Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 899 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘМЛӘҮ
4. Ауырлыҡты юғалтыу. □ Уменьшаться (о весе тела). Я [Ҡыҙ:] Өс көн эсендә биш ҡаҙаҡҡа кәменем. Халыҡ белеп әйтә: итәк киҫеп, ең булмаҫ. Өс көн кәмеуемде ылкы-нып ашап, бер көндә кире тултырҙым. Ә. Хәкимов.
КӘМЕҮСЕ (Р.: уменьшаемое; И.: minuend; T.: eksilen) и. мат.
Ниндәйҙер һан алынып, кәмегән һан.
□ Уменьшаемое. Кәмеусене табыу.
КӘМИТ I [рус. < гр. komos] (Р.: комедия; И.: comedy; T.: komedi) и. һөйл.
1. Көлкөгә ҡоролған тамаша. □ Комедия, балаганный цирк; клоунада. Кәмит ҡарау. Кәмит уйнау. И Бына бер ваҡыт Сәлим, сәхнәнән ырғып-һикереп төшөп, матур еңел кәуҙәһен рыцарҙарса уйната-уйната, танса майҙаны уртаһына килеп баҫты. Был ғәләмәтте куҙәткән мадъяр халҡы ҡапыл һағайып ҡалды: ниндәй кәмит курһәтмәк була был субәк баш урыҫ һалдаты, йәнәһе. С. Поварисов.
2. кусм. Ҡыҙыҡ нәмә; мәрәкә. □ Потеха; смех; умора. Кәмит сығарыу. Кәмит ҡылыу. Кәмит уйлап сығарыу. И [Батыргәрәй:] Бына булды ул кәмит: машина ҡабырғаһы менән тәкмәсләп бара, ә мин рулгә йәбешеп ултырғанмын да бергә әйләнәм. Р. Солтангәрәев.
КӘМИТ II (Р: шутливый; И.: jocular; T.: komedi) с.
Уйын-көлкөгә әүәҫ, кеше көлдөрөргә яратҡан, шаян, мәрәкәсел, йор. □ Шутливый, уморительный, смешной. Кәмит малай. И Кукбурин уҙенең куп йыллыҡ тәжрибәһе буйынса Һағынбай ауылында бик уҙенсәлекле, кәмит халыҡ йәшәгәнен яҡшы белә. М. Ямалетдинов.
КӘМИТ КҮРҺӘТЕҮ (кәмит күрһәт-) ҡ. ҡар. кәмитләнеү. ■ Көлкө көнөндә кәмит курһәтеу яҙыҡ эш тугел, шаярыу ғына. Ә бына тормошта кәмит курһәтеу — егетлек тугел. Картотека фондынан.
КӘМИТ ҠОРОУ (кәмит ҡор-) (Р: устроить что-л. смешное; И.: gag; T.: komiklik yapmak) ҡ.
Ҡыҙыҡ, мәрәкә нәмә уйлап табыу.
□ Устроить что-л. смешное. ■ Уҡыусылар
балалар баҡсаһына барып, кәмит ҡороп ҡайттылар. Кыҙыҡ, мәҙәк, мәрәкә бәләкәстәргә бик оҡшаны. Картотека фондынан.
КӘМИТЛЕК (кәмитлеге) (Р: интересное; И.: amusement; T.: komiklik) и. һөйл.
1. Кәмит булыу. □ Интересность, забавность. Тамашаның кәмитлеге. ■ Уйын-көлкөгә әуәҫ, шаян кешеләр генә кәмитлек менән шөғөлләнә ала, шаяра белмәгән кеше хатта ябай көлкөнө лә аңламай ул. Картотека фондынан.
2. Кәмитсе булыу, клоунлыҡ. □ Клоун-ство.
КӘМИТЛӘНЕҮ (кәмитлән-) (Р: кривляться; И.: grimace; T.: komiklik yapmak) ҡ.
Кәмит күрһәтеү, кәмит ҡороу. □ Кривляться, смешить. Кәмитләнеп, кеше көлдөрөргә ярата. Кәмитләнеп алыу. Кәмитләнеп тороу. Кәмитләнеп пантомима курһәтеу.
КӘМИТСЕ (Р: комедиант; И.: comedian; T.: komedyen) и. һөйл.
1. Көлкөлө роль башҡарған артист. □ Комедиант, клоун. ■ [Шадрин:] Ул театрҙы байҙар ҡарарға ғына яраталар, унда уйнаусыларҙы боҙолған кеше, юҡҡа сыҡҡан кәмитселәр, тип иҫәпләйҙәр,— тине. А. Таһиров.
2. кусм. Кеше көлдөрөүсе. □ Балагур. ■ Бер заман биттәренә ҡором һөрткән йәки аталарының меҫкен буректәрен, кейеҙ эшләпәләрен баҫтырып кейгән сәйер малайҙар куренгеләй башланы. Ниндәй кәмитселәр былар? М. Кәрим.
КӘМИТСЕЛЕК (кәмитселеге) и. ҡар. кәмитлек 1, 2.
КӘМЛЕК (кәмлеге) (Р: недостаточность; И.: insufficiency; T: yetersizlik) и. һөйл.
1. Етешмәүсәнлек, ҡыҫынҡылыҡ. □ Недостаточность. М Ризығы кәмлек ҡылһа, ғәскәрҙең ҡеуәте бөтә, ҡылыс һелтәр ҡулы кәрһеҙләнә. Ә. Хәкимов. Аяҡ-ҡулым бөтөн бөтөнөн, буй-һындың да һиҙмәйем кәмлеген. М. Йәлил.
2. кусм. Түбәнлек, хурлыҡ. □ Срам, позор. ■ Алма ус, Тәңрем, ус алыу кәмлек һиңә. Картотека фондынан.
КӘМЛӘҮ (кәмлә-) (Р: унижать; И.: humiliate; T: küçük düşürmek) ҡ.
899