Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 907 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘПӘЙТЕҮ
Үҙен-үҙе шәпкә сығарып һөйләгән; ҡупым, маҡтансыҡ. □ Хвастливый, кичливый. Кәпренке кеше. Кәпренке булыу.
КӘПРӘЙЕҮ (кәпрәй-) (Р.: важничать; И.: put on airs; T.: havalara girmek) ҡ.
Маҡтанып, эреләнеп, танау күтәреү; кәпәренеү. □ Важничать, чваниться. Кәпрәйеп йөрөу. Кәпрәйеп ултырыу. ■ Сәғиҙәнән маҡтау һуҙе ишеткәс, Сынбулатов уғата кәпрәйеп китте. М. Тажи.
КӘПРӘЙТЕҮ (кәпрәйт-) ҡ. ҡар. йөкм. кәпрәйеү, понуд. от кәпрәйеү. Кәпрәйтеп ебәреу.
КӘПРӘН (Р.: наперник; И.: pillowcase; T: yastık kılıfı) и.
Мендәр-яҫтыҡтың йөн-мамыҡ тултырылған эске тышы. □ Наперник. Кәпрән тегеу. ■ Урҙаһында бер яҫтығы элеуле тора, уныц да кәпрәне йыртылып бөткән була, йөнө ҡойолоп тора. Ж. Кейекбаев. Арбаларға тыштары ҡарайып, кәпрәндәре куренеп, йөндәре сығып торған тушәк-яҫтыҡтар, урталары һарғылт булып икенсе төҫкә ингән бер нисә кейеҙ,.. төрлө ҙурлыҡтағы ҡаҙандар нисек тура килде, шулай һалынғайнылар. М. Ғафури.
КӘПРӘНЛЕК (кәпрәнлеге) (Р: ткань для наперников; И.: pillowcase stuff; T: yastık kılıfı dokuması) u.
Кәпрән тегеү өсөн тәғәйенләнгән туҡыма. □ Ткань для наперников. Кәпрәнлек һатып алыу.
КӘПСЕҮ (кәпсе-) (Р: настаивать, твердить; И.: reiterate; T: tekrarlamak) ҡ. диал.
Нимәгәлер ныҡыу. □ Настаивать на чём; твердить что, о чём. Кәпсеп теңкәгә тейеу.
КӘПСӘЛЕҮ (кәпсәл-) (Р: застревать; И.: get stuck; T: sıkışmak) ҡ. диал.
1. Кипсәлеү. □ Застревать в чём-л. (тесном, узком).
2. ҡар. ҡапланыу 3.
КӘПТЕЙ и. диал. ҡар. башалтай. Кәптей бәйләу. Кәптей кейеу.
КӘПТӘ (Р: чёсанки; И.: felt boots with overshoes; T: çizme) и. иҫк.
1. Калушлы йоҡа быйма. □ Чёсанки. Кәптә кейеу.
2. диал. Быйма. □ Валенки.
3. диал. Ҡыш көнө көрттә батмаҫ өсөн аяҡ кейеменә бәйләп кейелә торған яҫы ағас.
□ Лыжи-коротыши. Ағастан кәптә эшләу.
КӘПТӘН (Р: тесьма, пришитая к подолу платья; И.: braid; T: şerit) и. диал.
Күлдәктең итәге өҫтөнә тегелгән нәҙек таҫма. □ Тесьма, пришитая к подолу платья. Кулдәккә кәптән тегеу. Кулдәктең кәптәнен алыштырыу.
КӘПТӘҮ (кәптә-) (Р: расхваливать; И.: praise; T: övmek) ҡ. диал.
Маҡтау. □ Расхваливать. ■ Кәптәп ебәреу генә кәрәк инде ул балаға. Экспедиция материалдарынан.
КӘПШӘЙЕҮ (кәпшәй-) ҡ. диал. ҡар. йәмшәйеү.
КӘПШӘ-ТАЙТҮШ (Р: имя беса; И.: kikimora (hobgoblin in female form)', T: cadı ismi) и. миф.
(баш хәреф менән) Башҡорт мифологияһында ен исеме. □ В башкирской мифологии личное имя беса. И Кәпшә-Тайтуш тигәне — бик яман ен ул. Башҡорт мифологияһынан.
КӘПӘЙ с. диал ҡар. күпкәк. Кәпәй ҡорһаҡлы ир.
КӘПӘЙЕҮ (кәпәй-) (Р: вздуваться; И.: bulge, swell; T: kabarmak) ҡ.
1. Тупайып алға сығыу, ҡабарып тороу (ҡорһаҡҡа, кукрәккә ҡарата). □ Вздуваться (о животе), выпячиваться (о груди), разбухать. Эс кәпәйгәнсә һыу эсеу. Кәпәйеп торған кукрәк.
2. кусм. һөйл. һауаланып түш киреү; кәпрәйеү. □ Чваниться. Кәпәйеп баҫып тороу.
КӘПӘЙТЕҮ (кәпәйт-) (Р: выпячивать; И.: throw out one’s chest; T: kabartmak) ҡ.
Киреп, алға сығарыу (эсте, кукрәкте).
□ Выпячивать (живот, грудь). Эсте кәпәйтеп баҫып тороу. ■ Йомай әбей уҙенән уҙе риза төҫ менән, бейек кукрәген кәпәйтеп, ҙур эш ҡуптарған командир һымаҡ, эре атлап өйгә бер инде, бер сыҡты. Һ. Дәүләтшина.
907