Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 883 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

кәзә
Ике тәгәрмәсле мотоцикл. □ Двухколёсный мотоцикл. ■ Беҙҙә бер кеше ултырып йөрөй торған матайҙы кәжәматай тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
КӘЖӘН [рус.] (Р.: кожа; И.: leather; Т.: deri) и.
Күн; күн кейем. □ Кожа. / Кожаный; кожаная одежда, в Кәжән плащ. Кәжән куртка. Кәжәнең һыу үткәрәлер ахырыһы, туңғанһың. Ҡ. Ибәтуллин. Улар Рауил менән һәр көндө иртүк торалар ҙа, кәжән өҫтөнән тимер-томор тултырған кун сумкаларын аҫып, сығып китәләр. Ф. Әсәнов.
КӘЖӘНКӘ [рус.] и. диал. ҡар. кәзәнкә.
КӘЖӘҮНӘ [рус.] (Р.: кожевня; И.: tannery; T.: tabakhane) и. диал.
Күн эшкәртә торған урын. □ Кожевня. ■ Район үҙәгендә элекке тире йыйыусылар кәжәүнә астылар. Экспедиция материалдарынан.
КӘЗАЛИК [ғәр. (Р: так; И.: so; Т.: şöyle) а. иҫк.
Шулай, шулай уҡ. □ Так, так же. И Ни хурлыҡтыр, туғандар, эй, дуҫ-иштәр, кәсепте тәрех итеп эшһеҙ ятыуҙар, кәзалик ярты сәйгә ер һатыуҙар. Бәйеттән.
КӘЗГЕЛДӘҮ (кәзгелдә-) (Р: хрипеть; И.: wheeze; T: hırıldamak) ҡ. диал.
Ғыжылдау, ғыж-ғыж килеү, ҡарлығыу. □ Хрипеть, сипеть. Һалҡын тейҙереп кәз-гелдәу.
КӘЗ-ГӘЗ (Р: слово для зова козы; И.: word for calling a goat; T: keçileri çağırma kelimesi) саҡ. диал.
Кәзә саҡырыу һүҙе. □ Слово для зова козы. И Юғалған кәзәһен эҙләгән булып, кәз-гәз тип саҡырып, [Исхаҡ] биш әйләнде ауылды. Картотека фондынан.
КӘЗЕКЛӘҮ (кәзеклә-) (Р: дразнить; И.: mimic; T: kışkırtmak) ҡ. диал.
Кемделер үсекләү. □ Дразнить кого. Баланы кәзекләу. И [Һиҙиәт] белеп тора инде: усегеп, ҡаршылашып маташһаң, тегеләр тағы ла нығыраҡ кәзекләргә тотонасаҡ. Р. Солтангәрәев. Мәйтәм, һин, мырҙам, ағайыңды кәзекләу өсөн килдеңме? Картотека фондынан. Ауыл кешеләре лә Ишҡәле
ҡартты осратҡан һайын кәзекләп бер була. «Йәшлек», 5 февраль 2011.
КӘЗЕКЛӘШЕҮ (кәзекләш-) (Р: спорить; И.: argue; T: tartışmak) ҡ. диал.
Һүҙ көрәштереү. □ Спорить. ■ [Яхин менән Рәшиҙәнең әйткеләшеп килгәненә Халиҡов:] Әле ук кәзекләшеп килмәгеҙ, һеҙгә икәуләп оҙон юл утәһе бар әле. Н. Мусин.
КӘЗЕҮ (кәзе-) (Р: чувствовать недовольство; И.: be disturbed; T: rahatsız olmak) ҡ. диал.
Кемдеңдер ҡылығына ризаһыҙлыҡ тойғоһо кисереү. □ Чувстовать недовольство, причиняемое кем-л. Улының тыңламағаны өсөн атаһы ныҡ кәзей.
КӘЗЕФ (Р: облик человека; И.: look; T: kılık) и. диал.
Ҡиәфәт. □ Облик человека, внешний вид его. Кәзефле кеше. Кәзефһеҙ кеше.
КӘЗИБ [ғәр. ч-1^] (Р: обманчивый; И.: deceptive; T: yalan) с. иҫк. кит.
Аллъүк, ялған. □ Обманчивый. Төптө кә-зиб нәмә булды был.
КӘЗИМӘР (Р: вид ящерицы; И.: lizard species; T: bir cins kertenkele) и. зоол.
Кеҫәрткеләрҙең бер төрө. □ Вид ящерицы. Я Баҡыр кеҫәртке, һыу кеҫәрткеһе, тағы әллә нисә төрлө кеҫәрткеләрҙе һанап сыҡтылар, тик кәзимәр тураһында берәу ҙә әйтмәне. «Торатау», 7 июнь 2012.
КӘЗИНКӘ [рус. казёнка] и. диал. ҡар. кәзәнкә.
КӘЗҮНКӘ [рус. казёнка] (Р: склад на плоту; И.: cabin on a raft; T: sal üstünde bir kulübe) и.
Һал өҫтөндәге таҡтанан эшләнгән келәт.
□ Склад на плоту. ■ Ямғыр яуа башлағас, малайҙар кәзункәгә инеп тулды. «Юшатыр», 29 сентябрь 2009.
КӘЗӘ [боронғо төрки кечи] (Р: коза; И.: goat; T.: keçi) и. зоол.
Мамығы, һөтө һәм ите өсөн аҫрала торған мөгөҙлө, ҡыҫҡа ғына ҡойроҡло ваҡ мал.
□ Коза (лат. Capra aegagrus hircus). Кәзә тиреһе. Кәзә мамығы. Кәзә йөнө. Кәзә бәрәстәре. ■ Бәлхизә әбейҙең өй ишеге алдына ла кәзәләр тулғайны. Я. Хамматов. • Кәзәнең маллығы, бажаның туғанлығы. Әйтем.
29*
883