Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 900 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘМЛӘШЕҮ
Түбән, кәм күрһәтеп насарлау; хурлау. □ Унижать. // Унижение. Баланы кәмләу. й Кәмләмәгеҙ ирҙе, хурламағыҙ, һау-сәләмәт булһа, мал таба. Халыҡ йырынан. Әҙәм кәмләу менән тугел, Аллаһы Тәғәлә кәмләмәһен. Л. Якшыбаева.
КӘМЛӘШЕҮ (кәмләш-) ҡ. урт. ҡар. кәмләү, взаимн. от кәмләү. ■ Кешенән кәлмәк — уҙецә килмәк, тиҙәр бит. Бер-береңде кәмләшеуҙән дә насар нәмә юҡ. Әйҙәгеҙ, киреһенсә, бер-беребеҙҙең яҡшы яғын табып, сөсөләнмәй генә тәмләшәйек, урынлы ғына маҡтап ебәрәйек. Т. Дәүләтбирҙина.
КӘМПЕР [фарс. (Р.: старуха; И.: old woman; T.: yaşlı kadın) и. иҫк. диал.
Оло йәштәге ҡатын; әбей. □ Старуха.
■ Теге кәмпер ҡарсыҡ, бара торғас, ни өсөн килгәнен дә әйтә башлағас, Зәйнәп, аулаҡ ергә сығып, укһергә кереште. М. Ғафури.
КӘМСЕЛЕК (кәмселеге) (Р.: недостаток; И.: defect, drawback; T: yetersizlik) и.
1. Тейешенсә булмаған күренеш, етешһеҙ яҡ; етешһеҙлек. □ Недостаток, недочёт.
■ Олуғ әҙәмдәрҙән бере: «Халыҡтарға ҡатнашып йөрөуемә илле йыл булды, кәмселектәремде ғәфу итеусе вә хаталарымдан куҙ йомоусы, ғәйептәремде пәрҙәләусе бер генә әҙәм дә булманы», — ти. Р. Фәхретдинов. Рафиҡтың иманы камил: кешенең рухи кимәлен кутәреу аша ғына төрлө кәмселектәрҙән, мәҫәлән, шул уҡ эскелек афәтенән ҡотолоп буласаҡ. Л. Якшыбаева.
2. Түбәнһетеп ҡараған, кәмһеткән мөнәсәбәт; ғәйеп, зыян. □ Порок, изъян. ■ Төрлө халыҡтар, төрлө диндәге кешеләр йәшәгән ерҙә .. һәр халыҡ уҙенең милли асылына, теленә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, халыҡтың башҡа төрлө ҡиммәттәренә кәмселек килтермәй ватандаштар булып йәшәу хәйерле. Башҡортса дини календарҙан.
3. Етешһеҙлек. □ Дефект, упущение. Кәмселекте бөтөрөу. Кәмселек табыу. Кәмселек эҙләу.
КӘМСЕЛЕКЛЕ (Р: неполноценный, дефектный; И.: defective; T: kusurlu) с.
Кәрәкле кимәлдә булмаған; етешһеҙ. □ Дефектный. Кәмселекле тауар.
КӘМСЕЛЕКҺЕҘ (Р: совершенный; И.: perfect; T: kusursuz) с.
Сифат яғынан тейешле дәрәжәлә булған; камил. □ Совершенный, безукоризненный. ■ Алла донъяға ике генә затты кәмселекһеҙ яратҡан: береһе — фәрештә, икенсеһе — даһи. М. Ямалетдинов.
КӘМ ТИГӘНДӘ (Р: по меньшей мере; И.: elliptical sentence, incomplete sentence; T: en az) мөн.
Иң әҙе; әҙ тигәндә, кәмендә. □ По меньшей мере, по крайней мере. Кәм тигәндә, мең тирәһе. Кәм тигәндә, ун йыллап уҙған. й [Заһит] кәм тигәндә, йоҙроҡ ҙурлығындай алтын табырға хыялланды. Я. Хамматов.
КӘМ-ХУР БУЛЫУ (кәм-хур бул-) (Р: испытывать унижение; И.: experience humiliation; T: küçük düşmek) ҡ.
Башҡаларға ҡарағанда насарыраҡ хәлдә булыу, кәмселек кисереү. □ Испытывать унижение. ■ Дурт улым, ике йөҙ дисәтинә еребеҙ бар. Ике ат, ике һыйыр, ваҡ мал тотабыҙ. — Мөхәмәтша бер аҙ шыттырҙы. Кеше араһында кәм-хур булғыһы килмәне. М. Хужин.
КӘМ-ХУР ИТЕҮ (кәм-хур ит-) (Р: унижать; И.: humble; T: küçük düşürmek) ҡ.
Кеше алдында түбәнлеккә төшөрөү, кәмһетеү. □ Унижать. ■ Әсәһе Фәниҙә образында көслө һыҙаттар бирелгән: ире Барыйҙың серле, фажиғәле вафат булыуына ҡарамаҫтан, ике балаһын да ел-ямғыр тейҙермәйсә, башҡаларҙан кәм-хур итмәйсә уҫтерергә тырыша. Л. Якшыбаева. Миңлебикә уҙе шул саҡ эсенән генә уға [атаһына] рәхмәт әйтеп ултырҙы: «Ярай әле, атай, арыу ергә бирҙең. Кеше араһында кәм-хур итмәнең». К. Мәргән.
КӘМҺЕН Д EPEY (кәмһендер-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. кәмһенеү, безл. от кәмһенеү. Шул тиклем кәмһендерҙе.
КӘМҺЕНЕҮ (кәмһен-) (Р: считать себя униженным; И.: consider oneself humiliated; T: aşağılamak) ҡ.
900