КӘЙЕФ-САФА ҠОРОУ
КӘЙЕЛЕШЕҮ (кәйелеш-) ҡ. урт. ҡар. кәйелеү, взаимн. от кәйелеү.
КӘЙЕЛТЕҮ (кәйелт-) (Р.: вызывать скольжение; И.: cause sliding; T.: kaydırmak) ҡ.
1. һарҡыуҙа йәки боролмала шыйғалатып юлдан сығарыу □ Вызывать скольжение. Кусер санаһын кәйелтә-кәйелтә боролоп тыҡрыҡҡа инеп китте.
2. Ялпаҡ яҫы ташты һыу өҫтөнән һикер-тә-һикертә ебәреү; сәпәтеү. □ Запускать плоский камень по поверхности воды. Таш кэйелтеу. ■ Ҡырсындан һайлап алған йоҡа таштарҙы тубәнерәк тоноҡ һыу өҫтөнән кәйелтте: туцәрәктәр ни тиклем һыуҙа куберәк куренгән һайын нығыраҡ ҡыуанды. Я. Хамматов.
КӘЙЕЛТМӘК (кәйелтмәге) (Р: скат; И.: slippery spot; T.: eğiklik) и.
Сананы кәйелтә торған ҡырын ер. □ Скат (на зимней дороге). Кәйелтмәктә ауыу.
КӘЙЕЛТМӘКЛЕ (Р: со скатами; И.: with slippery spots; T.: eğiklikli) c.
Кәйелтмәге күп. □ Co скатами. Кәйелтмәкле боролоштар. ■ Аҫтараҡ кәйелтмәкле боролош барын Алтынбай белмәй ине әле.
3. Ураҡсин.
КӘЙЕН I (Р: младший; И.: junior; T.: küçük) с. диал.
Кесе. □ Младший. Мин ағайымдан алты йәшкә кәйен.
КӘЙЕН II (Р: после, потом; И.: after (wards); T.: sonra) бәйл. диал.
һуң, һуңынан. □ После, потом. И [Исте-бай:] Бынау көтөуҙе әйләп ҡуйғандан кәйен, ауылға барып, тамаҡ туйҙырайым, тип китеп барамын. һ. Дәүләтшина.
КӘЙЕҮ (кәйе-) (Р: расстраиваться; И.: get upset; T.: gücenmek) ҡ. һөйл.
1. Йән көйөү. □ Расстраиваться. Үткән эшкә ҡәйеп ултырыу. Бушҡа кәйеу.
2. Йән көйөп әрләү. □ Ругать. Булдыҡһыҙҙы кәйеу.
КӘЙЕФ [ғәр. (Р: настроение; И.: mood; T.:keyif) и.
1. Эске рухи хәл, күңел торошо. □ Настроение. Яҡшы кәйефтә булыу. Кәйефемде боҙмағыҙ. Кәйефем насар. Кәйеф килеу. Кәйеф китеу. Кәйеф ҡырылыу. И Ҡолсобай йәш
дуҫының кәйефе юҡлығын һиҙеп, һораны: «Әллә арыныңмы? Аяғың ауыртамы?» • Әрһеҙ ҡунаҡ кәйефте ҡырыр. Әйтем.
2. Күңел күтәренкелеге; ҡәнәғәтлек.
□ Душевный настрой, подъём. Кәйеф көр булғас, эш тә ырай. Яҡшы кәйеф.
3. Кешенең үҙен яҡшы һиҙеүе, күңел теүәллеге. □ Самочувствие. Кәйефе бар.
КӘЙЕФ БӨТӨҮ (кәйеф бөт-) (Р: испортиться (о настроении)', И.: feel down; T.: keyifi bozulmak) ҡ.
Кәйеф насарланыу, күңелһеҙләнеү. □ Испортиться (о настроении). ■ Куртка кеҫәһендә шул уҡ ҡул менән яҙылған икенсе записканы тапҡас, уның [Сәмиғтың] кәйефе ҡырылды. Т. Ғиниәтуллин.
КӘЙЕФ КИТЕҮ (кәйеф кит-) ҡ. ҡар. кәйеф бөтөү.
КӘЙЕФ ҠЫРЫЛЫУ (кәйеф ҡырыл-) ҡ. ҡар. кәйеф бөтөү.
КӘЙЕФЛЕ (Р: весёлый; И.: merry; Т.: ке-yifli) с.
Күтәренке күңелле; шат. □ Весёлый, с настроением. Кәйефле көн. Яҡшы кәйефле кеше. Кәйефле саҡ.
КӘЙЕФЛЕЛЕК (кәйефлелеге) (Р: бодрость; И.: cheerfulness; T.: keyiflilik) и.
Кәйефле булыу хәле. □ Бодрость.
КӘЙЕФЛӘНДЕРЕҮ (кәйефләндер-)
(Р: веселить; И.: cheer (up); T.: keyiflendirmek) ҡ.
Кәйефле итеү. □ Веселить. Был һуҙҙәр мине кәйефләндереп ебәрҙе.
КӘЙЕФЛӘНЕҮ (кәйефлән-) (Р: веселиться; И.: enjoy oneself; T.: keyiflenmek) ҡ.
Яҡшы кәйефле булыу, ҡәнәғәтлек кисереү. □ Веселиться, быть в хорошем настроении. Шатлыҡлы хәбәрҙән кәйефләнеу.
КӘЙЕФ-САФА (Р: веселье, развлечение; И.: merrymaking; T.: keyif) и. йыйн.
Уйын-көлкө, рәхәтлек. □ Веселье, развлечение. Кәйеф-сафа менән йәшәу. ■ Хөрмәтле ҡунаҡтар өсөн .. алда — оло майҙан, тирә-яҡта ял, кәйеф-сафа урындары... 3. Ураҡсин.
КӘЙЕФ-САФА ҠОРОУ (кәйеф-сафа ҡор-) (Р: веселиться; И.: enjoy oneself; T.: keyiflenmek) ҡ.
Уйнап-көлөп күңел асыу. □ Веселиться, развлекаться. Кәйеф-сафа ҡороу урыны.
887