КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ
1. Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған йыуан тамырлы күп йыллыҡ үлән үҫемлек.
□ Козлятник аптечный, галета (лат. Galega officinalis). И Кәзә уләне йәй уртаһында сәскә ата. Халыҡ медицинаһында диабет менән яфаланғанда ҡулланыла. Кәзә уләне ағыулы. Шуға уны белеп ҡулланырға кәрәк. Башҡортостан календарынан.
2. Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, йәшел көйө ашатыу өсөн, бесән, сенаж, силос әҙерләү өсөн сәселә торған культура. □ Козлятник восточный (лат. Galega orientalis). ■ Хужалыҡ етәксеһе Әхәт Мортазин әйтеуенсә, 650 гектар майҙандағы кәзә уләне, силос өсөн тәғәйенләнгән көнбағыш, судан уләне ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы туплау мөмкинлеге бирәсәк. «Башҡортостан», 27 июнь 2012. Культивация эшләтеу ҙә мотлаҡ: ҡый уләндәре тамыры менән сығасаҡ, киҫкес артынан барған тырма уларҙы йыясаҡ. Бесәнлек итергә уйлағас, һоло, арпаға ҡушып люцерна, кәзә уләне, клевер һымаҡ куп йыллыҡ уҫемлектәр сәсегеҙ. «Башҡортостан», 19 июнь 2012.
КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ (Р.: первоцвет весенний; И.: primrose; T.: çuhaçiçeği) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡыҫҡа ғына шыр һабаҡлы, һары суҡ сәскәле ашай торған үлән; кәкүк емеше, сәүкә башы.
□ Первоцвет весенний, примула весенняя (лат. Primula veriş). И Яҙ көндәрен курше малайҙары менән бергә, әрәмәлек буйына барып, беренсе сәскәләрҙән булған кәзә һаҡалы, кәкук башы кеуек сәскәләрҙе йыйып, ҡуҙғалаҡ, йыуа кеуек уләндәр эҙләп, .. уткәрә торғайныҡ. М. Ғафури. Кар иреу менән беҙҙең республикала, умырзая, кәзә һаҡалы (кәкук емеше) менән бер рәттән, елбәгәйҙең, яҙ йондоҙоноң бер нисә төрө сәскә ата. «Йәшлек», 10 апрель 2012. Арбап торҙо беҙҙе ҡашлаҡтарға әсе оҫҡон, кәзә һаҡалы. Беҙ аяҡҡа баҫтыҡ ул йылдарҙа, ана шулай ерҙән һут алып. X. Назаров.
КӘЗӘ-ҺАРЫҠ (кәзә-һарығы) (Р.: мелкий скот; И.: light beasts; T: keçi ve oğlaklar) и. йыйн.
Кәзә һәм һарыҡтар; ваҡ мал. □ Мелкий скот. Кәзә-Һарыҡ урсетеу. ■ Кәзә-Һарыҡты
бала-саға ла әйҙәп, ашатып алып ҡайта ала ул. М. Тажи. Урам бер аҙға һыйыр мөңрәгән, угеҙ укергән, кәзә-һарыҡ баҡырған, көтөу ҡаршылаусы балалар шаулашҡан тауыш менән тулды. 3. Биишева.
КӘЗӘ ШӘЛ (Р: пуховая шаль; И.: downy shawl; T: şal) и. диал.
Дебет шәл. □ Пуховая шаль.
КӘЙ (Р: ремешок; И.: small strap; T: kemer) и. диал.
Салғыны һапҡа беркетеп ураған ҡайыш. □ Ремешок, прикрепляющий косу к черенку. Кәй менән беркетеу.
КӘЙГЕ (Р: топор с поперечным лезвием; И.: kind of an axe; T: külünk) и. диал.
Бағау (ялғаш, умарта кеуек нәмә соҡой, бурәнә ыра торған арҡыры балта). □ Топор с поперечным лезвием (для выдалбливания корыт, колодочных ульев и бортей).
КӘЙД [ғәр. (Р: уловка; И.: trick; T: hile) и. иҫк. кит.
Мәкерле эш, хәйлә. □ Уловка, хитрость. ■ Яһилдарға тотҡон ҡылма, хасидтарҙың кәйден һаҡла. М. Өмөтбаев.
КӘЙЕГЕҮ (кәйек-) (Р: приедаться; И.: pall (on); T: bıkmak) ҡ. диал.
Бүгеү, биҙеү. □ Приедаться, пресыщаться.
КӘЙЕКТЕРЕҮ (кәйектер-) ҡ. йөкм. ҡар. кәйегеү. понуд. от кәйегеү.
КӘЙЕЛДЕРЕҮ (кәйелдер-) ҡ. йөкм. ҡар. кәйелеү, понуд. от кәйелеү.
КӘЙЕЛЕҮ (кәйел-) (Р: виражировать; И.: bank; T: viraj yapmak) ҡ.
1. Ҡыялатып, урата килеп боролоу. □ Виражировать (обычно о птицах). Кәйелеп осҡан ҡоштар. ■ Тәпәш кенә кәйелеп осҡан тәреле самолёттар пулемёттарҙан ут яуҙыра, ер тетрәтеп бомбалар шартлай. Ә. Хәкимов. Һауаларға осҡан һарығош кәйелеп-кәйелеп төшөп ташты ашай. Был донъяҡайҙарға ышанмағыҙ, хәйләлектә йөрөп башты ашай. Экспедиция материалдарынан.
2. Боролғанда юлдан сығып, һарҡыуға тайып төшөү; һырғалау (санаға, саңғыға ҡарата). □ Скользить по скату. // Скольжение по скату. Сана кәйелә. Саңғысылар кәйелеп оса.
886