Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 871 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮТӘРЕҮ
4. Ҡалҡытыу, өҫкә ҡаратыу. □ Поднимать, приподнимать. Башын кутәрҙе. ■ Йәшел уләндәр баш кутәрә башлаған. Д. Юлтый. Айбулат икенсе тапҡыр башын кутәреп ҡарағанда, Гөлйөҙөм соланға йугереп инеп киткәйне инде. һ. Дәүләтшина. Бейек ағас һайлаған кәкуктәр ҙә томшоҡтарын ургә кутәргән. Т. Хәйбуллин. Сәғиҙә куҙ ҡабаҡтарын кутәрҙе. М. Тажи. Ниндәй ат башын кутәреп уҙегеҙгә ҡараһа, шуға атланып юлға сығырһығыҙ. Әкиәттән. • Былтыр улгән ябалаҡ быйыл башын кутәрмәҫ. Әйтем.
5. Бейегерәк итеү; ҡалҡытыу. □ Поднимать, приподнимать. // Подъём. Шаршауҙы кутәреп ҡуйыу. И Ас тәҙрәц, кутәр пәрҙәц, нурлы йөҙөң куренһен. Халыҡ ижадынан. [Януҙаҡ] бирсәле ҡайындан яһалған шына һымаҡ ослайып торған һаҡалын һыйпаштырып, тиргә йылтырап бөткән тубәтәйен тубәһенә кутәрә биреп кейҙе. М. Тажи.
6. Юғарыраҡ ергә алып менеү; мендереү.
□ Поднимать, перемещать вверх. Тауға ку-тэреу. Өй башына кутәреу.
7. Юғарыраҡ хәлгә килтереү; ҡалҡытыу.
□ Делать выше, приподнимать. Юлды ку-тэреу.
8. Йыйып, ҡороп ултыртыу (өйҙө, бураны). □ Ставить. Бураны кутәреу. ■ Дурт мөйөшлө бураға тағы өс яҡлы бура төкөтөп кутәргәндәр ҙә, алты мөйөшлө ыҡсым ғына йорт килеп сыҡҡан. К. Мәргән. Ә бер ял көнө, ярты ауыл тип әйтерлек, кешеләр йыйнаулашып сыҡтылар ҙа әҙер бураны мукләп кутәреп тә ҡуйҙылар. М. Тажи.
9. һауаға ҡалҡытыу, туҙҙырыу. □ Поднимать. ■ Бына бер заман Мәскәй әбей ҡойон кутәреп ете йөҙ бер бәрей менән килеп төшә. Әкиәттән.
10. кусм. Һөҙөмтәлерәк хәлгә килтереү; үҫтереү, арттырыу. □ Поднимать, улучшать, увеличивать. Эш хаҡын кутәреу. ■ Мин тауышты кутәргәндән кутәрҙем, моңландырҙым. Д. Юлтый. • Кешене хеҙмәт кутәрә. Әйтәм.
11. Кимәл-дәрәжә йәһәтенән юғарыраҡ итеү; үҫтереү. □ Повышать, увеличивать. // Повышение, увеличение. Абруйҙы кутәреу. Дәрәжә кутәреу. Белемде кутәреу.
12. Үҙе эйәреп килгән исемдән аңлашылған эш-хәлде булдырыуҙы, башлап ебәрҙеүҙе аңлата; сығарыу. □ Поднимать, развивать что. Хужалыҡты кутәреу. ■ [Аҙнағол] бер ҡасан да тауыш кутәрмәҫ, кеше һуҙен бул-дермәҫ. 3. Биишева.
13. Башлап ғәмәлгә ҡуйыу, ҡуҙғатыу (һуҙ, мәсьәлә тураһында). □ Поднимать (вопрос, проблему). Мөһим мәсьәләне кутәреп сығыу.
14. Берәй эш, һүҙҙе хуплап ҡаршы алыу, уға ҡушылыу. □ Поддержать. ■ Эй, дуҫтарым, йыр башлайым, кутәреп ебәрегеҙ. Халыҡ йырынан. Әйҙәгеҙ, малайҙар, һыу инергә! Әйтерһең, һәр кем ошо һуҙҙәрҙе генә көтөп торған. Шаулашып, берҙәм кутәреп алалар. Н. Мусин.
15. Үҙ хәстәреңә, үҙ әҫтәңә алыу; йөкмәү.
□ Нести, терпеть убытки. Бөтә сығымдарҙы кутәреу. Юл сығымдарын кутәреу.
16. кусм. Һуға алмаған кәртте алыу.
□ Поднять карты. Тузды кутәреу.
17. Ниҙеңдер тәьҫирен еңерлек көс табыу; түҙеү, сыҙау. □ Переносить, выдерживать. Һуҙ кутәрә белеу. ■ Аҙ төштөмө беҙгә ауырлыҡ? Барыһын да бергә кутәрҙек. Ғ. Рамазанов. [Фәйзулла] шаярыуҙы кутәрә, уҙе лә шаян ғына һуҙҙәр ыскындыра. Ғ. Ғүмәр. Дөрөҫө шул, һуңлап тыуған быҙауҙарҙың ҡышҡы һалҡынды кутәрә алмауҙары бик була торған хәл инде ул. Б. Бикбай. Уйын кутәрмәгән кеше — бик ҡурҡыныс, яҡын булма уға, һин булырһың тыныс. Ҡ. Даян. • һимеҙлекте ҡуй ғына кутәрә. Мәҡәл. Яңыны иҫке кутәрә. Әйтем.
18. кусм. Ниндәйҙер бер хәлдә булышлыҡ итеү, ярҙам күрһәтеү; күтәрмәләү. □ Поддержать. Кутәреп ебәреу. Дуҫтары кутәреп ебәрҙе.
19. Әйҙәп аяҡҡа баҫтырыу. □ Поднимать на что. Көрәшкә кутәреу. Яуға кутәреу.
20. кусм. Үрләтеү, үҫтереү. □ Поднимать, развивать. ■ Илең һине танымаҫлыҡ иткән, илең һине шундай тубәндән, балҡып торған сәхнәләрен биреп, һандуғасы итеп кутәргән. М. Хәй. Уйланыу, уйлана белеу — кешенең кешелеген кутәрә, аҡылын сафландыра, ҡарашын уткерләтә торған шарт. Ә. Вахитов. Әҙәбиәт буйынса алып барылған ғилми
871