Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 904 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘНФИТЛӘНЕҮ
КӘНФИТЛӘНЕҮ (кәнфитлән-) (Р.: льстить; И.: flatter, adulate; T: yağ yakmak) ҡ. һөйл.
Сөсө телләнеү (ҡыланған, ярамһаҡланып татлы һуҙҙәр һөйләгән кешегә ҡарата әйтелә). □ Льстить, лицемерно хвалить. Кәнфитләнеп һөйләу. Кәнфитләнеп торөу.
КӘНӘП (кәнәбе) (Р.: южная конопля; И.: southern hemp; T.: kenevir) и. бот.
Йылы яҡ киндере. □ Южная конопля. Кәнәп йыйыу.
КӘНӘРИ [рус. канарейка] (Р: канарейка; И.: canary; T.: kanarya kuşu) и.
Алаҡас турғайҙар ғаиләһенә ҡараған асыҡ һары төҫтәге һайраусы ҡош. □ Канарейка. / Канареечный (лат. Serinus canarid).
■ Кәнәриҙең йорт турғайы, өй турғайы, тигән икенсе исемдәре лә бар. «Башҡортостан», 3 июнь 2010.
КӘНӘФИ [рус. канапе < фр. canape] (Р.: кушетка; И.: couch; T.: kanepe) и.
1. Бер башлы артһыҙ диван. □ Кушетка. И Дурт аяғы дурт оҙонлоҡта булғанлыҡтан, сайҡаңлап тора торған кәнәфиҙә ултырып тәмәке тартыуын да һәм яныусы тәмәкеһе кеуек уйҙар менән яныуын да дауам итте [Шәриф]. Ғ. Хәйри.
2. һөйл. Бәләкәй диван. □ Канапе (маленький диван); кресло. Йомшаҡ кәнәфи.
■ Сәхибә залдың ике тәҙрәһе араһынан тушәмгә тейә яҙып торған көҙгө эргәһендәге йомшаҡ кәнәфигә ултырҙы. Ғ. Хәйри.
КӘҢГЕЛДӘК (кәңгелдәге) и. диал. ҡар. калканбаш. Кәңгелдәк эшләу. Кәңгелдәккә ултырыу. Кәңгелдәк эйеу.
КӘҢГЕЛДӘТЕҮ (кәңгелдәт-) ҡ. йөкм. ҡар. кәңгелдәү, понуд. от кәңгелдәү. Өҫтәлде кәңгелдәтеу.
КӘҢГЕЛДӘҮ (кәңгелдә-) (Р: шататься; И.: be unsteady; T.: sallanmak) ҡ.
1. Улай-былай аушаңлау. □ Качаться, шататься. Ултырғыс кәңгелдәп тора. Бағана кәңгелдәй. ■ [Зиннәт:] Иҫеңдәме, Әҡлимә, кәңгелдәп бәуелә торғас, һеҙҙең кәртәне һындырып, ҡолап төшкәйнек. Ф. Иҫәнғолов.
2. диал. Ҡалҡанбаш эйеү. ■ Качаться на качелях (в виде доски, положенной посередине на упор).
КӘҢГЕР (Р: хилый, слабый; И.: sickly; puny; T.: zayıf) с.
Кәүҙәгә йоҡа, кәрһеҙ; кәгез. □ Хилый, слабый. Кәңгер бала. ■ Арыҡ, кәңгер кәуҙәле булғанға, ахыры, утә ҙур куренгән йомро башлы, сығынҡы яңаҡлы, ут куҙле йәш егет ине Сәғит. 3. Биишева.
КӘҢГЕР-КӨҢГӨР (Р: еле-еле; И.: hard ly, barely; T.: sahana sahana) оҡш.
Быуынһыҙ, хәлһеҙ кешенең, малдың хәрәкәтен белдергән һүҙ. □ Еле-еле. Кәңгер-көңгөр барыу. Кәңгер-көңгөр йугереу. ■ Ишбикә инәй .. кәңгер-көңгөр баҫып өйҙән сығып та китте. 3. Биишева.
КӘҢГЕР-КӨҢГӨР (Р: тихо, мирно; И.: quietly; T.: yavaşça) р. диал.
Һәйбәт кенә, бер яй менән; һәүетемсә.
□ Тихо, мирно. Кәңгер-ҡоңғор йәшәп ятыу.
КӘҢГЕРЛӘК (кәңгерләге) и. диал. ҡар. ҡалҡанбаш. Кәңгерләк эшләу. Кәңгерләк эйеу.
КӘҢГЕРЛӘТЕҮ (кәңгерләт-) ҡ. йөкм. ҡар. кәңгерләү, понуд. от кәңгерләү.
КӘҢГЕРЛӘҮ (кәңгерлә-) (Р: дрожать; И.: shake; shiver, tremble; T: titremek) ҡ.
Хәлһеҙлектән ҡалтырау, кәңгер-көңгөр килеү. □ Дрожать от слабости, еле-еле стоять на ногах. Кәңгерләп атлау. ■ Кәңгерләп торҙо ул [өйөр айғыры] бер аҙ, ҡулбаштарын һелкетеп .. [Бурене] нисек еңә алғанына торғандыр иҫе китеп. М. Илбаев.
КӘҢГЕРӘШҮК (кәңгерәшүге) и. диал. ҡар. ҡалҡанбаш 1. ■ Һыу буйындағы сәпсектәр томбойоҡтарға килеп ҡуналар ҙа, кәңгерәшук уйнаған бала һымаҡ, бәуелеп ултыралар. Р. Низамов.
КӘҢКӘЙЕҮ (кәңкәй-) ҡ. диал. ҡар. төңкәйеү.
КӘҢӘШ [боронғо төрки кеңәш] (Р: совет; И.: advice; T: öğüt) и.
1. Нисек итергә өйрәтеп әйткән һүҙ.
□ Совет, наставление. Кәңәште тыцлау. Кәңәште тотоу. Кәңәшкә барыу. ■ Ни генә тимә, Азамат дуҫының кәңәшенә мохтаж.
904