КӘРКЕШ
Тиҫкәре, ҡырыҫ. □ Несговорчивый, упрямый; своенравный. Кэрес ҡыҙ. Кэрес бала.
КӘРЕШКӘ (Р.: вика; И.: vetch; T.: karaburçak) и. бот.
Теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле ҡуҙаҡлы үлән. □ Вика (лат. Vida). Баҫыу кәрешкәһе. Сәсеу кәрешкәһе. Мыйыҡлы кәрешкә. Ялбыр кәрешкә. ■ Сабир иһә, шуны ғына көткәндәй, сырмалсыҡ кәрешкәләрҙе йырып, тиҙ генә Сәкинә янына барып етте. Картотека фондынан. Табандарым һиңә йәбешкән, ә сәстәрем — һинец кәрешкәң; хыялдарым — һинең монарың, һиҙгәнең дә юҡтыр мин барын. М. Басыров. Кәрешкә лә һайлап сабып алдым Ерәнсәкәйемә ашарға. Халыҡ йырынан.
КӘРЕШЛӘНЕҮ (кәрешлән-) (Р: разбухать (о валежнике)', И.: swell; T: kabarmak) ҡ. диал.
Ағастың һыуҙа оҙаҡ ятып шешенеүе.
□ Разбухать (о валежнике). Ағастар кәреш-ләнеп бөткән.
КӘРЖЕҮ (кәрже-) (Р: перекисать, перестаивать; И.: turn too sour; T: fazla ekşimek) ҡ. диал.
Үтә ныҡ әсеү, ҡырҡыуланыу; артау.
□ Перекисать, перестаивать. Катыҡ кәрже -гән. И Ҡамырым кәржеп киткән, икмәгем уңмаҫ инде. Экспедиция материалдарынан.
КӘРЗИН [рус. корзина} (Р: корзина; И.: basket; T: sepet) и.
1. Тал сыбығы, ҡамыш һ. б. үреп яһалған һауыт. □ Корзина (ёмкость). Кәрзин һатып алыу. Кәрзингә еләк супләу. ■ Ул [Имаметдин ] оҫта кәрзин уреусе лә була. Уның етеҙ ҡулдары йыл һайын Димдең йәш талынан алты йөҙ-ете йөҙ кәрзин урә торған булған. Ф. Рахимғолова. Төш ауғансы малайҙар дурт кәрзин бәшмәк йыйҙылар. Ә. Бикчәнтәев.
2. инф. Windows операцион системаларында алып ташлана торған файлдарҙы, папкаларҙы күсерә торған махсус папка (уларҙы был папканан кире ҡайтарып була).
□ Корзина (папка в Windows). Кәрзинде
мәғлумәттән таҙартыу. Кәрзиндән кире ҡайтарыу. Кәрзинде бушатыу.
КӘРЗИНКӘ [рус. корзинка} и. һөйл.
1. ҡар. кәрзин 1. И Зөлхәбирә алмаларҙы супләп алды ла, кәрзинкәгә тултырып, соланға индереп ҡуйҙы. М. Тажи. Улар [малайҙар] баҙырайып торған суҡ ҡара ҡарағат бөртөктәрен кәрзинкәләргә тиреп тултыралар ҙа тукмэй-сәсмәй генә арбалағы йәшниктәргә алып барып бушаталар. 3. Биишева.
2. Ҡағыҙ, сүп-сар ташлай торған үрмә һауыт. □ Корзина. Кәрзинкәгә ҡағыҙ ташлау. Кәрзинкәләге супте таҙартыу.
КӘРИМ I [ғәр.^> ] (Р: щедрый; И.: generous; T: kerim) с. иҫк. кит.
1. Йомарт, киң күңелле, рәхимле. □ Щедрый, великодушный, благородный. ■ Эй, Илаһым кәрим, уҙемде гөнаһтан пак ит, куңелемде изге эшкә кундер. М. Өмөтбаев.
2. Ҡәҙерле, хөрмәтле, ғәзиз. □ Почтенный, уважаемый.
КӘРИМ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир племени табын; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Табын ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени табын.
КЭР ИТЕҮ (кэр ит-) (Р: воздействовать; И.: influence; T: etkilemek) ҡ.
Тәьҫир итеү, йоғонто яһау. □ Воздействовать, оказать воздействие.
КӘРИТӘ [рус. корыто} (Р: корыто; И.: washing tub; T: yalak) и. һөйл.
Оҙонса сөм һауыт; ялғаш. □ Корыто. Тимер кәритә. Ағас кәритә. ■ Бик йыш ҡына хәтер алып ҡайта бала сағым, тыуған яҡтарға. Яйыҡ һыуҡайҙарын диңгеҙ итеп кәритәлә йөҙгән саҡтарға. Ә. Вилданов.
КӘРКЕЛДӘҮ (кәркелдә-) (Р: кашлять; И.: cough; T: öksürmek) ҡ. диал.
Йүткереү. □ Кашлять. Кәркелдәп ултырыу. Бер туҡтамай кәркелдәу.
КӘРКЕШ (Р: оборы; И.: string; T: bağ) и.
909