Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 888 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

кәйефте бөтөрөү
КӘЙЕФТЕ БӨТӨРӨҮ (кәйефте бөтөр-) (Р.: испортить настроение; И.: feel down; T.: keyifini bozmak) ҡ.
Яҡшы кәйефте юҡҡа сығарыу, кәйефте боҙоу. □ Испортить настроение, һис юҡтан кәйефте бөтөрҙө.
КӘЙЕФТЕ ЕБӘРЕҮ (кәйефте ебәр-) ҡ. ҡар. кәйефте бөтөрөү.
КӘЙЕФТЕ ҠЫРЫУ (кәйефте ҡыр-) ҡ. ҡар. кәйефте бөтөрөү.
КӘЙЕФТЕ ТӨШӨРӨҮ (кәйефте төшөр-) ҡ. ҡар. кәйефте бөтөрөү.
КӘЙЕФ ТӨШӨҮ (кәйеф төш-) ҡ. ҡар. кәйеф бөтөү.
КӘЙЕФ-ХӨЗУР и. йыйн. ҡар. кәйеф-сафа. ■ Ултырҙылар кәйеф-хозур ҡороп, ҡара-ҡаршы туңәрәк өҫтәлдә. М. Тажи.
КӘЙЕФ-ХӘТЕР (Р.: настроение и состояние; И.: mood and disposition; T.: keyif) и. йыйн.
Кешенең кәйефе һәм хәл-әхүәле. □ Настроение и состояние. Кәйеф-хәтер яҡшы булыу. ■ «Туташ, кәйеф-хәтерегеҙ хушмы?» — тигән булам. «Арыу әле», — ти Зөләйха. Т. Йәнәби.
КӘЙЕФҺЕҘ (Р: невесёлый; И.: cheerless; T.: keyifsiz) с.
Насар кәйефле; асыулы, күңелһеҙ. □ В плохом настроении, не в духе, невесёлый; понурый. Кәйефһеҙ ваҡыт. Кәйефһеҙ ултырыу. И Даль бик кәйефһеҙ ине, бөтә был башбаштаҡлыҡтар уның нескә куңелен ныҡ рәнйетә, тыныс ҡына башҡарған эштәренә ҡамасаулай ине. 3. Ураҡсин.
КӘЙЕФҺЕҘЛЕК (кәйефһеҙлеге) (Р: плохое настроение; И.: bad mood; T.: keyifsizlik) и.
Кәйефһеҙ, күңелһеҙ хәл. □ Плохое настроение, плохое самочувствие; подавленность. ■ Кәйефһеҙлек — куңел бушлығы ул. Юҡ, ул, хатта, рухи имгәнеу. С. Кулибай.
КӘЙЕФҺЕҘЛӘНДЕРЕҮ (кәйефһеҙләндер-) (Р: испортить настроение; И.: spoil one’s mood; T.: keyifsizlendirmek) ҡ.
Кәйефһеҙ итеү. □ Испортить настроение кому. Был һуҙҙәр уны кәйефһеҙләндереп ебәрҙе.
КӘЙЕФҺЕҘЛӘНЕҮ (кәйефһеҙлән-)
(Р: хандрить; И.: have the blues; T.: keyifsizlenmek) ҡ.
Күңелһеҙ хәлгә килеү; күңелһеҙләнеү.
□ Хандрить, быть не в настроении. Кәйефһеҙләнеп китеу.
КӘЙЕФ-ШӘРИФ и. йыйн. ҡар. кәйеф-хәтер.
КӘЙКЕ (Р: вогнутый; И.: concave; T.: içbükey) с. диал.
Ҡайкы. □ Вогнутый. Кәйке танаулы малай.
КӘЙКӘЙЕҮ (кәйкәй-) (Р: загибаться кверху; И.: turn upwards; T.: kıvrılmak) ҡ. диал.
1. Кәксәйеү. □ Загибаться кверху. И [Хэ-кимдең] электән алға сығыбыраҡ торған эйәге тағы ла нығыраҡ ослайып кәйкәйгән. Я. Хамматов.
2. Ҡайҡайыу. □ Откидываться назад. Артҡа кәйкәйеп китеу.
КӘЙКӘЙТЕҮ (кәйкәйт-) ҡ. йөкм. ҡар. кәйкәйеү, понуд. от кәйкәйеү.
КӘЙКӘЛӘК с. диал. ҡар. кәйелтмәкле.
КӘЙКӘЛӘТЕҮ (кәйкәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. кәйкәләү, понуд. от кәйкәләү.
КӘЙКӘЛӘҮ (кәйкәлә-) (Р: скользить по скату; И.: slide away; T.: kaymak) ҡ. диал. ҡар. кәйкәлеү 2.
Боролғанда юлдан сығып, һарҡыуға тайып төшөү; кәйелеү, һырғалау (санаға, саңғыға ҡарата). □ Скользить по скату. // Скольжение по скату. Сана кәйкәләгән.
КӘЙКӘН (Р: кокетливый; И.: flaunt; T.: fıkırdak) и. диал.
Ҡылансыҡ. □ Кокетливый, кривляющийся. Кәйкән ҡыҙ.
КӘЙКӘНЛӘҮ (кәйкәнлә-) (Р: кокетничать; И.: coquet; T.: cilvelenmek) ҡ. диал.
Ҡылансыҡланыу, ҡыйпанлау. □ Кокетничать, кривляться. Бала кәйкәнләй.
КӘЙЛЕ I (Р: сосальщики; И.: flukes; Т.: digenea) и. зоол. диал.
Ҡылйылан; кеше һәм хайуандарҙа була торған паразит селәүҙәр. □ Сосальщики (разновидность глистов) (лат. Trematodd). ■ Кәйленең оҙонлоғо 30 сантиметрға етә. Кәйлеләрҙең ҡан һура торғандары, бауырҙа
888