КҮТӘРГЕС
2. Әҙәм үткеһеҙ батҡаҡ. □ Грязь, слякоть. И Яуа торғас, аяҡ аҫтары күтергә әйләнде, баҫыр әмәл юҡ. И. Ғиззәтуллин. Күтерендә ат батырлыҡ булғас, эш ҡыйрата алыр микән ул ПМК тигән нәмәләре. Д. Бүләков. Көндөҙ көйө лә урман эсе ярым ҡараңғы, тирә-йүн еүеш, аяҡ аҫты мүк, күтер. Ғ. Хөсәйенов.
КҮТЕРЛЕ (Р.: трясинный; И.: quaggy; Т.: bataklı) с.
Өҫтө үлән менән ҡапланып, күтергә әй-ләнгән, батҡыл. □ Трясинный. Күтерле соҡор. ■ Ауылдан түбән, йылға буйында ҙур һаҙлыҡ бар. Һаҙ упҡынлы, күтерле: ситенәрәк барып аяҡ менән баҫһаң, һелкенеп тора. Ж. Кейекбаев.
КҮТЕРЛЕК (күтерлеге) (Р.: трясина; И.: quagmire; T: bataklık) и.
Күтер булған ер, күтерле урын. □ Болотистое место, трясина. ■ Йырындарҙың төбө — әҙәм аяғы баҫмаған күтерлек, ярҙарын эреле-ваҡлы ҡуйы әрәмәлек ҡаплаған. Ә. Хәкимов. Шырпы һыҙа-һыҙа, бер түңгәктән икенсеһенә һикерәбеҙ. Улары ла барған һайын һирәгәйә, күтерлек бәүелеп, һелкенеп тора. Д. Юлтый. Һуҡмаҡ илтә бик йыш күтерлеккә, йырып сыға алмаҫ батҡаҡҡа. X. Кәрим.
КҮТЕРЛӘНЕҮ (күтерлән-) (Р: превращаться в трясину; И.: turn (into) a quagmire; T: bataklık olmak) ҡ.
Күтергә әйләнеү, күтерле булыу. □ Превращаться в трясину. Кисеүҙәре күтерләнгән.
КҮТКӘРЕ с. һөйл. ҡар. кире I. Күткәре кеше. Күткәре эш.
КҮТӘН [боронғо төрки күдән\ (Р: прямая кишка; И.: rectum; T: rektum) и. анат.
Эсәктең арт юлға килеп бөткән һуңғы өлөшө; тура эсәк. □ Прямая кишка. Күтән ауырыуы. Күтән сығыу.
КҮТӘНГӘ ТАЛАШЫУ (Р: свадебный обряд; И.: a traditional Bashkir wedding custom; T: bir düğün göreneği) и. этн.
Туй йолаһы (егеттең атаһы килтергән малдың тура эсәген алып, сепрәккә төйнәйҙәр; ҡыҙҙар һәм еңгәләр араһында ошо нәмә өсөн тартыш башлана; тартышта ҡатнашыусыларға төрлө тәм-томдан бүләк әҙерләп ҡуялар). □ Свадебный обряд.
♦ Күтән һурпаһы эсеү нужа күреү. □ Испытывать лишения. Күтән һурпаһын күп эсте. Үгеҙ эйәһенә күтән юҡ хужа кеше үҙ әйберенән ҡоро ҡалғанда әйтелә. □ Преднамеренно обделить хозяина.
КҮТӘРГЕЛӘТЕҮ (күтәргеләт-) ҡ. йөкм. ҡар. күтәргеләү, понуд. от күтәргеләү.
КҮТӘРГЕЛӘҮ (күтәргелә-) (Р: поднимать время от времени; И.: lift occasionally; T.: zamanıyle kaldırmak) ҡ.
1. Һирәк-Һаяҡ күтәреү, иңгә алыу (мәҫәлән, йөктө). □ Поднимать время от времени. Рюкзакты күтәргеләү. Ташты күтәргеләү.
2. Һирәк-Һаяҡ ҡалҡытыу, күтәреү (мәҫәлән, башты, аяҡты). □ Поднимать. Башын күтәргеләү. Һынған аяҡты күтәргеләү.
КҮТӘРГЕЛӘШЕҮ (күтәргеләш-) ҡ. урт. ҡар. күтәргеләү, взаимн. от күтәргеләү.
КҮТӘРГЕЛӘШТЕРЕҮ (күтәргеләш-тер-) ҡ. урт. ҡар. күтәргеләү, взаимн. от күтәргеләү. ■ Ишек алдындағы ташты күтәргеләштереп ҡарай, тик көсө етмәй баланың. Экспедиция материалдарынан.
КҮТӘРГЕС I (Р: подъёмник; И.: lift, elevator; T.:kaldıraç) и. тех.
1. Бейек йорттарҙа юғары ҡаттарға кеше, йөк ташый торған ҡоролма. □ Лифт; подъёмник. Күтәргес менән ташыу. Алтынсы ҡатҡа күтәргес менән мебель ташыу.
2. Төҙөлөш материалдарын күтәрә торған кран. □ Подъёмный кран, в Йорт төҙөүселәр бригадиры кирбес, арматура, иҙелмә һәм башҡа кәрәк-яраҡты алдан әҙерләп ҡуйған, хәҙер шуларҙы күтәргес менән тейешле ҡатҡа оҙатып тора. «Йәшлек», 12 апрель 2011.
3. Йөк күтәрә торған машина. □ Подъёмная машина. И Малсылар махсус күтәргес ярҙамында биналарға бесән индерә, кемдер һалам ташыу менән мәшғүл. «Юшатыр», 1 февраль 2010.
КҮТӘРГЕС II (Р: подъёмный; И.: elevating; T: kaldıraç) с.
Күтәрә торған; күтәрә алырлыҡ. □ Подъёмный (о силе). Самолёт ҡанатының күтәргес көсө.
867