Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 910 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘРКӘ
Сабата бауы. □ Оборы, завязки (у лаптей). • Ялҡау кәркешен урағансы, ҡараңғы төн үтеп, тац атҡан. Мәҡәл.
КӘРКӘ I и. ҡар. керәкә.
КӘРКӘ II и. ҡар. кәркәдән.
КӘРКӘДӘН [ғәр. (Р: носорог; И.: rhinoceros; T.: gergedan) и. зоол. иҫк.
Йомро тояҡлылар ғаиләһенә ингән танау өҫтө мөгөҙлө, ҙур кәүҙәле имеҙеүсе хайуан (Африкала һәм көньяҡ-көнсығыш Азияла йәшәй). □ Носорог. / Носорожий (лат. Rhinoceros). Кәркәдән төрө. Кәркәдән мөгөҙө.
КӘР ҠЫЛЫУ (кәр ҡыл-) (Р.: вредить; И.: injure, harm; T.: kötülük etmek) ҡ.
Зыян килтереү, насар эш ҡылыу. □ Вредить, навредить. ■ Кара эсле Шүлгән дә Уралға кәр ҡылмаған, алышһа ла, түҙә алмай, шунда ергә ҡолаған. «Урал батыр».
КӘРЛЕ (Р: сильный; И.: strong; T.: güçlü) с.
Ҡеүәтле, егәрле. □ Сильный. Кәрле ир. Кәрле булыу. И Алдарҙың үҙе шаян, үҙе сая, үҙе ифрат кәрле бажаһы бар ине. М. Кәрим.
КӘРЛЕЛЕК (кәрлелеге) (Р.: сила; И.: force; T.: güç) и.
Көс, ҡеүәт. □ Сила, мощь. Кәрлелек бөтөү. Кәрлелекте юғалтыу.
КӘРЛӘ I [рус. карла\ (Р.: карлик; И.: dwarf; T.: cüce) и.
Бик бәләкәй кәүҙәле кеше; иргәйел. □ Карлик. / Карликовый. Кәрлә егет.
КӘРЛӘ II (Р: карликовый; И.: dwarfish; T.: cüce) с.
Бик бәләкәй. □ Карликовый. Кәрлә үҫемлектәр. Кәрлә пальма. ■ Башҡаларҙың .. ҡаҡса һәм кескәй кәүҙәләре араһында уның [Мораҙымдың] ғорур һыны айырылып тора, ул кәрлә ҡыуаҡтар араһында үҫкән бейек ҡарағайҙы хәтерләтә. Ғ. Әмири.
КӘРЛӘ ҠАЙЫН (Р: карликовая берёза; И.: dwarf (Arctic) birch; T.: huş) и.
Тундрала үҫә торған бәләкәй буйлы ҡайын төрө. □ Карликовая береза. ■ Тундрала урмандар үҫмәй, ағастарҙан ни бары кәрлә ҡайындар осрай. Интернет селтәренән.
КӘРЛӘМӘ и. диал. ҡар. кәрлә I.
КӘРЛӘПӘ и. диал. ҡар. кәрлә I.
КӘРЛӘС I (Р: аюға; И.: bugleweed; Т.: ша-yasil otu) и. бот.
Киң ҡара-ҡаршы япраҡлы, йөнтәҫерәк һабаҡлы, түшәлеп ятҡан тамырлы, сәскәһе оҙон нәҙек емшәнле, күк йәки һарғылт төҫтәге китек тажлы ҡыр үләне. □ Аюга, живучка (лат. Ajuga). ■ Шарлауыҡтың тирә-яғындағы ҡаяла, һикәлтәле һырттарҙа Башҡортостандың «Кыҙыл китабы»на индерелгән, боронғо дәүерҙән һаҡланып ҡалған үҫемлеклектәр — гибридлы кәрләс, уймаҡ сәскәләр үҫә. «Башҡортостан уҡытыусыһы», №6, 2011.
КӘРЛӘС II и. диал. ҡар. кәрлә I.
КӘРЛӘ ТУРҒАЙ (Р: желтоголовый королёк; И.: tenerifean goldcrest; T: bayağı çalı kuşu) и. зоол.
Һорғолт йәшел кәүҙәле, аҡһыл йәшел түшле, сағыу ҡыҙғылт һары башлы ваҡ турғай. □ Желтоголовый королёк (лат. Regulus regulus). ■ Кәрлә турғай аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Төрлө ваҡ бөжәктәр менән туйына. Э. Ишбирҙин.
КӘРЛӘ ҮҪЕМЛЕКТӘР (Р: карликовые растения; И.: dwarf plants; T: küçük bilkiler) и. бот.
Тәбиғи йәки яһалма сәбәптәр менән буйға бәләкәй үҫкән үҫемлектәр (ҡайын, ҡарағай, тал, шыршы һ. б.). □ Карликовые растения (берёзы, сосны, ивы, ели и т. п.). Баҡсаға кәрлә үҫемлектәр ултыртыу.
КӘРЛӘ ҺАРАЛЙЫН (Р: гаршнеп; И.: Jack Snipe; T: küçük su çulluğu) и. диал. зоол.
Европаның һәм Азияның төньяғында йәшәй торған күсмә ҡош; ваҡ һаралйын. □ Гаршнеп (лат. Lymnocryptes minima Brunn). Кәрлә һаралйын тауышы.
КӘРМАНЙЕЛ [рус.] (Р.: кармазин; И.: crimson cloth; T: kıpkırmızı dokuma) и. диал.
Юғары сортлы ҡыҙыл буҫтау. □ Кармазин. Кәрманйел бишмәт.
КӘРНИЗ [рус. карниз < гр. koronis} (Р: карниз; И.: cornice; T: korniş) и.
I. Йорттоң ҡыйығы аҫтынан буйлатып, киртләсләп ҡаҡҡан таҡта; ҡырлан. □ Карниз. Кәрниз буяу. Кәрниз биҙәктәре. ■ Төндә
910