Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 901 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

кәмә
Үҙеңде кәм күреү, кәмгә һанау; түбәнһенеү. □ Считать себя униженным. // Унижение. ■ Уныц [Егор Николаевичтыц] куцелен асыу катыш кәмһенеу тойғоһо өйкәй ине.
3. Ураҡсин. Үҙебеҙҙец көтөугә ҡыуырлыҡ кәзәбеҙ ҙә булмауға кеше араһында кәмһенә торған инек. М. Ғәли.
КӘМҺЕНЕҮЛЕ (Р.: с униженным видом; И.: shy; T.: utangaç) с.
Кәмһенеү сағылған, ғәрләнеүле (йөҙ, ҡиәфәт, тауыш). □ С униженным видом, с оскорблённым чувством. ■ Кәмһенеуле йөҙөн балаларына курһәтмәҫкә тырышты Ғәзифә ецгә. Ш. Янбаев.
КӘМҺЕТЕЛГӘН (Р.: униженный; И.: humiliated; T.: aşağılanmış) с.
Ҡыйырһытылған, түбәнһетелгән. □ Униженный, оскорблённый. Кәмһетелгән бала. Кәмһетелгән кеше.
КӘМҺЕТЕЛЕҮ (кәмһетел-) ҡ. төш. ҡар. кәмһетеү, страд, от кәмһетеү. И Үҙенец донъяла иц яратҡан, иц яҡын кешеһенец шулай юҡҡа кәмһетелеуенә Айбулаттыц йөрәге янды. Һ. Дәүләтшина. Йәшлек хыялдарыныц, татлы төш һымаҡ, юҡҡа сығыуына, уҙе өмөт иткән мәрмәр һарайҙар урынына ғу-мере кейеҙ тирмәлә уҙасағына, етмәһә, ят бауыр булып кәмһетелеуенә йәне көйә уныц [Зөмрәттец]. Ә. Хәкимов.
КӘМҺЕТЕҮ (кәмһет-) (Р: унижать; И.: abase; belittle; T.: küçük düşürmek) ҡ.
Кәмгә ҡуйып ҡыйырһытыу; түбәнһетеү. □ Унижать, унизить, третировать. // Унижение, третирование. ■ Кәмһетмәгеҙ ирҙе, хурламағыҙ, бәлә йөрөй әҙәм башынан. Халыҡ йырынан. Юҡ беҙҙә һис кемде кәмһетеу, бар ерҙә һәр кеше бер тигеҙ. Ә. Исхаҡ. Асыуы эсенә һыймаған Байморат (ул уҙен аҙ ғына кәмһетеугә лә туҙмәй торған бик ғәрсел, утә уҙ һуҙле егет ине) бер һикереуҙә уныц эргәһендә булды. Н. Мусин. • Өргән эт тешләмәҫ, әрләгән дуҫ кәмһетмәҫ. Мәҡәл.
КӘМҺЕТЕҮЛЕ (Р: унижающий; И.: humiliated; T.: küçük düşüren) с.
Кәмһетеп, түбәнһетеп ҡарай торған. □ Унижающий, оскорбляющий. Кәмһетеуле ҡараш. Кәмһетеуле һуҙ.
КӘМҺЕТТЕРЕҮ (кәмһеттер-) ҡ. йөкм. ҡар. кәмһетеү, понуд. от кәмһетеү. ■ Үҙемде кешенән кәмһеттерергә юл ҡуймам мин. Р. Ғарипов.
КӘМ ҺӨЙЛӘМ (Р: неполное предложение; И.: incomplete sentences; T.: eksik cümle) и. грам.
Ҡайһы киҫәге төшөп ҡалғаны аңлашылып торған ябай һөйләм. □ Неполное предложение. һуҙ барышында ецел ацлашылған берәй киҫәге төшөрөп ҡалдырылған һөйләм кәм һөйләм тип атала.
КӘМШЕК с. диал. ҡар. йәмшек. Кәмшек танау.
КӘМШӘЙЕҮ (кәмшәй-) ҡ. диал. ҡар. йәмшәйеү.
КӘМӘ [боронғо төрки кәми\ (Р: лодка; И.: boat; T.: gemi) и.
1. Һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөү йәки һыу аша сығыу өсөн эсе соҡор итеп эшләнгән ҡорамал. □ Лодка, чёлн; шлюпка. Кәмәлә йөҙөу. Һыу аҫты кәмәһе. Кәмә йөҙҙөрөу. Ка-ғыҙҙан кәмә эшләу. ■ Эреле-ваҡлы сабаҡ, ҡыҙылғанат, йылғыр алабуғаларҙыц кәмә төбөнә тупылдап төшөуе уҙенә курә бер ирмәк, алдауыс уйын икән. Ә. Хәкимов. Мәҙинә көрөшкә менән кәмә эсендәге һыуҙы тугә башланы. Д. Бүләков. Алдағы кәмә ярға барып морон төрттө лә, унан кемдер ҡороға һикереп төштө. Б. Рафиҡов.
2. диал. Ағас ялғаш. □ Корыто деревянное. Кәмәгә һоло бутау.
+ Ике кәмә ҡойроғон тотоу файҙа эҙләп, бер үк ваҡытта ике нәмә артынан ҡыуыу. □ соотв. Убить двух зайцев. ■ [Юлдашбаев — министрға:] Минецсә, бында питомник хужалығын яйға һалып ебәреу өсөн дә байтаҡ көс тугергә тура киләсәк. Ике кәмә ҡойроғон тоторға тырышыу һымағыраҡ булып ҡуймаһын. Н. Мусин. Кәмәгә һыу кереү ҡыйын, хәүефле хәлгә ҡалыу. □ Оказаться в затруднительном положении. Кәмә комға терәлеү ауыр хәлдә ҡалыу, эш насарланыу.
901