Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 872 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮТӘРЕҮ
тикшеренеуҙәрҙең төп бурысы әҙәбиәттәге яңы куренештәрҙе тоя белеуҙән, уларҙы ку-тәрә һәм баһалай белеуҙән тора. К. Мәргән.
21. кусм. Дәрт биреү, рухландырыу (ку-ңелгә ҡарата). □ Возвышать. Йыр куцелде кутәрә. ■ Был сәйәхәт Юлдаштың куңелен ныҡ ҡына кутәрҙе. 3. Биишева.
22. Нимәнелер ҡулға алыу. □ Брать на руки (с какой-л. целью). Таяҡ кутәреу. Суҡмар кутәрепһуғышыу.Ҡоралкутәреу. ■ Беҙ уҙебеҙ тәуге булып кутәрмәйбеҙ һуғыш ҡоралын. Р. Ниғмәти. Бесән ырғытырға тип кутәрә башлаған ос һәнәге атайымдың ҡулынан ысҡынып китте. Н. Мусин. • Ҡорал ку-тәрһәң, кемгә һәм ни өсөн кутәргәнеңде белеп кутәр. Әйтем.
23. Ашар йәки эсер өсөн һауытты ҡулға алыу. □ Поднять (посуду для приёма пищи). Ҡалаҡ кутәреу. Сынаяҡ кутәреу. ■ Йә, ҡунаҡтар туҫтаҡтарын кутәреу алдынан Урал көйөн тартып ебәрегеҙ әле, — тип Яҡуп, ҡурайсыларға бойороҡ бирҙе. Т. Хәйбуллин. Шунан теге ҡарт Имән батырҙы иҫен китәргәнсе туҡмаған-туҡмаған да ҡаҙандағы бөтә ашты кутәреп ашап сығып киткән. Әкиәттән. Был бокалды кутәрәйек башҡоҙа һаулығына. Т. Арслан.
24. Шау-гөр килеп, дер һелкетеү. □ Шуметь, галдеть. Өйҙө кутәреп алып баралар. И Ҡул сабалар, тирмәне тик кутәрмәйҙәр. Т. Хәйбуллин. [Яппар — Мотал менән Гө-ләйшәгә:] Нимә һеҙ икәу-ара өй кутәрәһе-геҙ? Тауышығыҙ урамға ишетелеп тора. М. Хәйҙәров. Өй кутәрерҙәй итеп йырлап ебәрҙеләр. Т. Йәнәби.
25. -п формаһында килеп, ҡушма ҡылым яһай. □ В форме -п образует сложный глагол. Ҡутәреп һуғыу. Ҡутәреп һалыу. Кутәреп бәреу. ■ Аҡъял батыр уны Иргәйелде һаҡалынан эләктереп алып иҙәнгә бер кутәреп һуҡҡан да ишек алдына алып сығып, шундағы ҡайынға һаҡалынан аҫып ҡуйған. Әкиәттән. Ишбулды бер аҙ алышҡандан һуң, Ниғмәтте лә тас салҡан кутәреп һалды. Ф. Рәхимғолова. Байназар, ялман етеҙлеге менән ситкә ялтанып, уның артына сыҡты ла, биленән ҡымтып алып, ергә кутәреп бәрергә теләне. Б. Бикбай. Айҙар киҫкә кеуек
ауыр Вәзирҙе кутәреп сөйөргә иҫәп тотмай ине. М. Кәрим.
♦ Ауыҙ күтәреп оялып-тартынып тормай, батырсылыҡ итеп. □ Осмелившись. Ауыҙ кутәреп, хәбәр һөйләп тора. ■ Нисек итеп мин бер уҙем ауыҙ кутәреп ашап ултырайым инде. Ә. Мизаһитов. Баҙарын күтәреү кешенең абруйын арттырып күрһәтергә тырышыу. □ Поднять чей-л. авторитет. Бауыр күтәреү нығынып, донъя көтөрлөк хәлгә килеү; аяҡҡа баҫыу. □ Встать на ноги, окрепнуть (о здоровье, о хозяйстве и т. п.). ■ [Һөйәрғол:] Шөкөр тигән көнөң бар, берәу булһа ла атың, ике һыйырың бар, ана башмағың бауыр кутәргән. Һ. Дәүләтшина. Баш күтәреү 1) кемгәлер ҡаршы ҡуҙғалыу, ҡаршы сығыу. □ Восставать, бунтовать. Дошман башын кутәрә; 2) арыуланыу, хәлләнеү.
□ Встать на ноги; улучшать своё положение. Баш күтәрмәй ял белмәй, туҡтауһыҙ. □ Не покладая рук (работать). Баш кутәрмәй эшләу. Бот күтәреп ятыу ваҡытты бушҡа уҙғарыу, бер ни ҙә эшләмәү. □ Лодырничать, бездельничать. Эшһеҙ, нисә ай бот кутәреп ята. Күтәреп алып барыу дер һелкетеү, тауышланыу. □ Шуметь, галдеть. Автобусты кутәреп алып бара. В Халыҡ шаулап, дыу килеп тулҡынлана башланы. Өйҙө кутәреп алып баралар. Ғ. Дәүләтшин. Күтәреп алып йөрөү бик ҡәҙерләү. □ Ценить, носить на руках. Ҡоро кәүҙә күтәреп йөрөү ҙур буй йөрөткән эшлекһеҙ кеше хаҡында асыу менән әйтелә.
□ О бездельнике высокого роста. Төп күтәрә һөйл. 1) тотош бер юлы, бөтөргәнсә.
□ Полностью, до конца. Көрһөнә-көрһөнә, Юлдыбикә әбейгә баштан-аяҡ төп кутәрә һөйләп бирҙе лә ҡуйҙы. Т. Хәйбуллин; 2) бөтөнләй, бөтөнләйгә. □ Совсем, насовсем. Төп кутәрә сығып китте. Төп күтәрә һуғыу һөйл. 1) бөткәнсе эсеү. □ Выпить до дна. Ҡойолған ҡымыҙҙы төп кутәрә һуҡты; 2) пыран-заран килтереү. □ Разнести в пух и прах, һеркәһе һыу күтәрмәй тәнҡит, шелтәне ҡабул итә белмәгән, үпкәсел. □ Обидчивый. ■ [Бәкер:] Ҡара, ҡара һин уны. Нисек ҡыланған була, малай аҡтығы, һеркәһе һыу кутәрмәй, йәнәһе. В. Исхаҡов. [Ҡыҙҙың] һис кенә һеркәһе һыу кутәрмәй икән. Ә. Бикчәнтәев.
872