Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 897 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘМА-ЙӘНБӘҒИ
КӘЛӘП ҺАЛЫУ (кәләп һал-) (Р.: наматывать нить на мотушку; И.: hank; T.: sarmak) ҡ.
1. Епте кәләпкә урау □ Наматывать нить на мотушку Иләнгән епте кәләп һалыу.
2. кусм. Бер арала тегеләй-былай туҡтауһыҙ йөрөп тороу. □ Ходить взад и вперёд. Ике ей араһында кәләп һалыу. И Килмәттең ҡәйнеше [иптәше менән] .. кисә, ярты төн ауғансы гармун тызылдатып, урам буйлап кәләп һалдылар. Ф. Иҫәнғолов.
КӘЛӘШ (Р.: невеста; И.: bride; T.: gelin) и.
1. Әйттерелгән ҡыҙ (кейәуенә ҡарата).
□ Невеста, сговорённая (сосватанная) девушка. Кәләште оҙатып алыу. Кәләш димләу. И [Ғәлимйәндең] кәләшкә бараһы бар. Әле лә инде, эш ваҡыты тип, өс аҙна бара алмай ҡалды. И. Насыри. Шағәленец әйттерелгән кәләше ниндәйҙер инде — хәҙер төйнәлгән төйөндө кире сисеу мөмкинлеге булмағанын ул бик асыҡ белә ине. К. Мәргән. • Көйһөҙ кейәу кейәуләп ятҡансы, көйлө кейәу кәләшен алып ҡайтҡан. Мәҡәл.
2. Ҡатын (тәуге өйләнешкән йылдарҙа).
□ Жена (в первые годы после вступления в брак). И Йыл да уҙманы, кәләше уға [Бураншаға] бал ҡорто кеуек теремек .. ҡыҙ табып бирҙе. 3. Биишева.
КӘЛӘШ АЛЫУ (кәләш ал-) (Р: жениться; И.: marry; T.: evlenmek) ҡ.
Әйләнеү. □ Жениться. Кәләш алып башҡа сығыу. И [Хисмәтулла:] Мин кәләш алыу тураһында ысынлап әйтәм. Яусы итеп кемде ебәрәйем икән? Я. Хамматов.
КӘЛӘШ КЕЙӘҮЛӘҮ (кәләш кейәүлә-) ҡ. ҡар. кейәүләү.
КӘЛӘШЛЕККӘ (Р: в жёны; И.: asking for a wife; T: gelin olarak) р.
Кәләш, ҡатын итеп (алыу, һоратыу һ. б.), кәләш, ҡатын булып (килеу). □ В жёны. Кәләшлеккә алыу. Кәләшлеккә килеу. Кәләшлеккә димләу. ■ Әхмәтшаһы уны [Сәрбия-малды] кәләшлеккә алырға һорап бер тапҡыр ҙа яусы ебәрмәне. 3. Биишева. Тубәм куккә тейер ине, һин килһәң кәләшлеккә. Халыҡ йырынан. [Хажисолтан:] Сәйҙеямал,.. мин һине кәләшлеккә һоратырға уйлайым... Я. Хамматов.
КӘЛӘШЛӘНДЕРЕҮ (кәләшләндер-) (Р: женить; И.: marry off; T.: evlendirmek) ҡ.
Кәләш алып биреү. □ Женить. Кәләшлән-дереу бурысы ҡуйылды.
КӘЛӘШЛӘНЕҮ (кәләшлән-) (Р: жениться; И.: marry; T.: evlenmek) ҡ.
Кәләш алыу, кәләшле булыу. □ Жениться, стать женатым. Егет кәләшләнде.
КӘЛӘШЛӘТЕҮ (кәләшләт-) ҡ. ҡар. кәләшләндереү.
КӘЛӘШ ӘЙТТЕРЕҮ (кәләш әйттер-) (Р: сосватать невесту; И.: ask consent of the fiancee’s parents; T: kız istemek) ҡ.
Һөйләшеп, кәләш килешеү. □ Сосватать невесту. И Карт өс улына ла кәләш әйттереп, ҙур-ҙур йорттар һалдырҙы, ти. Әкиәттән. Миңә лә кәләш әйттерер ваҡыт еткән дә баһа! — тине Хисмәтулла кутәренке куңел менән. Я. Хамматов.
КӘМ [фарс. ] (Р: меньше; И.: less; T.: az)/?.
1. Тейешле күләмдән, һандан әҙ; киреһе — артыҡ. □ Меньше. Кәм биреу. Көткәндән кәм сығыу.
2. Билдәле бер кимәлдән әҙ. ■ Меньше. Кәм өлөшө. ■ Көрән аттың даны таралды. Ғаяз байҙың тубәһе куккә кутәрелде. Мин дә аты уҙған Ғаяз байҙан кәм шатланманым. Д. Юлтый. Малай әле сыныҡмаған. Эшкә өйрәнһә, минән кәм эшләмәйәсәк. Я. Хамматов.
3. Булмышы, сифаты яғынан насар; түбән. □ Хуже, ниже. Кәм куреу. Кәм кеше. Үҙеңде кәмгә һанау. Бер ҙә кәм тугел. ■ Зыя Ғайморзин ысын артистарҙан кәм тугел. Ул йырға, ул бейеугә — уны ғына ҡуш. М. Тажи. Бер телдән дә телем кәм тугел — көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, кәм курер уны тик кәм куңел... Р. Ғарипов. Кәмәр әбейҙең ҡыуанысы башынан ашҡан. Ул турҙә .. ултыра. Дәрәжәһе оҫтабикәнән бер иле лә кәм тугел. Ғ. Дәүләтшин.
♦ Кәмен ҡуймау эш-ҡылыҡта кемдәндер ҡалышмау. □ Не отставать в работе.
КӘМА-ЙӘНБӘҒИ [ғәр. (Р: как надо; И.: properly; T: kemayenbagi) р. иҫк. кит.
Нисек кәрәк — шулай, тейешенсә. □ Как надо, как положено.
897