КҮШМӘК
КҮШМӘК (күшмәге) (Р.: твёрдая кора берёзы; И.: hard birchbark; T.: huş ağacının kabuğu) u.
1. Ҡайындың суғырмаҡлы ҡабығы. □ Твёрдая кора берёзы. Кайын күшмәге.
2. ҡар. күшкә. И Аллаяр башҡорт халҡы араһында ҡайын ите ашау ғәҙәте барлығын, ҡайындың туҙын, күшмәген һыҙырып ташлағандан һуң, ҡатыҡҡа ҡушып ашау өсөн бик тәмле бер нәмә килеп сыҡҡанын һөйләне. Ш. Шәһәр. Йыябыҙ ҙа күшмәктәр йә гөрөздәй бәшмәктәр. Кәрзинкә беҙҙең ерҙә буш килмәй инде бер ҙә. К. Кинйәбулатова.
КҮШМӘНДӘЙ (Р.: болыпой, огромный; И.: huge; T: büyük) с.
Ҙур, күләмле. □ Большой, огромный (о размере). М Ауыл буйлап һалмаҡ ҡына баҫып берәү килә. Арҡаһына күшмәндәй йөк аҫҡан. Р. Солтангәрәев.
КҮШТӘҮ (Р: омут; И.: slough; T: longuz) и. диал.
Йылға, күлдең соҡорло тәрән урыны; семәкәй, сөмбәй, сөңгөл. □ Омут, водоворот. Күштәү ерҙән алыҫ йөҙөргә кәрәк.
КҮШӘ I [фарс. (Р: улица; И.: street; T: sokak) и. иҫк. кит.
Урам, бәләкәй урам. □ Улица. ■ Йыһандың һәр күшәһе баҡса булды. М. Ғафури.
КҮШӘ II (Р: свитый жгутом конец основы; И.: base end in a plait; T: ip ucu) и. туҡ. диал.
Туҡыу станогында буй ептең ҡойроҡтан (тарайып барған өлөшөнән) һуң махсус элмәкләү юлы менән үрелгән өлөшө; шөйтө, шөйтө күҙе. □ Свитый жгутом конец основы. ■ Стандың теге осондағы оҙон ағас сәйгә беркетеп ҡуйылған йыуан сынйырға оҡшаған күшә әкрен генә кәмей. Р. Ғабдрахманов.
КҮШӘ III и. диал. ҡар. көпшә, й Урман буйында күшә, һыу буйында ҡыр һуғаны үҫә. Экспедиция материалдарынан.
КҮШӘ IV (Р: суслон; куча; И.: stack of sheaves; T: on demetten oluşan yığın) и. диал.
1. Ун көлтәнән торған һоҫлан. □ Суслон из десяти снопов. Ун көлтәне бер күшәгә һалалар.
2. Һуғылған ашлыҡ өйөмө. □ Куча зерна. Ашлыҡ күшәһе ямғырға эләккән.
3. Ботаҡ өйөмө. □ Куча веток. Пионерҙар усағына күшә әҙерләнек.
4. Дүң, өйөм ер. □ Куча земли. Күшә ер.
КҮШӘГӘ (Р: штора; И.: curtain; T: perde) и. диал.
1. Шаршау. □ Штора; занавеска. Күшәгә артына йәшенеү.
2. Ябынса, бөркәнсек. □ Плащ-накидка. • Эске кейемде кем күрә, күшәгәне ил күрә. Мәҡәл.
КҮШӘГӘ БАУЫ (Р: подарки сватов родителям невесты; И.: matchmakers’ gift for the bride’s parents; T: düğün hediyeleri) и. этн.
Ҡыҙҙың ата-әсәһенә бирелгән ҡоҙа-ҡоҙағый бүләктәре. □ Подарки сватов родителям невесты. ■ Бик яҡшылап әҙерләнеп килгәндәр ҡоҙалар, күшәгә бауы ла затлы. Картотека фондынан.
КҮШӘГӘБАШ (Р: подарки для матери невесты; И.: matchmakers’ gift for the bride’s parents; T: kızın annesine düğün hediyeleri) и. этн. диал.
Ҡыҙ йәрәшкәс, уның әсәһенә бүләктәр менән бергә бирелгән күлдәк, тун. □ Подарки (платье, шуба) для матери невесты после сговора. ■ Башта ҡоҙалашҡас, һарыҡ, һыйыр алып ҡайттылар. Ун көрәңкә май, ун көрәңкә бал, күшәгәбаш — күлмәк, анатун инәйемә, сәйе, шәкәре бар ине. Картотека фондынан.
КҮШӘГӘ БАШЫ и. этн. ҡар. күшәгә бауы. Күшәгә башы һайлау. Күшәгә башы биреү.
КҮШӘК (күшәге) [фарс.^4^ ] (Р: летний дом; И.: summer house; T: yazlık) и. иҫк. кит.
1. Йәйге йорт; аласыҡ. □ Летний дом. Күшәктә сәй эсеп ултыралар. ■ Башҡорт ҡарты кәмәһен.. яр ҡырына тартып сығарҙы ла, яҡындағы балыҡсылар күшәгенә барып, Татлыбайҙың ҡайҙа урынлашҡанын һорашып белде. Ш. Шәһәр.
2. диал. һайғау. □ Жердь.
КҮШӘЛӘҮ (күшәлә-) (Р: навивать; И.: coil; T.: kangal etmek) ҡ. диал.
1. Шөйтөләү. □ Навивать. Буйлыҡ епте күшәләү.
876