КӘКҮКБАШ
КӘКҮКБАШ и. бот. диал. ҡар. кәкүк емеше.
КӘКҮК БАШМАҒЫ и. бот. ҡар. кәкүк ситеге.
КӘКҮК ЕМЕШЕ (Р: медуница; И.: lungwort; T.: ciğerotu) и. бот.
1. Йөнтәҫ һабаҡлы, ваҡ ҡына буранка рәүешендәге алһыу йәки күк сәскәле баллы ҡыр үләне; күк һөтләгән. □ Медуница (лат. Pulmonaria). Кәкук емеше япрағы. И Кәкук кенә ҡошо — ер ҡошо. Ерҙә генә була емеше. Мыҫҡылдарҙан ауыр һуҙ әйтмәгеҙ; ҡунаҡ ҡына була ҡыҙ кеше. Экспедиция материалдарынан. Кәкук емешен элек-электән упкә ауырыуҙарынан дауаланғанда ҡулланғандар. В. Ғүмәров.
2. диал. Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенән, бейеклеге 15 сантиметрға еткән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, кәзә һаҡалы. □ Первоцвет весенний, примула весенняя (лат. Primula veriş). ■ Кар иреу менән .. умырзая, кәзә һаҡалы (кәкук емеше) менән бер рәттән, апрель-май айҙарында елбәгәйҙең, яҙ йондоҙоноң бер нисә төрө сәскә ата. «Йәшлек», 10 апрель 2012. Кәзә һаҡалы туғай-яландарҙа, юл буйҙарында, урман ситендә уҫә. Кәзә һаҡалы Башҡортостандың таулы һәм урманлы райондарында осрай. Интернет селтәренән.
КӘКҮК ЕТЕНЕ (Р.: кукушкин лён; И.: common hair moss; T.: yosun türü) и. бот.
Бейеклеге 120 сантиметрға тиклем еткән етен һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ үлән үҫемлек, мүктең бер төрө. □ Кукушкин лён обыкновенный (лат. Polytrichum commune). ■ Кәкук етене дым куп булған ерҙә уҫә. .. Еуеш урмандарҙа һәм һаҙлы болондарҙа йыш ҡына йәшел мук — кәкук етене осрай. Экспедиция материалдарынан. Кәкук етене май-июнь айҙарында зәңгәр сәскә ата, июль-сентябрҙә орлоғо өлгөрә. Дауалау өсөн кәкук етененең орлоғо ҡулланыла ла инде. В. Ғүмәров.
КӘКҮК ҠАТАҺЫ и. бот. ҡар. кәкүк ситеге. ■ Кыңғырау сәскә, кугәрсен куҙе, кәзә һаҡалы, аҡсәскә, кәкук ҡатаһы... тағы әллә ниндәй йөҙ, мең төрлө сәскәләрҙең хуш еҫенән баштар әйләнә. Г. Әхмәтҡужина.
КӘКҮК ОҘОНМӨГӨҘӨ и. бот. ҡар. кәкүк әшәлсәһе.
КӘКҮК САҠЫРТА СЫҒЫУ (кәкүк саҡырта сыҡ-) (Р: весенние обрядовые игры на поле; И.: spring popular Bashkir game; T.: ilkbahar oyunları) ҡ. этн.
Кәкүк саҡырған ваҡытта яланда уҙғарылған йола уйыны. □ Весенние обрядовые игры на поле (в начальный период кукования кукушки).
КӘКҮК САҠЫРЫУ (кәкүк сакыр-) (Р: кукование кукушки; И.: cuckoo; T.: guguk-lamak) ҡ.
Яҙ айында кәкүктең ҡысҡырыуы. □ Кукование кукушки. Иртә таңда кәкук саҡыра. Кәкук саҡырырға тотондо. ■ Иҫкесә тик таңын кәкук саҡыра, кемдәргәлер һанап ғу-мерҙе... Р. Ғарипов.
КӘКҮК СИТЕГЕ (Р: венерин башмачок; И.: lady's slipper; T.: venüsçarığı) и. бот.
Орхидеялар ғаиләһенә ҡараған, оҙонса-раҡ япраҡлы, бик оҙаҡ ваҡыт ултырған һары ирен сәскәле ҡыр үләне. □ Венерин башмачок (лат. Cypripedium calceolus). ■ Кәкук ситегенең 65 төрө бар. Кәкук ситеге тропик һәм субтропик урмандарҙа, дымлы, көпшәк тупраҡлы, мукле урындарҙа уҫә. Интернет селтәренән. Кәкук ситегенең сәскәләре куҙ яуын алырлыҡ матур була. Экспедиция материалдарынан. Кәкук ситеге сәскәһен Әҙәм башы, Әҙәм уләне, кәкук башмағы, кәкук ҡатаһы, Венера башмағы, Мария башмағы һ. б. исемдәр менән атап йөрөтәләр, тик иң киң таралғандары — «башмаҡ» йәки «ситек» һуҙенә бәйле. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010.
КӘКҮК СӘРМӘҺЕ и. бот. диал. ҡар. кәкүк ситеге.
КӘКҮК СӘСКӘҺЕ (Р: зорька обыкновенная; И.: lychnis; T.: ibrik çiçeği) и. бот.
Июнь-июль айында ҡып-ҡыҙыл сәскә атҡан, һыуға тығып ышҡыһаң күперә торған сәскә; һабын сәскә. □ Зорька обыкновенная, татарское мыло (лат. Lychnis chalcedonica). Кәкук сәскәһен өҙөу. Кулды кәкук сәскәһе менән йыуыу. И ..Гел генә «кәк-кук» тип саҡырып йөрөгән ҡошто халыҡ кәкук ҡошо,
892