Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 891 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘКҮК АЙЫ
КӘКРӘЙЕҢКЕРӘҮ (кәрәйеңкерә-) (Р.: чуть-чуть погнуться; И.: become bend slightly; T: azıcık eğrilmek) ҡ.
Саҡ-саҡ ҡына кәкрәйеү, бөгөлә төшөү. □ Чуть-чуть погнуться; искривиться. Кәкрәйеңкерәп йөрөу. Ағас кәкрәйеңкерәп уҫкән.
КӘКРӘЙЕҮ (кәкрәй-) (Р.: кривиться; И.: become crooked; T.: eğrilmek) к.
1. Кәкрегә әйләнеү, кәкре булыу. □ Кривиться, искривляться. Ағас кәкрәйгән. ■ Ғумер буйы байҙарға йорт һалып, келәт бурап, [Хәлим ағайҙың] бармаҡтары кәкрәйеп ҡатҡан. Улар ҡәләм тоторға харап ипһеҙ.
3. Биишева.
2. Билде бөгөү, алға эйелеү. □ Горбиться. Кәкрәйеп йөрөу. Кәкрәйеп тороу. Билдән кәкрәйеу.
КӘКРӘЙЕШЕҮ (кәкрәйеш-) ҡ. урт. ҡар. кәкрәйеү, взаимн. от кәкрәйеү. ■ Көн боҙолдө. Көтөугә ҡыуған малдар төш етер-етмәҫтән ҡалтыранышып, кәкрәйешеп кире әйләнеп ҡайталар. Ф. Әсәнов.
КӘКРӘЙТЕҮ (кәкрәйт-) (Р: кривить, гнуть; И.: bend; T.: eğriltmek) ҡ.
Кәкрегә әйләндереү, кәкре итеү. □ Кривить, искривлять, сгибать. Таяҡты кәкрәй-mey. Каҙаҡ кәкрәйтеу.
КӘКРӘНЛӘҮ (кәкрәнлә-) (Р: еле-еле шевелиться; И.: stir, move barely; T.: güçlükle kıpırdamak) ҡ. мыҫҡ.
Көс-хәл менән ыңғыр-шыңғыр ҡуҙғалыу (хәлһеҙ кешегә ҡарата). □ Еле-еле шевелиться. Кәкрәнләп эшләп йөрөу. Кәкрәнләп саҡ йөрөй.
КӘКСӘЙЕҮ (кәксәй-) (Р: загибаться к ветру; И.: turn up; T.: yukarıya bükülmek) ҡ.
1. Кәкрәйеп өҫкә ҡарау (ниҙеңдер осона, башына ҡарата). □ Загибаться кверху. Кәксәйгән итек. Итек башы кәксәйгән. Башы кәксәйгән сәкән. ■ Катын уртаса буйлы, аҡһыл һары сәсле, танауы бер аҙ өҫкәрәк кәксәйеп тора. Н. Асанбаев. [Ғимран бабай] эргәбеҙгә килеп еткәс, алға кәксәйгән һаҡалын таяғы башына терәп, аҙ ғына һуҙһеҙ тора. Н. Мусин.
2. Билдән кәкрәйеп төшөү. □ Искривиться, искривляться. Карт кәксәйгән.
КӘКСӘЙЕШЕҮ (кәксәйеш-) ҡ. урт. ҡар. кәксәйеү, взаимн. от кәксәйеү.
КӘКСӘЙТЕҮ (кәксәйт-) (Р: загибать кверху; И.: turn up; T.: yukarıya bükmek) ҡ.
Кәкрәйтеп өҫкә ҡаратыу (нимәнеңдер осон, башын). □ Загибать кверху. Итек башын кәксәйтеу. ■ Коралай алғы аяҡтарын ике яҡҡа киреп, башын кәксәйтеп ҡатып тик тора. С. Кулибай.
КӘКСӘН-БӨКСӘН (Р: сгорбившись; И.: in a crooked manner; stooping;; T.: bükülerek) p.
Билдән яҙыла алмай саҡ-саҡ ҡуҙғалып.
□ Сгорбившись, ссутулившись. Кәксән-бөксән килеп йөрөу. Кәксән-бөксән атлау.
КӘКСӘНЛӘҮ (кәксәнлә-) (Р: ходить, выгибаясь и сгибаясь; И.: walk unsteadily; T.: bükülmek) ҡ.
1. Кәксән-бөксән килеү, алға иңкәйеү; кәкрәнләү. □ Ходить, выгибаясь и сгибаясь. Кәксәнләп йороу. Кәксәнләп атлау.
2. Башты кәксәйтеп борғаланыу; кәкәнләү. □ Двигаться, извиваясь (о пресмыкающихся, гусеницах и т. п.). Кәксәнләп йылан йөҙөп килә.
КӘКҮК (кәкүге) [боронғо төрки кекук\ (Р: кукушка; И.: cuckoo; T.: guguk) и. зоол.
1. Оҙон ҡанатлы, ҡойроҡло, күкһел һыртлы, сыбар бауырлы урман ҡошо (йомортҡаһын уҙе баҫмай, сит ояға һала).
□ Кукушка (лат. Cuculus canorus). Кәкук тауышы.
2. Тотем ҡош. □ Кукушка (мифологизированная птица с женской символикой, прорицательница; тотем). И Кәкук ауылға килһә, яман була. һынамыштан. Һанама, кәкук, һанама ғумерем сәғәттәрен. Былай ҙа йөрәгем яна, белмәйем сәбәптәрен.
3. Ҡотлогилдина. Кәкук, кәкук, әйтсе миңә, купме минең ғумерем. Купме минең был донъяла шатлыҡтарым, куререм? Р. Ғарипов.
КӘКҮК АЙЫ (Р: май; И.: May; T.: Mayıs) и.
Кәкүк башлап саҡырған ай, май айы.
□ Май (месяц), доел. Месяц кукушки. И Сахрала кәкук, ай, саҡыра ҡарағайҙан бейек ҡайында. Илама ла, атай, илама, әсәй, беҙ ҡайтырбыҙ кәкук айында. Халыҡ йырынан.
891