Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 906 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘҢӘШСЕЛ
Ә. Хәкимов. [Батшаның өлкән кәңәшсеһе — батшаға:] Был ике әҙәм балаһы беҙҙе имен йәшәтмәҫ. Ҡотолайыҡ уҙҙәренән! — тип әйтте, ти. Әкиәттән.
КӘҢӘШСЕЛ (Р.: готовый давать советы; И.: ready to give advice; T.: öğüt vermeye hazır) c.
Кәңәш, ярҙам биреүгә ихлас. □ Готовый давать советы. Кәңәшсел ир. Кәңәшсел булыу.
КӘҢӘШ ТОТОУ (кәңәш тот-) (Р.: слушаться; И.: consider smb’s opinion; T.: dinlemek) ҡ.
Кемдеңдер биргән кәңәшен тыңлау, үтәү. □ Слушаться, придерживаться совета. И Өлкән лейтенант полковниктың «ротала боевой командир бул» тигән кәңәшен тоторға тырышһа ла, элеккесә яҡшы кәйеф, еңеллек, тәуәккәллек менән эшләй алмай. Н. Мусин.
КӘҢӘШ-ТӨЙӨШ и. диал. ҡар. кәңәш 2.
■ [Григорий — ҡарттарға:] Ҡоро кәңәш-тө-йөш менән генә эш сыҡмаҫ, ағайҙар. Н. Мусин.
КӘҢӘШ-ТӨҢӘШ и. йыйн. ҡар. кәңәш 1. Кәңәш-төңәште тотоу.
КӘҢӘШ-ТӨҢӘШ ИТЕҮ (кәңәш-төңәш ит-) ҡ. ҡар. кәңәшләшеү. Үҙ-ара кәңәш-төңәш итеу. Кәңәш-төңәш итеп хәл итеу.
■ [Ханов] ауылдың яуаплыраҡ эштә эшләгән кешеләренең уҙе эргәһенә инеп, һөйләшеп, кәңәш-төңәш итеп ултырыуын бигерәк ярата. Н. Мусин.
КӘП (Р: точь-в-точь; И.: to a tag; T.: tam)/?.
Йәтеш, килешле, таман. □ Точь-в точь, точно. Кәп булыу. Кәп килеу. ■ Башта Муллағәли бабай һыҙымдарын һыҙҙы. Уйы буйынса, шкаф колхоздың уҙәк клубындағы фабричныйҙан да кәберәк булырға тейеш. Р. Солтангәрәев.
КӘПЕРЕК (Р: высокомерный; И.: upstage; T.: kibirli) с. диал.
Маҡтансыҡ, тәкәббер, һауалы. □ Высокомерный. Кәперек кеше. Кәперек булыу.
КӘПЕРЕНЕҮ (кәперен-) ҡ. ҡар. кәпәренеү. ■ Әгәр атаһының дәрәжәһе менән кә-перенә торған булһа, ҡабырғаһын төйгөсләп, өйрәтеп алғанда ла ярай [Ҡыҙырасты].
3. Биишева.
КӘПЕРӘЙЕҮ (кәперәй-) ҡ. һөйл. ҡар. кәпрәйеү. Кәперәйеп баҫып тороу. ■ Таһир бер саҡта ла танауын сөймәй, кәперәймәй, уҙен баҫалҡы тота. Ғ. Аллаяров.
КӘПЕСКӘЙ и. диал. ҡар. кәрлә I. Кәпес-кәй ир. Кәпескәй булыу.
КӘП КИЛЕҮ (кәп кил-) (Р: подходить точь-в-точь; И.: gear; T.: tam olmak) ҡ.
Тап килеп тороу, таман булыу. □ Подходить точь-в-точь. Улар бер-береһенә кәп килеп тора.
КӘПКЕР (Р: совок; И.: scoop; T: kepçe) и. диал.
Ҡуҙ, көл йәки сүпте һоҫоп, йыйып ала торған ҡорамал; һоҫҡо. □ Совок. Кәпкер менән көл алыу. Тимер кәпкер. Кәпкер эшләу.
КӘПКӘКЛӘҮ (кәпкәклә-) ҡ. диал. ҡар. үсекләү. Баланы кәпкәкләу. Кәпкәкләп интектереу.
КӘП-КӘКРЕ (Р: очень кривой; И.: much crooked; T: eğri) с. артыҡл. дәр. ҡар. кәкре. превосх. степ, от кәкре.
Ныҡ кәкре, бөтөнләй кәкре. □ Очень кривой. Кәп-кәкре бағана. Кәп-кәкре ағас.
КӘПЛӘНЕҮ (кәплән-) (Р: быть к месту; И.: fit well; T.: yakışmak) ҡ.
Таман, йәтеш булыу, тап килеп тороу (кейемгә ҡарата). □ Сидеть хорошо, быть к месту, по фигуре (о верхней одежде). Өҫтөндәге кейеме кәпләнеп кенә тора.
■ [Хаят] өҫтөнә кәпләнеп кенә торған аҡ батист кулдәк кейгән, ҡулында — алтын йөҙөк. Һ. Дәүләтшина.
КӘПЛӘҮ (кәплә-) (Р: плотно закрывать; И.: close tight; T: iyice kapamak) ҡ.
1. Таман, тығыҙ итеп ҡаплау. □ Плотно закрывать. Ишекте кәпләп ябыу.
2. ҡар. йөпләү. Һәр һуҙҙе кәпләп ултырыу. Һөйләусене кәпләп тороу.
КӘПЛӘШЕҮ (кәпләш-) ҡ. ҡар. кәплә-неү. Өҫтөндәге кулдәге кәпләшеп тора.
■ [Сираевтың] гимнастёркаһы киң текә яурындарына кәпләшеп тора. Н. Мусин.
КӘПРЕНКЕ (Р: хвастливый; И.: blustery; T: övüngen) с. диал.
906