Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 879 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘБӘН ҠОЙОУ
уйнай башланыҡ. Бында рәхәт, тик елкәгә сәнскеле кәбәк кенә тула. Ғ. Аллаяров.
3. диал. Көрпә, он эреһе. □ Отруби, высевки. Кәбәк ҡушыу. Кәбәк ҡушып бешерелгән перәник.
4. Иләүҙән ҡалған он өҫтө. □ Мучные высевки. Кәбәкте һепереп алыу.
♦ Кәбәк баш аҡылһыҙ, ахмаҡ. □ Безмозглый; олух. И Оноттом да баһа, кәбәк баш булғанмын инде. Экспедиция материалдарынан.
КӘБӘК II (кәбәге) (Р.: веко; И.: eyelid; T.: göz kapağı) и. диал.
Күҙ ҡабағы. □ Веко. Кәбәгец шешеп киткән.
КӘБӘККӘ УЛТЫРЫУ (кәбәккә ултыр-) (Р: идти в стебель (о злаковых); И.: shoot; T.: filizlenmek) ҡ.
Ашлыҡтың һабаҡҡа үҫеүе. □ Идти в стебель (о злаковых). Ашлыҡ кәбәккә ултырған.
КӘБӘКЛЕ (Р: с мякинами; И.: with chaff; T.: kepekli) с.
Кәбәге булған. □ С мякинами, половами, отрубями. Кәбәкле икмәк.
КӘБӘКЛӘНЕҮ (кәбәклән-) (Р: превращаться в мякину; И.: turn into chaff; T.: kepeklenmek) ҡ.
Кәбәккә әйләнеү; ваҡланыу. □ Превращаться в мякину, полову. Бесән кәбәкләнгән.
КӘБӘКЛӘҮ (кәбәклә-) (Р: превращать в мякину; И.: make into a chaff; T.: kepeklemek) ҡ.
Кәбәккә әйләндереү; ваҡлау. □ Превращать в мякину, полову, һаламды тапап кәбәкләп бөтөу.
КӘБӘК-ҺӘБӘК (кәбәк-һәбәге) (Р: мякина; И.: chaff; T.: kepek) и. йыйн.
Игендең төрлө сүп-сары. □ Мякина, полова. И Бураһында бөткән бар игендәр, ҡалған кәбәк-һәбәк, ваҡ-төйәк. М. Ғафури.
КӘБӘН (Р: стог; И.: haystack; T.: kuru ot yığını) и.
Ҙур, түңәрәк итеп, ослап һалған бесән йәки кәлтә өйөмө. □ Стог. Аҙау кәбән. Кәбән ҡойоу. ■ Бер яҡтан бесән сабыла, икенсе яҡтан йыйыла, өсөнсө яҡтан кубәләнә, дуртенсе яҡтан кәбәндәр ҡойола. Ғ. Дәүләтшин. Кыҙрасурманда бер уҙе генә йөрөгән-йөрөгән дә, ҡайҙа барырға ла белмәгәс, бер
кәбән аҫтына инеп, йылынып йоҡлап киткән. Әкиәттән. Көлтәләрҙән ҙурат ҡуйылды, ҙураттарҙан кәбән ҡойолдо. М. Кәрим. Кук-рәкләнде кәбән, куркәмләнде, куп тә утмәй, кәбән осланды. Р. Ғарипов. • Кәбән курмәгән кәбән ишеген эҙләгән. Мәҡәл.
КӘБӘН АШЛЫҠ (ашлығы) (Р: стог хлеба; И.: cornstack; T.: dokurcun) и. диал.
Кәбәнгә һалынған ашлыҡ. □ Стог хлеба, хлеб в стогу.
КӘБӘН АЯҒЫ (Р: подставка под стог; И.: hay stand; T.: dokurcun ayağı) u.
Һаҙмат ерҙә кәбән аҫтына бүкәнләп ҡуйылған урындыҡ һымаҡ ҡоролма. □ Подставка под стог. Кәбән аяғы яһау.
КӘБӘНБАШ (Р: большеголовый; И.: heavy headed; T.: başı büyük) с. мыҫҡ.
Ҙур башлы кешегә ҡарата. □ Большеголовый. Кәбәнбаш ҡатын.
КӘБӘН БАШЫ (Р: верхушка стога; И.: hay on top; T.: kuru ot yığınının başı) u. һөйл.
1. Кәбәндең өҫкө яғы. □ Верхушка стога. Кәбән башында тороу. ■ Хәшиә, һин, ҡыҙым, кәбән башында торорһоң. Кинйәбай туҙышҡан бесәнде йыйыр, — тип кубә һәнәгенә тотондо әсәйем. Н. Мусин.
2. Түңәрәк икмәктең беренсе телеме; ҡыйырсыҡ. □ Горбушка хлеба.
КӘБӘН ҠОЙҒОС (Р: стогометатель; И.: hay stacker; T: otlukları atan makine) и.
Кәбән ҡойоу яйланмаһы. □ Стогометатель. И Рәуфә кәбән башында торҙо, Мансаф кәбән ҡойғос машина кутәргәндән ҡалған һәм кәбәнде тырмап шымартҡанда төшкән бесәнде өҫкә ырғытып торҙо. Ә. Вәли.
КӘБӘН ҠОЙОУ (кәбән ҡой-) (Р: метать стог; И.: mow; T: ot yığını yapmak) ҡ.
Бесәнде ҙур өйөмгә һалыу. □ Метать стог, стоговать. Арбаға кәбән һәнәктәрен тейәп, уҙебеҙ ҙә теҙелешеп ултырып, кәбән ҡойорға киттек. ■ Әнуәр ауылдаштары менән мәж килә, бик оҫта итеп кәбән ҡоя. А. Ғирфанов. [Хәким] ос, кукрәк һәнәктәрен ҡараштырып, кәбән ҡойорға әҙерләнде. Я. Хамматов. Ямғыр яуған, көн-төн яуған, һәм ер ҙә һыуға туйған. Бесәнсе тик төштә генә йәшелдән кәбән ҡой
879