КӘМАЛ
КӘМАЛ [ғәр. cU] (Р.: совершенный; И.: perfect; T.: kemal) с. иҫк. кит.
Камил. □ Совершенный. Кәмал кеше.
КӘМАЛӘТ [ғәр. (Р: совершенство; И.: perfection; T.: kemal) и. иҫк. кит.
Камиллыҡ. □ Совершенство. ■ Кәмалә-тең бөйөк һинец, Өммөкамал. Ш. Бабич.
КӘМА-ҺҮӘ [ғәр.> ] (Р: как есть; И.: as it is; T.: kemafissabik) р. иҫк.
Нисек булһа — шулай; булғанынса. □ Как есть. Бөтә хәлде кәма-һуә һөйләп бирҙем.
КӘМЕНДӘ (Р: по меньшей мере; И.: at least; T.: en az) p.
Иң әҙе; әҙ тигәндә. □ По меньшей мере, по крайней мере. Кәмендә өс тапҡыр барыу. Кәмендә яртыһын биреу. ■ Һәр ауыл һайын кәмендә өс указный мулла бар. Ш. Бабич.
КӘМЕТЕЛЕҮ (кәметел-) ҡ. төш. ҡар. кәметеү, страд, от кәметеү.
КӘМЕТЕҢКЕРӘҮ (кәметеңкерә-) (Р: чуть-чуть убавлять; И.: decrease a little; T: azaltavermek) ҡ.
Күләмен, һанын кәметә биреү, аҙайта төшөү. □ Чуть-чуть убавлять, уменьшать. Хаҡын кәметеңкерәп һатыу. Кәметеңкерәп курһәтеу.
КӘМЕТЕҮ (кәмет-) (Р: уменьшать; И.: decrease, lessen; T.: azaltmak) ҡ.
Күләмен, һанын әҙәйтеү; киреһе — арттырыу. □ Убавлять, сбавлять, снижать, уменьшать. Тиҙлекте кәметеу. Планды кәметеу. Сығым куләмен кәметеу. Эш хаҡын кәметеу.
■ [Үмәр ҡарт] мәһәрҙе һаман кәметмәй, етмәһә, туйына тыу бейә һуйырһың тип әйтә, ти. Һ. Дәүләтшина. Эшсе көсөнөң куп булыуынан файҙаланып, управляющий бөтә нәмәне уҙе теләгәнсә башҡарҙы. Эш хаҡын кәметте. Я. Хамматов.
КӘМЕТЕҮСЕ I (Р: вычитаемое; И.: subtrahend; T.: çıkan) и. мат.
Икенсе бер һандан алынып, шуны кәметкән һан. □ Вычитаемое. Кәметеусе һан.
■ Бер ҙә ҡара иҫәпкә шәп тугел икән һатыусы. Кәмеусенән кәметеусене алғас, һөҙөмтәһен иҫәпләй алмай аптыраны. Экспедиция материалдарынан.
КӘМЕТЕҮСЕ II (Р: снижающий; И.: stepdown; T.: azaltan) с.
Күләм, ҙурлыҡ, һан яғынан әҙәйтеүсе, кесерәйтеүсе. □ Снижающий, убавляющий. Эш хаҡын кәметеусе курһәткес. Әҫәрҙең әһәмиәтен кәметеусе буш һуҙҙәр. Температураны кәметеусе дарыу. Тауар хаҡын кәметеусе ташлама. И Ауырыуҙарҙы киҫәтеп ҡуйырға кәрәк: кәуҙәнең ауырлығын кәметеусе төрлө биологик актив өҫтәмәләр һатып йөрөйҙәр. Килешәме, юҡмы, шул ҡәҙәр маҡтап биргәс, алалар инде. В. Ғүмәров.
КӘМЕТЕШЕҮ (кәметеш-) ҡ. урт. ҡар. кәметеү, взаимн. от кәметеү. ■ Кәңәшләшеп алайыҡ: бер колхоз ғына мал аҙығы хәстәрләп еткермәйәсәк. Быйылғы ҡоролоҡта аҙыраҡ малдарҙы кумәкләп кәметешеп торорға тура килер, ахыры, туғандар. Р. Сафин.
КӘМЕТТЕРЕҮ (кәметтер-) ҡ. йөкм. ҡар. кәметеү, понуд. от кәметеү. И Бай ағай минең эш хаҡын арттырырға уйлағайны, киреһенсә, булғанын кәметтерергә ярҙам итеуселәр табылды. М. Ғафури.
КӘМЕҮ (кәме-) (Р: убавляться; И.: diminish; decrease; T: azalmak) ҡ.
1. Һаны әҙәйеү; киреһе — артыу. □ Уменьшаться, убавляться, убывать, спадать. // Убыль, спад. Йылғала балыҡтар кәмей. Нефть кәмей. Гемоглобин кәмеу. ■ Кайһы бер йылдарҙа уның [Сәлмән ҡартың] ҡортло умартаһы мең баштан артып китер ине. Йылы килмәгәндә, умарталарҙың һаны кәмей торғайны. Ж. Кейекбаев. Надеждин тигән бер һалдат менән яҡындан танышҡас ҡына, был һоро казарма тормошо әҙерәк йәнләнә, мәғәнәлегә әйләнә башлағандай итте, куңел төшөнкөлөгөм кәмеугә китә башланы. Д. Юлтый. Ырҙындың бер башынан икенсе башына-са теҙелеп киткән кәбәндәр кәмеуе генә эсте бошора. Ғ. Ибраһимов.
2. Күләме, көсө яғынан әҙерәк булып ҡалыу. □ Спад, отлив. ■ Кул һыуы кәмеуенә ҡурҡышып, аҡсарлаҡтар ҡысҡырышты. Я. Хамматов. • Иҙел һыуы эскәндән кәмемәй. Мәҡәл.
3. Сифаты, көсө, ҡиммәте, әһәмиәте түбәнәйеү. □ Уменьшаться, убавляться. Уҡытыуҙың сифаты кәмеу. Дәрт-дарман кәмеу. Ижад эшсәнлеге кәмеу. Кеҫә телефонының әһәмиәте кәмеу.
898