КҮТӘРЕМ ТАҠТАҺЫ
Эҙләй торғас, таптым бит үҙеңде, Булат ҡустым. Ә. Вәли.
КҮТӘРЕМ ТАҠТАҺЫ и. туҡ. диал. ҡар. күтәреү таҡтаһы.
КҮТӘРЕНДЕРЕҮ (күтәрендер-) ҡ. ҡар. йөкм. күтәренеү, понуд. от күтәренеү.
■ Кистән ук әҙерләп ҡуйылған аҫылмалы сумкаға аҙыҡ-тулек һалып, әсәһе улын экскурсияға кутәрендереп ебәрҙе. И. Ғиззәтуллин.
КҮТӘРЕНЕҮ (күтәрен-) (Р.: навьючивать на себя; И.: load oneself (with); T.: yüklenmek) ҡ.
Ҙур-ҙур итеп күтәреү; йөкмәнеү. □ Навьючивать, нагружать на себя. Күтәренеп район үҙәгенә йороу. Күтәренеп ҡайтыу.
■ Улар күтәренеп килгәндә, мин урамда инем. Д. Исламов. [Ғәләү] йәйелгән урынды ҡултығы аҫтына ҡыҫтыра ла, күтәренеп аш өйө янына сыға башлай. Б. Бикбай.
КҮТӘРЕНЕШЕҮ (күтәренеш-) ҡ. урт. ҡар. күтәренеү, взаимн. от күтәренеү. Малайҙар күтәренешеп ятаҡҡа килеп инде.
КҮТӘРЕНКЕ (Р.: высокий; И.: elevated; T.: fazla) с.
1. Ғәҙәттәгенән, тейешленән бер аҙ юғары. □ Высокий (выше). Күтәренке нигеҙ. Кайын ағасы төньяҡтарҙа үләндән саҡ ҡына күтәренке булып үҫә. ■ [Барый:] Сирләгәндә .. температурам күтәренке булмай. Ш. Насыров.
2. күсм. Ғәҙәттәге кимәл-дәрәжәнән бер аҙ юғары. □ Повышенный, высокий. Күтәренке йөкләмәләр. Күтәренке тауыш. ■ Айбулат күтәренке, куцелле тауыш менән ҡысҡырып сәләм бирҙе, һаулашты, һ. Дәүләтшина.
3. күсм. Дәртле, көслө уй-тойғо менән рухланған; киреһе — төшөнкө. □ Приподнятый, возвышенный. Күтәренке хыялдар. Күтәренке уйҙар. ■ Рахмандың күңеле бөгөн айырыуса күтәренке ине. Ә. Вәли.
КҮТӘРЕНКЕЛЕК (күтәренкелеге) (Р: приподнятость; И.: elevated mood, high spirits; T.: coşkunluk) и.
Күтәренке хис. □ Приподнятость, возвышенность; подъём. Тойғо күтәренкелеге. Кәйеф күтәренкелеге. Ҙур күтәренкелек.
■ [Әлфиә] күңелендә ғәҙәти бер илһам
күтәренкелеге, тәнендә ташып барған көс тоя. Ф. Әсәнов.
КҮТӘРЕҢКЕРӘҮ (күтәреңкерә-) (Р: приподнимать; И.: lift a little; T.: kaldırmak) ҡ.
Күтәрә биреү, күтәрә төшөү. □ Приподнимать. Күтәреңкерәп ябыу. Күтәреңкерәп ҡуйыу. ■ [Рәхилә:] Аһ, Мәрғүбә, әйҙүк. Ишекте күтәреңкерәп тарт, келәһе ысҡына. Г. Ғиззәтуллина. Судья үҙенең тәпәш, йомро кәүҙәһен күтәреңкерәп, ҡулдарын эре генә итеп алға һуҙып, хөкөмдө уҡый башланы. Ғ. Дәүләтшин.
КҮТӘРЕП АЛЫУ (күтәреп ал-) (Р: поддержать; И.: support; T.: desteklemek) ҡ.
Хуп күреү, яҡлау. □ Поддержать. Хәбәрҙе ишетеү менән күтәреп алды. ■ «Киноға барайыҡ», — тип ҡыуанып китте Хөрмәт. «Барайыҡ!» — тип күтәреп алды Шәмсиә.
3. Биишева.
КҮТӘРЕП ЕБӘРЕҮ (күтәреп ебәр-) ҡ. ҡар. күтәреп алыу.
КҮТӘРЕҮ (күтәр-) [боронғо төрки кө-тлур-] (Р: поднимать; И.: lift; T.: kaldırmak) ҡ.
1. Ауырлығы булған нәмәне кулға, иңгә алыу; тотоу, йөкмәү. □ Поднимать. // Подъём. Күтәреп тороу. Катын балаһын күтәреп алған. ■ Әйҙә, балам, көсөң етһә ошо ташҡа, күтәр әле батырҙарса, юл юҡ башҡа. Әкиәттән. Бер саҡ иҫләмәгәндә генә Вәзир Айҙарҙы бөрөп алды ла, билен өҙөрҙәй ҡыҫып, күкрәгенә күтәрҙе. М. Кәрим. • Күргәндең алыҫлығы юҡ, күтәргәндең ауырлығы юҡ. Әйтем.
2. Ауырлығы булған нәмәне аҫҡа еңдермәй тотоу. □ Поднимать, выдерживать. Был арба йөктө күтәрәме икән? Туҡ буйҡайҙары ла, ай, бүтәгә ат тояҡҡайҙарын күтәрә. Халыҡ ижадынан.
3. Үрә торғоҙоу; ҡалҡытыу. □ Поднимать, переводить в вертикальное положение. И Бөтә халыҡ ике ҡулын күтәргәндә, Кейеҙбай бармағындағы йөҙөктө күрһәтмәҫ өсөн, бер генә ҡулын күтәрә. Әкиәттән. Беренсе осраған машинаға ҡул күтәрәм. Р. Солтангәрәев. Малайҙар берҙәм ҡул күтәрҙе. Иптәштәренә ҡушылып, хатта Вәзир үҙе лә күтәрҙе. М. Кәрим.
870