КҮТӘРМӘЛЕКЛӘҮ
Ас тамағым — тыныс ҡолағым, — тип Шәрғиә сығып китергә уҡталғас, Фазыл уныц юлына арҡыры төштө. — Аб-ба, һеркәц һыу күтәрмәй икән дә баһа! — тип башын сайҡаны. Ә. Хәкимов.
КҮТӘРЕҮ ТАҠТАҺЫ (Р.: тонкая дощечка, которая ставится за нитчёнками при узорном ткачестве; И.: detail of a loom; T.: dokumacılık eşyası) и. туҡ.
Киндер һуҡҡанда биҙәккә бүленгән буйлыҡты күтәреп арҡау атыу өсөн ҡулланылған 10—15 см яҫылығындағы йоҡа шыма таҡта. □ Тонкая дощечка, которая ставится за нитчёнками при узорном ткачестве. Кутәреу таҡтаһы ҡуйыу.
КҮТӘРЕШ (Р: приём вышивки; И.: method of embroidering; T: nakiş usülü) и.
Сигеү ысулы. □ Приём вышивки. И Күтәреш — хәҙер онотолоп барған сигеү алымы. Күтәреш ысулы менән элек таҫтамал, ашъяулыҡ, һарауыс сиккәндәр. Экспедиция материалдарынан.
КҮТӘРЕШЕҮ (күтәреш-) ҡ. урт. ҡар. күтәреү, взаимн. от күтәреү. Тоҡто күтәрешеү. И Артыҡ ҡарап тик торорға түҙеме етмәне Фатиманыц, бейәләйҙәрен тартыбыраҡ кейҙе лә, Кадир икенсе әрйәне арҡаһына өйләндереп һалырға иткән саҡта, йүгереп барып, күтәрешергә булышты. Б. Бикбай. Йыш ҡына Кеүәтша .. дуҫ-ишкә өй бураша, бура күтәрешә. А. Ғирфанов.
КҮТӘРЕШКЕЛӘҮ (күтәрешкелә-) (Р: оказывать помощь; И.: lift from time to time; T: desteklemek) ҡ. күсм.
Һирәк-Һаяҡ күтәрешеү. □ Оказывать помощь, поднимать изредка. Улыныц йорт һал-ғандағы сығымдарын күтәрешкеләй.
КҮТӘРЕШТЕРГЕЛӘҮ (күтәрештерге-лә-) ҡ. ҡар. күтәрешкеләү. Биле ауыртһа ла, ара-тирә тоҡ күтәрештергеләргә тура килә.
КҮТӘРЕШТЕРЕҮ (күтәрештер-) ҡ. ҡар. күтәрешкеләү. һирәк-һаяҡ ауыр йөк кү-тәрештерә.
КҮТӘРЛӘНЕҮ (күтәрлән-) ҡ. диал. ҡар. күтәренеү. Баҙарҙан күтәрләнеп ҡайтып инделәр.
КҮТӘРМӘ I (Р: каблук; И.: heel; T: topuk) и.
Үксә. □ Каблук. Итек күтәрмәһе. ■ Шәүрә итек күтәрмәләрен тыҡылдата баҫып бейей-бейей тағы уртаға уҙҙы. 3. Биишева.
КҮТӘРМӘ II (Р: крыльцо; И.: porch; T: yükseltilmiş kapı eşiği) и.
Өйгә инә торған таҡта баҫҡыс; тупһа. □ Крыльцо. Бейек күтәрмә. Күтәрмәлә ултырыу. ■ Аяғына оҙон ҡуныслы итек кейгән бер кеше күтәрмәгә сығып баҫты. М. Ғафури. Ике генә баҫҡыслы күтәрмәне менеүгә, тулы асылған ишек, «рәхим итегеҙ» тигән шикелле, ҡоласын йәйеп тора. К. Мәргән. [Ғәзимәләрҙец] йәм-йәшел өй түбәһе лә, тышҡа ҡарап асылған, һарыға буялған йылтыр тотҡалы ишектәре лә, шып-шыма күтәрмәләре лә балаларҙы тац ҡалдыра. Ф. Рәхимғолова.
♦ Күҙе кара күтәрмәгә йығылған йәберле кеше үҙенән дә ныҡ йәберлене рәнйеткәндә әйтелә. □ Так говорят, когда обиженный обижает других.
КҮТӘРМӘ III и. диал. ҡар. күтәрем.
КҮТӘРМӘ IV (Р: стоячий (о воротнике); И.: standing; T: dik duran) с.
Күтәреп ҡуйылмалы (яға). □ Стоячий (о воротнике). Күтәрмә яға.
КҮТӘРМӘЛЕ I (Р: с каблуком; И.: with a heel; T: topuklu) c.
Үксәһе, күтәрмәһе булған. □ С каблуком, на каблуках. Күтәрмәле итек. Күтәрмәле ботинка. ■ Фәғилә, бейек күтәрмәле туфлиҙар кейгән аяҡтарыныц береһен ултырғысҡа күтәрә баҫып, мицә яны менән торған. Й. Солтанов.
КҮТӘРМӘЛЕ II (Р: с крыльцом; И.: having a porch; T: eşikli) с.
Баҫҡысы, күтәрмәһе булған. □ С крыльцом. Бейек күтәрмәле йорт. ■ [Катындар] тауҙан төшөп, тар ғына йылға аша һалынған күпер төбөнән уцға ҡайырылдылар ҙа, бейек күтәрмәле ҙур йорт алдына килеп туҡтанылар. Р. Хажиев.
КҮТӘРМӘЛЕКЛӘҮ (күтәрмәлеклә-) ҡ. диал. ҡар. күтәрмәләү. Күтәрмәлекләп баш ҡағыу. ■ Телдәр, шаян кеше табыла инде ул арала. Уна-һанда сабыр ғына һүҙ ҡыҫтырғылап алыусылар ҙа дөйөм ҡыу-ғәләмәтте күтәрмәлекләй. А. Мағазов. Колағы төбөндә
873