Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 885 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘЗӘ ҮЛӘНЕ
ҙә юҡҡа кәзәләнеп танау һалындырғанын. А. Игебаев.
2. кусм. Ыңғай ғына йөрөмәй, көйһөҙләнеү (машина, механизмдарға ҡарата). □ Барахлить (о механизмах).
КӘЗӘ МАЙЫ и. анат. ҡар. йөлөн.
КӘЗӘ МАМЫҒЫ и. диал. ҡар. дебет. Кәзә мамығын эшкәртеу. Кәзә мамығын иләу. Кәзә мамығынан кейемдәр.
КӘЗӘМИР (Р.: пряжа; И.: spun thread; T.: iplik) и. иҫк.
Йөндән иләнгән еп. □ Пряжа (шерстяная пряжа).
КӘЗӘМӨГӨҘ (Р: козерог; И.: Capricorn; T.: Oğlak takımyıldızı) и. астр.
1. (баш хәреф менән) Уҡсы менән Һыуғояр йондоҙлоҡтары уртаһында күктең көньяҡ ярымшарында урынлашҡан йондоҙлоҡ. □ Козерог (созвездие). Кәзәмөгөҙ йондоҙлоғо.
2. Ылаҡ (Уҡсы менән Һыуғояр йондоҙлоҡтары уртаһында урынлашҡан бөрөждәрҙең береһе). □ Козерог (знак зодиака). Кәзә-мөгөҙҙәргә хас холоҡ.
КӘЗӘ МӨГӨҘӨ (Р: рожковое дерево; И.: carob tree; T.: keçiboynuzu) и. бот.
Йыла япраҡлы, ваҡ ҡына өйкөм сәскәле, ҡуҙак емешле йылы яҡ ағасы һәм шул ағастың оҙон ҡара емеше; татлы мөгөҙ. □ Рожковое дерево (лат. Ceratonia siliqud).
КӘЗӘ МӘМӘЙЕ и. бот. диал. ҡар. шайтан һөтлөгәне.
КӘЗӘНКӘ (Р: казёнка; И.: closet; T.: küçük oda) и.
Соландағы бәләкәй бүлмә; соланса. □ Казёнка. Кәзәнкәгә сығыу. Кәзәнкәнән алыу.
КӘЗӘҢКЕ и. диал. ҡар. кәзәнкә. Кәзәң-кене йыуыу. Кәзәңкегә ҡуйыу. Кәзәңкене йыйыштырыу.
КӘЗӘ СӘСКӘҺЕ (Р: икотник серый; И.: hoary alyssum; T.: berteroa) и. бот.
Аҡ суҡ сәскәле, теҙмә йөнтәҫ япраҡлы үлән. □ Икотник серый (лат. Berteroa incana). Кәзә сәскәһе — дарыу уләне. Кәзә сәскәһен йыйыу. ■ Кәзә сәскәһе халыҡ медицинаһында осҡолоҡ тотҡанда тынысландырыусы дарыу уләне булараҡ ҡулланыла. В. Ғүмәров. Кәзә сәскәһе тау битләуендә, ялан ерҙә, юл
буйҙарында уҫә. Экспедиция материалдарынан.
КӘЗӘ СӘСӘГЕ (Р: разновидность оспы; И.: smallpox variety; T.: çiçek hastalığı türü) и. мед.
Эре сәсәк (сәсәҡ ауырыуының бер төрө). □ Разновидность оспы. Кәзә сәсәге сыҡҡан.
КӘЗӘ ТАЛЫ (Р: ива козья; И.: pussy willow; T.: keçi söğüdü) и. бот.
Йомшаҡ, шыйыҡ тал ҡыуаҡлығы. □ Ива козья, бредина (лат. Salix caprea). Кәзә талы шәп уҫә. Кәзә талының бейеклеге 6—10 метрға етә. И Әбекәй аҫҡа, ажғырып ятҡан йылғаға табан төшә башланы. Ярай ҙа, ары-бире тотонорға ваҡ ҡыуаҡтар — кәзә талы, суҡ тал, һары тал — һәммәһе бар Курәнле ярында. Г. Яҡупова.
КӘЗӘ ТАРАҒЫ (Р: гребень для вычёсывания козьего пуха; И.: comb for goat fluff; T.: tarak) и.
Кәзә мамығын тарай торған тараҡ. □ Гребень для вычёсывания козьего пуха. Кәзә тарағы алып тороу. Кәзә тарағы яһатыу. ■ Яңы йыл утеугә әсәйемдең оҙаҡламай кәзә тарарға ла ваҡыт етеп килә тип кәзә тараҡтарын соландағы кәштәнән алып, өйгә индереп тартмаға һалыуы бөгөнгөләй куҙ алдымда. Интернет селтәренән.
КӘЗӘ ТӘКӘҺЕ (Р: козёл; И.: he-goat; T.: teke, erkeç) и.
1. Кәзәнең иркәге. □ Козёл. Дебет тоҡомло кәзә тәкәләре. ■ Көтөу башы тау тубәненә тәгәрәй һәм куптән көткән ҡыҙыҡлы тамаша башлана. .. Ғәҙәттә, иң алдан, бөҙрәләнеп торған ҡупшы өлтөк аҫтына йәшеренгән куҙҙәрен аҡайтып, ҡараштары ифрат яман, уҙе ғәләмәт ҙур кәзә тәкәһе юл башлай. И. Ноғоманов.
2. кусм. әрл. Ҡатын-ҡыҙҙар менән шаярырға яратыусы кеше тураһында. □ О человеке, который любит флиртовать с женщинами. И «Эй, ҡарт кәзә тәкәһе! Гумерең буйы уйнаның ут менән, бынан ары яҡшылыҡ көтмә минән», — тип оҙатып ҡалды ирен Нәсимә. Ғ. Әбсәләмов.
КӘЗӘ ҮЛӘНЕ (Р: козлятник аптечный; И.: goat’s rue; T.: keçisedefi) и. бот.
885