Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 889 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘКЕС
була торғандары, упкә имеуселәре була. Интернет селтәренән.
КӘЙЛЕ II [ҡаҙ.] (Р.: редкий; И.: thin; T.: sayılı) с.
Урыны-урыны менән, унда-бында ғына үҫкән; ала-сола (иген, уҫемлектәргә ҡарата). □ Редкий, выросший местами (о хлебах, растениях). Иген кәйле булған. Кәйле иген.
КӘЙЛЕГЕҮ (кәйлек-) ҡ. ҡар. кәйелеү 1,
2. Саңғысы бөркөт кеуек кәйлегеп оса ла оса. И Сана табандары аҫтында, ҡыштырлап, ошо йылдың иң аҙаҡҡы епшек ҡары иҙелде, ат тояҡтарынан ҡубып, биткә бысраҡ сәсрәне, һалыулы юлда сана әле бер, әле икенсе яҡҡа кәйлегеп ҡыңғырланы. Й. Солтанов.
КӘЙЛЕГЕШЕҮ (кәйлегеш-) ҡ.урт. ҡар. кәйлегеү, взаимн. от кәйлегеү.
КӘЙ Л ЕКТЕРЕҮ (кәйлектер-) ҡ. йөкм. ҡар. кәйлегеү, понуд. от кәйлегеү.
КӘЙЛӘ [рус. кайло < кел.] (Р: кайло; И.: (miner’s) hack; T.: külünk) и.
Ике башы ла үткер сүкеш рәүешендәге ағас һаплы ҡорал. □ Кайло, кирка. Кәйлә менән ҡаҙыу. Кәйлә менән таш ватыу. М Арыраҡ, яр ситен уйып, ағастар менән нығытылған ҡыуыш, алдында, тәртипһеҙ рәуештә кәйлә, кәрәк, сәйнук һәм биҙрәләр ята. Я. Хамматов.
КӘЙМЕЛДӘҮ (кәймелдә-) (Р: трястись; И.: shake; T.: titremek) ҡ. диал.
Һиңкелдәү. □ Трястись, качаться. Автобуста кәймелдәу.
КӘЙПЕЛЕҮ (кәйпел-) (Р: виражировать; И.: bank; T: viraj yapmak) ҡ. һөйл.
Кәйелеү. □ Виражировать (обычно о птицах). Кәйпелеп оса ҡоштар.
КӘЙПЕЛТЕҮ (кәйпелт-) (Р: запускать плоский камень по поверхности воды; И.: skip (a stone)’, T.: su üstüne taş atmak) ҡ.
Ялпаҡ яҫы ташты һыу өҫтөнән һикертә-һикертә ебәреү; кәйелтеү, сәпәтеү. □ Запускать плоский камень по поверхности воды. И Малай йәлпәк ташты алды ла һыуға кәйпелтте. Картотека фондынан.
КӘЙТӘН (Р: басон; И.: braid; T: saç örgüsü şeklindeki motif veya süs) u.
1. Уҡалы таҫма. □ Басон. / Басонный. Кәйтән менән биҙәу. Кулдәккә кәйтән тегеу. Я Уның [Һомайҙың] усма шәлкемдән, енсек
тәрен ҡапларҙай, кәйтән менән биҙәуле сәс толомо һалынған. «Урал батыр».
2. Үрмәле тар таҫма; ейәк. □ Плетёная узкая лента. И Кара ғына бәрхәт кулдәгемә кәйтән тектем ҡыҙыл ебәктән. Халыҡ йырынан.
КӘЙФИӘТ [ғәр. <££] (Р: облик; И.: look; T: görünüm) и. иҫк. кит.
1. Нәмәнең тышҡы ҡиәфәте, рәүеше.
□ Облик, внешний вид. Кеше кәйфиәте.
2. Эштең рәүеше, хәле. □ Состояние (работы, дела). Эштең кәйфиәте.
КӘКЕРСӘК (кәкерсәге) (Р: зигзаг; И.: zigzag; T.: zikzak) и.
1. Киртләс-киртләс һыҙыҡ. □ Зигзаг. Юл кәкерсәк яһай. ■ Тау мороно һайын юл кәкерсәк яһап китә. Ж. Кейекбаев.
2. Киртләс-киртләс биҙәк. □ Зигзагообразный узор. Ваҡ кәкерсәк.
3. Үрәсә һалыу өсөн арба күкрәгенә ҡуйылған ике кәкре ағас. □ Дугообразный или гнутый ствол дерева (обычно применяемый в телеге). Алғы кәкерсәк. Артҡы кәкерсәк.
4. иҫк. Һабанға атты мисәү өсөн ҡуйылған кәкре ағас. □ Часть упряжки в виде дугообразной палки (для зацепления постромки пристяжной). Мисәу кәкерсәге.
КӘКЕРСӘКЛЕ (Р: дугообразный; И.: arched, bow-shaped; T.: zikzak şeklinde) c.
Кәкерсәк рәүешендәге. □ Дугообразный, зигзагообразный. Кәкерсәкле һыҙыҡ. Кәкерсәкле биҙәк.
КӘКЕРСӘКЛӘҮ (кәкерсәклә-) (Р: делать зигзагообразным; И.: make zigzag-like; T.: zikzak yapmak) ҡ.
Киртләс-киртләс итеү, кәкерсәкле итеү.
□ Делать зигзагообразным.
КӘКЕРСӘЛӘҮ (кәкерсәлә-) ҡ. диал. ҡар. кәкерсәкләү.
КӘКЕС (Р: загнутый; И.: turned-in; Т.: kıvrık) с.
1. Кәкрәйеп өҫкә ҡараған; кәксәйгән.
□ Загнутый. Кәкес бармаҡ. Кәкес танау. ■ Мырҙаш — .. шаҙра табаҡ битле, кәкес танаулы, шағыр куҙле кеше. Д. Юлтый.
2. диал. Бәкес, осо саманан артыҡ эскә тартып һапланған (салғы йәки ураҡҡа ҡара-
889