ҡыпсаҡтар менән элек-электән тынышмай. Йә .. йәйләү өсөн күҫәккә-күҫәк килә, йә бер-береһенең ҡыҙын урлап өҙөшәләр. Ә. Хәкимов.
КҮҪӘКЛӘҮ (күҫәклә-) (Р: бить дубинкой; И.: cadgel; T: çomak ile vurmak) ҡ.
Күҫәк менән һуғыу, туҡмау. □ Бить (ударить, колотить) дубинкой. Малды күҫәкләү. ■ [Зариф:] Фронтта беҙҙең атайҙарға бынан да ауырыраҡ. Бүре — фашист түгел, күҫәкләп булһа ла ҡыуырбыҙ. Й. Солтанов. [Һолтанбай] йәшәрен йәшәгән, егерме бот ит сыҡмалы айыуҙы күҫәкләп көс-хәлгә тау түбәненә табан ауҙарып, икенсе яҡ ҡабырғаһын тунағанда бер нисә тапҡыр ултырып хәл йыйҙы, яурыны аша уралған күлдәкте ҡыҫыбыраҡ тартты. Н. Мусин.
КҮҪӘК-ТАЯҠ (күҫәк-таяғы) (Р: дреколье; И.: staves; T: değnekler) и. иҫк. йыйн.
һуғыш ҡоралдары итеп файҙаланылған күҫәк, таяҡ һ. б. нәмәләр. □ Дреколье.
КҮҪӘКТӘЙ (Р: очень большой; И.: very big, bulky; T: çok büyük) c.
Оло, ҙур; уҫлаптай. □ Очень большой. Күҫәктәй балаһын алдына алып ашата. ■ Итле аш еҫе боҫратыусы кухняның артҡы ишегенән Тәлғәт дуҫым атылып килеп сыҡты ла, үҙемде ҡосаҡлап алып, ҡулыма күҫәктәй байһөйәк (бешкән ит) тоттороп китте — ашнаҡсылар командаһында ҡаҙан ҡолағы тота, имеш. Й. Солтанов.
КҮҪӘҮ (Р: кочерга; И.: poker; T: ocak demiri) и. диал.
Тәртешкә. □ Кочерга. И Солан аҫтынан этте ҡыуып сығарыу өсөн нимә генә эшләп ҡараманылар, хатта күҫәү менән гөргөләнеләр. Экспедиция материалдарынан.
КҮТЕР (Р: трясина; И.: quag, quagmire; T: batak) и.
1. Өҫтө ҡалын үлән менән ҡапланып, аҫты һыу булғанлыҡтан һелкенеп ятҡан батҡыл урын. □ Трясина. Һаҙлыҡтар һәм күтерҙәр бик күп ерҙе биләй. ■ Ә һин тәлмәрйен кеүек һикерһәң дә ғүмер буйына күтерҙәрҙән бер ҙә ары үтмәйһең. Ш. Бикҡол. Таянғаны ҡайраҡ таш түгел шул Их-санбайҙың, ә ҡумырыҡ, бына-бына убам тип сайҡалып ятҡан күтер. Т. Ғарипова.
866