Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 912 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘРТҮК
КӘРТҮК (кәртүге) [рус.] и. бот. диал. ҡар. картуф. Кәртук ашау. Кәртук әрсеу. Кэртук ултыртыу.
КӘРТӘ (Р.: жердь; И.: pole; T.: direk) и.
1. Ҡырҡып боталған нәҙек оҙон ағас; һайғау □ Шест, жердь. ■ «Әйҙә», — тине ул [Азат] ҡыуанып, һәм, ҡапҡаның иң өҫкө кәртәһенә баҫып, Юлдаш артынан һикерҙе.
3. Биишева.
2. Шул ағастан буй-буй тотоп яһалған аралы ҡойма. □ Изгородь, ограда, загородка (из жердей). И Өйгә терәтелеп, оҙонсаға һуҙылып, ситәндән уреп эшләнгән кәртәләр ҙә, сереп емерелеп, аунап яталар, тик өйҙәр генә һерәйеп ултырып ҡалғандар. Т. Хәйбуллин.
3. Мал торлағы; ҡура. □ Хлев. Кәртәгә мал бикләу. Кәртәне таҙартыу. ■ Кәртәгә һыймаһын һеҙҙең малдарығыҙ, ауылда шаулаһын һеҙҙең туйҙарығыҙ. М. Хәй. • Тәртәгә кермәгәнде кәртәгә кертеп булмай. Мәҡәл. Кәртә маллы, ир данлы булһа яҡшы. Әйтем.
4. кусм. Эш-тормоштағы ҡаршылыҡ, тотҡарлыҡ. □ Препятствие, преграда. И Яңылыҡ та уҙ юлында байтаҡ кәртәләргә осрай. X. Ҡадиров. Улар [тауҙар] бейек кәртә булып, утәсәк юлға арҡыры баҫҡандар. И. Ғиззәтуллин. Елкенеп, ныҡ бил быуып, шул алғы көнгә атланыҡ. Алда торған кәртәләргә иҫ китеп, шаҡ ҡатманыҡ. Т. Йәнәби. • Кистең кәртәһе юҡ. Мәҡәл.
КӘРТӘ АРТЫ (Р: огород; И.: vegetable garden; T.: sebze bahçesi) и. диал.
Картуф баҡсаһы. □ Огород. Кәртә артында суп йолҡоу.
КӘРТӘГӘ ИНЕҮ (кәртәгә ин-) (Р: перестать пастись; И.: stop grazing; T: hayvan otlatmayı durdurmak) ҡ.
1. Көтөүҙән туҡтау (малға ҡарата).
□ Перестать пастись (о домашнем скоте). ■ Бөтә хужалыҡтарҙа ла малдарҙы кәртәгә индереугә ҙур әҙерлек бара. «Торатау», 6 октябрь 2011.
2. кусм. Ипкә килеү, тәртипләнеү.
□ Приходить в порядок, налаживаться. Өлкән улының .. кәртәгә инеренән тамам
өмөт өҙгән ҡарун Әптелғәлим уны ҡарғап, .. өйөнән ҡыуып сығара. Ф. Иҫәнғолов.
КӘРТӘ ЙЫЛАНЫ и. зоол. диал. ҡар. кеҫәртке.
КӘРТӘ ҠОРОУ (кәртә ҡор-) ҡ. ҡар. кәртәләү.
КӘРТӘ ҠУЙЫУ (кәртә ҡуй-) ҡ.
1. ҡар. кәртәләү I, 1. Баҡса менән болдор араһына кәртә ҡуйыу.
2. кусм. Ҡаршылыҡ булдырыу. □ Ставить преграду. Ике кеше араһына кәртә ҡуйыу. ■ Бер-береһен яратҡандарҙы кәртә ҡуйып ҡына айырып булмай. Интернет селтәренән.
КӘРТӘ-ҠУРА (Р.: скотный двор; И.: farmyard, animal farm; T.: ahır) и. йыйн.
Ихата һәм мал торлаҡтары. □ Скотный двор. Кәртә-ҡураны таҙартыу. ■ [Байҙың] кәртә-ҡураһы бөтөн, йорт-йыһазы шәп, мал-тыуары куп, ти. Әкиәттән. Кемдең бесәне, кәртә-ҡураһы етешле, өйө ныҡ, кейеме ҡалын, шул кеше генә ҡыштың һыуығын белмәй. Ғ. Дәүләтшин. Ауылда шылт иткән тауыш юҡ. Ул бөтә өйҙәре, кешеләре, малдары, кәртә-ҡуралары менән тау итәгендә, ай яҡтыһында тынып ята. Һ. Дәүләтшина.
КӘРТӘЛЕ I с. диал. ҡар. буйлы I. ■ Кәртәле киндерҙән кулдәк кейҙек. Экспедиция материалдарынан.
КӘРТӘЛЕ II (Р.: с ограждением; И.: witha pole; T.: çitli) с.
Кәртәһе булған. □ С ограждением. Кәртәле баҡса.
КӘРТӘЛЕК (кәртәлеге) и.
1. ҡар. кәртә 1. И Урман арты йукәлек, уҫкәс була кәртәлек. Таҡмаҡтан.
2. ҡар. кәртә 3. И [Ғиниәтулла] тиҙ генә малдарын кәртәлеккә ҡыуҙы. С. Ильясов.
КӘРТӘЛӘНЕҮ (кәртәлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. кәртәләү I. страд, от. кәртәләү I. ■ Ауыл осондағы кәртәләнгән картуф баҡсаһын уткәс, йылға буйында уҫкән ағастар шәуләһе куренде. Я. Хамматов.
2. Яҡты ҡулса менән уратылыу (ай менән көнгә ҡарата). □ Светлое окаймление (о луне, солнце). И Ай кәртәләнһә, буран бу ла. һынамыш.
912