Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 903 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘНФИТ
КӘНДИЛ и.
1. ҡар. кәндил. Кәндил яндырыу.
2. Шәм ҡалпағы. □ Абажур. Быяла кәндил. Шәмдең кәндилен таҙартыу.
КӘНИЗӘК (кәнизәге) [фарс. (Р.: рабыня; И.: bondmaid, bondwoman; T.: köle) и.
1. Ҡол ҡатын. □ Рабыня, невольница. ■ [Зилбәр — атаһына:] Беҙҙе лә улар [дошмандар] ебәрҙе, ҡулдарына төшкәйнек бит, беҙҙе улар, һис шикһеҙ, кәнизәктәр итә ала ине. Ебәрҙеләр... 3. Ураҡсин.
2. Хәрәм һарайындағы йәш ҡатын-ҡыҙ; һөйәркә. □ Одалиска. В Килембәттең бисәләре берәу генә булмаясаҡ бит әле! Хан булып алғас, нисек инде ул бер генә бисә менән йәшәһен, ти! Һарай һалдырып ебәрһә, куп кенә кәнизәктәр килтертер әле ул уҙенә! К. Мәргән. Йөҙҙәрсә кәнизәк тотҡан хан-солтандарҙың ҡылығы хәрәм булмай, ни булһын? М. Һибәт.
КӘНСЕК с. диал. ҡар. кәнтәй. Кәнсек буре.
КӘНСЕР [рус. консервы] (Р: консервная банка; И.: can, tin; T.: konserve kutusu) и. һөйл.
Бәләкәй генә йоҡа ҡалай һауыт. □ Консервная банка. Кәнсерҙәге балыҡ.
КӘНСЕР ТИПКЕС (Р: прятки; И.: hide-and-seek; T.: saklambaç) и. диал. этн.
Йәшенмәк уйыны. □ Прятки (название детской игры). Кәнсер типкес уйнау.
КӘНСӘ и. һөйл. ҡар. кәнсәләр.
КӘНСӘЛӘР [рус. < лат. cancelarius] (Р: канцелярия; И.: office; T.: büro) и. һөйл.
Учреждениеның яҙыу-һыҙыуға бәйле эштәрен алып барған бүлеге һәм шул бүлек урынлашҡан бүлмә; канцелярия. □ Канцелярия. / Канцелярский. Кәнсәләр тауарҙары. Кәнсәләр эше. ■ Хөкумәт ғәскәренә ҡаршы һуғышҡандарҙы сыбыртҡы менән туҡмарға провинция кәнсәләренең штаттағы палачы Мартын Сусловҡа ҡушылды. Б. Рафиҡов.
КӘНТ [боронғо төрки кән; кәнту] (Р: точно; И.: exactly, just; T.: tam) 77.
Нәҡ, тап. □ Точно, как раз; точь-в-точь. Кәнт уҙе. Кәнт өҫтөнә баҫҡан. ■ Өсөнсө көн
листовка йәбештерелгән урында кәнт шундай уҡ яңы листовка .. тора ине. X. Мохтар.
КӘНТӘЙ I (Р: сука; И.: bitch; T: dişi köpek) и.
1. Эт һымаҡ йәнлектәрҙең инәһе.
□ Сука. Кәнтәй буре. Кәнтәй эт.
2. һөйл. Ҡатын-ҡыҙҙы әрләгәндә әйтелә.
□ Развратница, блудница, сука. ■ [Зәһурә:] Дамирҙың куңеле ҡырға ынтылып торманы, сөнки ул ҡаны уйнап, нәфсеһе ташып торған әҙәм тугел, ана шул [Динә] кәнтәй йышланы өйҙәренә! Шул ғына ирен юлдан яҙҙырҙы.Ф. Аҡбулатова.
КӘНТӘЙ II (Р: название родового подразделения башкир-айлинцев; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Әйле ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме.
□ Название родового подразделения башкир-айлинцев.
КӘНТӘЙЛЕК (кәнтәйлеге) (Р: кокетство; И.: debauchery; T: çapkınlık) и. һөйл.
Ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәр алдында, уларға оҡшарға тырышып ҡыланышы. □ Кокетство.
КӘНТӘЙЛӘНЕҮ (кәнтәйлән-) (Р: кокетничать; И.: flirt (with); T: flört etmek) ҡ. һөйл.
Ир-ат тирәһендә һырпаланыу, ураланыу.
□ Кокетничать (о женщинах). Кәнтәйләнеп йөрөу. Кәнтәйләнеп тороу.
КӘНФИТ [рус. конфета < ит. confetto] (Р: конфета; И.: sweet, bon-bon; T.: şeker) и.
Емеш һуты менән шәкәр йәки шоколадты ҡайнатып, ваҡ-ваҡ ҡына итеп төрлө формаларҙа эшләнгән татлы аҙыҡ. □ Конфета. / Конфетный. Кәнфит имеу. Кәнфит һатып алыу. Тышлы кәнфит. ■ Ул [Фазыл] дуплы билтәк тунының кеҫәһенә бер ус ҡағыҙлы кәнфит һалды ла сыр-сыулап тауҙан сана шыуған бала-саға янына китте. Ә. Хәкимов. Бер көндө Талха Фатиманың һеңлеһе Әҡлимәгә уйынлы-ысынлы: «Мә, балдыҙ», — тип бер бөртөк кәнфит тоттороп китте. Ж. Кейекбаев.
903