КҮШКӘТ
Йылға, күлдең соҡорло тәрән урыны; семәкәй, сөмбәй, сөңгөл. □ Омут, водоворот. ■ Куһтәу йота тиҙәр. Һыу ингәндә куһтәугә яҡын бармаҫҡа кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
КҮҺӘБӘ (Р.: безрассудный; И.: reckless; T.: düşüncesiz) с. диал.
Эштең асылына, төбө-тамырына төшмәй эшләй торған (кешегә ҡарата). □ Безрассудный (о человеке). Бер куһәбә булды бит был егет.
КҮҺӘБӘҮ (Р.: предположение; И.: supposition; T.: sezgi) и. диал.
Тоҫмал, сама, тәғрибән. □ Предположение, интуиция. Куһәбәу хаҡҡа сыҡты.
КҮБӘҮ (Р: бесплодный; И.: infertile; Т: kısır) с. диал.
1. Биҙәү. □ Бесплодный. Куһәу ҡатын. Куһәу һыйыр.
2. Һаҡал-мыйыҡ үҫмәгән кеше; күҫә.
□ Безбородый, с редкой бородой. Куһәу ҡарт.
КҮШЕГЕҮ (күшек-) (Р: промокать насквозь; И.: soak through; T: ıslanmak) ҡ.
Ныҡ һыуланып өшөү. □ Промокать насквозь; коченеть, продрогнуть. Ямғырҙа ку-шегеу. ■ Аҡ ҡайындар, томам кушегеп, тубэн ҡарап өнһөҙ ҡалғандар. К. Кинйәбулатова. Беҙ лысма һыу булдыҡ. Кушегеп бөттөк. Ә. Бикчәнтәев. Балыҡсы ныҡ кушеккән, тик иҫе китмәй уныц. Бер нөктәгә төбәгән ҡарашын, бөтә уйын. А. Игебаев. Көҙгө себеш кеуек кушеккән, арыған Ғабдрахман бик асыулы ине. Д. Исламов. Кушеккән ҡоштар төркөмөләй, ошо көҙҙөц һуңғы сәскәләре ҡыуаҡ-ҡыуаҡ ултыра тутәлдәрҙә. М. Кәрим.
♦ Күшеккән тауыҡ меҫкен генә булып ебеп торған кешегә әйтелә. □ соотв. Мокрая курица, замухрышка. ■ Былай кушеккән тауыҡ кеуек ебеп йөрөһәң, бер ваҡытта ла эш сыҡмаҫ. С. Агиш.
КҮШЕГЕШЕҮ (күшегеш-) ҡ. урт. ҡар. күшегеү, взаимн. от күшегеү. Ямғырға эләккәндәр ҙә, кушегешеп ҡайтып инделәр.
КҮШЕКТЕРГЕС (Р: мокрый; И.: soggy; soaking; T: ıslak) с.
Һыуландырып, еүешләп өшөтә торған.
□ Мокрый, холодный. ■ Төньяҡтан ку-
шектергес һалҡын елдәр иҫте. Ә. Вәли. Ку-шектергес елле-ямғырлы көндәр башланып киткәнлектән, йәш ҡолондарға бауырлыҡ бәйләргә булдылар, ти. Халыҡ ижадынан.
КҮШЕКТЕРЕҮ (күшектер-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. күшегеү, понуд. от күшегеү. Баланы ямғырҙа кушектермә. ■ Куптән тугел оҡшай ине уҙе ямғыр кушектергән сәу-кәгә. Картотека фондынан. Һалҡын ел, уҙәккә утерлек булып, кушектерә ине. Ә. Вәли.
2. эйһ. ф. ҡар. күшегеү. Ямғыр аҫтында ҡалдыҡ. Кушектерҙе.
КҮШЕРЕЛЕҮ (күшерел-) (Р: размякать; И.: get very wet; T: gevşemek) ҡ.
1. Ныҡ һыуланып, итәк-ең сосолоу, ҡотһоҙланыу. □ Размякать, раскисать (от влаги ). Ямғырға кушерелеп бөткән өҫ-баш.
2. Киң булып йәйелеү, эркелеү (нимәнеңдер өҫтөнә сыҡҡан йәки тугелгән шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Разливаться по поверхности. Юлдарҙа куләуектәр кушерелеп ята.
КҮШЕҮ (күш-) ҡ. диал. ҡар. күшегеү. ■ Ямғырҙа бәпкәләр кушей. Экспедиция материалдарынан.
КҮШКЕЛДЕРЕК (күшкелдереге) (Р: листья репейника; И.: burdock leaves; T: du-lavratotu yaprakları) и. диал.
Дегәнәк япрағы. □ Листья репейника (лопуха). Кушкелдерек йыйыу.
КҮШКӘ (Р: луб; И.: bass; T.: kitabiye) и.
1. Ҡайындың туҙы аҫтындағы йомшаҡ ҡатлам. □ Луб, лубок. Кушкә һыҙырыу.
2. диал. Ҡайындың ҡытыршы ҡабығы. □ Шероховатая кора берёзы. ■ Битемде ҡайындың суҡмар-суҡмар кушкәһенә терәйем. К. Кинйәбулатова.
КҮШКӘЙ ЯПРАҒЫ и. диал. ҡар. күш-келдерек. Һыҙлаған ергә кушкәй япрағы баҫыу.
КҮШКӘНДЕРЕК (күшкәндереге) и. диал. ҡар. күшкелдерек. Кушкәндерек өҙөу. Кушкәндерек төнәтмәһе.
КҮШКӘТ (Р: плавательный пузырь рыбы; И.: fish sound, swimming bladder; T.: yüzme kesesi) и. зоол. диал.
Балыҡ ҡыуығы. □ Плавательный пузырь рыбы. Балык кушкэте.
875