КӘК-КҮК
та). □ Сильно загнутый (о косе, серпе). Кәкес ураҡ. Кәкес һаплау.
КӘК-КҮК (Р.: ку-ку; И.: cuckoo; T.: guk guk)оҡш.
Кәкүк ҡысҡырған тауышты белдергән һүҙ. □ Ку-ку (подражание кукованию кукушки). ■ Кәкук һаҡаулана, йәмле май айы уҙһа. «Кәк-кук» тип әйтер урынға, «кәккәк» тигән була. С. Кулибай.
КӘКРЕ I (Р: кривой; И.: crooked; T.: eğri) с.
Бер яҡҡа бөгөлгән, тура булмаған, төҙ түгел. □ Кривой. // Криво. Кәкре ағас. Кәкре аяҡ. Кәкре таяҡ. Кәкре һыҙыу. ■ һыу ситендә ялбыр кәкре ҡайын, һыу әсәме эйелеп көн буйы. Ф. Бикбов. • Кәкрене бөкрө курә алмай. Әйтем.
♦ Бармағы үҙенә <табан> кәкре 1) үҙен генә ҡайғыртҡан кеше тураһында әйтелә.
□ соотв. Своя рубашка ближе к телу. Һәр кемдең бармағы уҙенә кәкре; 2) урлашыуға бара алған кеше хаҡында әйтелә. □ Нечист на руку. ■ Бармағы уҙенә ҡарай кәкре ҡайбер турәләр тирәһендә оҙаҡ сыуалыу Дөмфиулланы тормош тәжрибәләренә байытты. Й. Солтанов. Дөйә муйынынан кәкре бик килешмәгән эшкә ҡарата әйтелә.
□ Кривее верблюжьи шеи (о небрежной работе или невпопад сказанном слове). Кәкрегә бөкрө эш уңайға бармай, гел кире килгәндә әйтелә. □ Шиворот-навыворот. Кәкре ҡайынға терәтеү алдау, һемәйтеү. □ Обвести вокруг пальца, оставить в дураках. Кәкре ҡайынға терәтеп китеу.
КӘКРЕ II (Р.: пирог с начинкой; И.: pie with a filling; T.: börek) и. диал.
Бөккән, эсенә берәй ризыҡ һалып бөгөп яһалған ваҡ бәлеш. □ Пирог с начинкой. Эремсек кәкреһе. Емеш-еләк кәкреһе.
КӘКРЕ-БӨКРӨ (Р.: корявый; И.: rough; crooked; T.: eğri büğrü) c.
Тегеләй ҙә, былай ҙа кәкре, төрлө яҡҡа кәкрәйгән. □ Весь искривлённый, кривой; корявый. Кәкре-бөкрө ағас. Кәкре-бөкрө тимер. Кәкре-бөкрө урам.
КӘКРЕСУҠЫШ и. зоол. диал.
1. ҡар. кәкресуҡыш көйөлдө.
2. Ҡурпысыҡ, урман өйрәге. □ Вальдшнеп (лат. Scolopax rusticola). Европаныц
һәм Азияның еуеш урмандарында йәшәй, бөжәктәр менән туҡлана торған, һунар өсөн мөһим булған кусмә ҡош ул кәкресуҡыш. Кәкресуҡыштың ҙурлығы кугәрсендәй; куберәк ерҙән йөрөусе оҙон суҡышлы бик һаҡ ҡош. Аҙыҡ эҙләргә башлыса эңерҙә генә сыға кәкресуҡыш. Э. Ишбирҙин. Кәкресуҡыш көтмәгәндә генә аяҡ аҫтынан осоп китә һәм тура өҫкә кутәрелеп, шунан ғына алға оса, был ваҡытта тамаҡ ҡырғандағы һымаҡ тауыш сығара. Экспедиция материалдарынан.
КӘКРЕСУҠЫШ КӨЙӨЛДӨ (Р: большой кроншнеп; И.: Eurasian curlew; T: bayağı kervan çulluğu) и. зоол. диал.
Бөтә ер йөҙөндә осрай, һыу буйында йәшәй торған, көйөлдөләр менән аҡсарлаҡтарҙы эсенә алған ҡоштар отрядына ҡараған, төҫө — ҡара, буй-буй ерән һорғолт һыҙыҡлы, ҡойроғоноң өҫтө һәм ҡорһағы аҡ төҫтә, аяҡтары күкһел һоро ҡош, көйөлдө. □ Большой кроншнеп (лат. Numenius arquata). Кәкресуҡыш көйөлдө Башҡортостанда киң таралған, һыу буйҙарында тереклек итә. Оҙон аяҡлы, аҫҡа табан кәкрәйгән оҙон суҡышлы, өйрәктән ҙур был ҡош яҡшы йөҙә, кәрәк саҡта сума. Э. Ишбирҙин. Кәкресуҡыш көйөлдөнөң тауышы «көйөөөөл, көйөөөөөл, өл-өл-өл» тип сыға. Шырлыҡтарҙа, һыулы болондарҙа йәшәй, ваҡ балыҡ, бөжәк, көҙөн еләк-емеш менән туҡлана кәкресуҡыш көйөлдө. Интернет селтәренән. Кәкресуҡыш көйөлдө — һунар ҡошо, уны ите өсөн аулайҙар. Ғаилә календарынан.
КӘКРЕ ТИМЕР (Р: кочерга; И.: poker; T: ocak demiri) и. диал.
Тәртешкә, болғауыс. □ Кочерга. Кәкре тимер яһатыу. Кәкре тимер менән тартыу.
КӘКРЕ ЬЫҘЫҠ (һыҙығы) (Р: кривая линия; И.: curve line; T: eğri çizgi) и. мат.
Тура булмаған, бөгөлгән, кәкрәйгән һыҙыҡ. □ Кривая линия. Кәкре һыҙыҡ һыҙыу.
КӘКРЕШКӘ (Р: хилый; И.: sickly; puny; T: cılız) с. һөйл.
Ябығып, кәкрәйеп бөткән. □ Хилый. Кәкрешкә ат. ■ Курайсы Әхмәҙи ҙә ярлы. Шулай ҙа уның, кәкрешкә генә булһа ла, ат ҡынаһы бар. Ж. Кейекбаев.
890