КҮТӘРМӘЛӘҮ
дәртле лә, ярһыу ҙа яңғыраған ауаздар: «Меҫкенләнмә! Ғорур бул, һин — кеше! Бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыҡҡан кеше!» — тип тетрәгән куңелде йыуата, кутәрмәлекләй ине. Ш. Янбаев.
КҮТӘРМӘЛӘҮ (күтәрмәлә-) (Р.: поддерживать; И.: back; T.: desteklemek) ҡ.
1. Күтәремләү, ярҙам итеү; яҡлау, хуплау.
□ Поддерживать. Тәҡдимде кутәрмәләу.
2. Кемдеңдер эшен, һүҙен ҡеүәтләү, хуплау. □ Поддерживать, подбадривать, һуҙҙе кутәрмәләу. ■ Сөйөмбикәнең һуҙҙәрен Ғәмбәров кутәрмәләп алды. Ш. Янбаев. Ибра-һимдың һуҙен кутәрмәләп, көтөуселәр кемуҙарҙан Ҡара буренең иҫ киткес ҡылыҡтарын маҡтап һөйләргә тотоноп киттеләр. Й. Мостафин.
3. Дәрт, көс биреү, ярҙам күрһәтеү.
□ Подбадривать. Кутәрмәләп тороу. ■ Һәр төрлө ярышта ла командалағы уйынсыларҙы йә ҡысҡырып, йә ҡул сабып кутәрмәләу ғәҙәткә ингән. «Йәшлек», 20 июнь 2012.
4. Күтәрмә яһау, күтәрмәле итеү. □ Сооружать крыльцо. ■ Минең бабай туҡһан йәшендә лә һаман донъя хәлен ҡайғыртты. Яҙ башынан ҡалай тубәләп, кутәрмәләп өйөн яңыртты. Картотека фондынан.
КҮТӘРМӘҪ (Р.: несовершеннолетний; И.: minor; T.: reşit olmayan) с. диал.
1. Балиғ булмаған, пак. □ Несовершеннолетний. Кутәрмәҫ сабый.
2. Эреле-ваҡлы. □ Маленькие и большие (о детях). И Кутәрмәҫ балалары туп-тулы. Экспедиция материалдарынан.
КҮТӘРТЕҮ (күтәрт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. күтәреү, понуд. от күтәреү. Йөктө кешенән кутәртеу. Өй кутәртеу. ■ Батша ҡыҙы майҙанда башҡа һайлап тормаған, Уралды алып барырға бер яранға ымлаған. Ҡыҙ тәхеткә ултырған, тағы ҡолдан кутәртеп, һарайына юлланған. «Урал батыр». Ил яҙмышы кутәрткәнде иңгә ҡыйыу алабыҙ. С. Әлибаев.
2. Астан хәлһеҙләнеп, тора алмаҫ булыу (малға ҡарата). □ Дойти до крайней степени истощения (о домашних животных). Күтәрткән мал. И Бесән наҡыҫ булыуҙан кутәртеу хәленә еткән һыйыр ауыр быҙауланы.
Т. Ғарипова. Ул йылды ҡыш айырыуса оҙаҡҡа һуҙылды. Октябрь урталарында уҡ яуа башлаған ҡар апрель аҙаҡтарына тиклем ятты ла ҡуйҙы. Ҡалын көрт тишек-тошоҡ мал аҙбарҙарын ҡыйығына тиклем күмде, аслыҡтан үлем хәленә еткән Ҡошсо ауылы халҡы иртән тороуға солан ишектәрен аса алмай аҙапланды, малдар кутәртә башланы. Р. Хажиев.
КҮТӘРТЕШЕҮ (күтәртеш-) ҡ. урт. ҡар. күтәртеү, взаимн. от күтәртеү. Йорт кутәртешергә ярҙам итеу.
КҮТӘРТТЕРЕҮ (күтәрттер-) ҡ. йөкм. ҡар. күтәреү, понуд. от күтәреү. Ауырыу кешенән ауыр йөк кутәрттермәгеҙ. ■ Шунан был бер тәртә һымаҡ нәмә табып, кусәрҙе кутәрттереп бәйләй ҙә, тәгәрмәсен йөк өҫтөнә һалып, тәртәне һөйрәтеп, уҙе йоҡ артынан атлап ҡына ҡуҙғалып китә башлай. Әкиәттән.
КҮТӘРӘМ (Р: скот, дошедший до крайний степени истощения; И.: very lean cattle; T.: çok zayıf mal) и. диал.
Күтәрткән мал. □ Скот, дошедший до крайний степени истощения. • Аҡһаҡ кутэ-рәмдән яҡшыраҡ. Әйтем.
КҮҺЕЛЕҮ (күһел-) (Р: шевелиться медленно; И.: move slowly; T.: yavaş davranmak) ҡ. диал.
Ҡуҙғалыр-ҡуҙғалмаҫ ҡына булып ҡыбырлау. □ Шевелиться медленно.
КҮҺЕРЕЛЕҮ (күһерел-) ҡ. диал. ҡар. күһелеү.
КҮҺТЕҒАТА (Р: пикульник; И.: hempnettle; T.: kedibaşı otu) и. бот. диал.
Баҡсала, баҫыуҙа дымлы урындарҙа үҫә торған бер йыллыҡ ағыулы сүп үләне, күҙлут. □ Пикульник (лат. Galeopsis tetrahit). ■ Куһтеғата бөртөклө ашлыҡ, йәшелсә культуралары, шулай уҡ етен уҫкән ерҙә уҫә. Экспедиция материалдарынан. Куһте-ғатаның һабағы 50 сантиметрға етә. Куһтеғата июль-август айҙарында сәскә ата. Куһтеғатанан ҡорттар бал йыя. «Таң», 30 май 2011.
КҮҺТӘҮ (Р: омут, водоворот; И.: whirlpool; T: longuz) и. диал.
874