Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 913 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘРӘГЕНСӘ
КӘРТӘЛӘТЕҮ (кәртәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. кәртәләү I, 1. понуд. от кәртәләү I, 1. Ишек алдын кәртәләтеу.
КӘРТӘЛӘТТЕРЕҮ (кәртәләттер-) к. ҡар. кәртәләтеү.
КӘРТӘЛӘҮ I (кәртәлә-) (Р.: огораживать; И.: fence in; T.: çit ile çevirmek) ҡ.
1. Кәртә, ҡойма менән уратыу. □ Огораживать, загораживать. // Огораживание; заграждение. ■ Бынан биш-алты йыл элек кенә мәктәп бер ниндәй ихатаһыҙ һерәйеп ултыра ине. Уҡыусылар уныц тирә-яғын кәртәләнеләр ҙә мәктәп алдын йәшелләндерә башланылар. Картотека фондынан.
2. кусм. Сик ҡуйыу; сикләү. □ Ограничивать кого в чём. И Үләндәргә ҡан тамсылап ҡала арҡа буйлап сапҡан ҡамсынан, аптырашып торған кешеләрҙән кәртәләгән уны һаҡсылар. Р. Бикбаев.
3. миф. Тимрәүҙе дауалау. □ Огораживать, очерчивать (в магической медицине способ избавления от. лишая). ■ Тимрәуҙе кумер, ҡара менән кәртәләп имләйҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
КӘРТӘЛӘҮ II (Р: заграждение; И.: enclosure, fence; T: çit) и. һөйл.
Ниҙелер уратып ҡуйған кәртә. □ Заграждение. Баҫыу кәртәләуе. Кәртәләу ҡуйыу.
КӘРТӘЛӘШЕҮ (кәртәләш-) ҡ. урт. ҡар. кәртәләү I, 1. взаимн. от кәртәләү I, 1. Баҡсаны кәртәләшеу.
КӘРТӘ ТОТОУ (кәртә тот-) ҡ. ҡар. кәртәләү 1,1.
КӘРТӘ ЭЙӘҺЕ и. миф. ҡар. аҙбар эйәһе.
КӘРХАНА [фарс. jl£ ] (р: завод; И.: factory; works; T: fabrika) и. иҫк.
Сәнәғәт хужалығы, сәнәғәт тауарҙары етештергән предприятие. □ Завод; фабрика. Кәрхана төҙөу. Кәрханала эшләу.
КӘРҺЕҘ (Р: слабый; И.: weak, feeble; T: güçsüz) с.
1. Көс-ҡарыуы әҙ; көсһөҙ. □ Слабый, бессильный. ■ [Исхаҡ:] Их, ҡоҙа, ҡоҙа! Минән дә кәрһеҙ, минән дә кәм кеше юҡ инде һинецсә, ә? М. Кәрим. Сихырсылар ҡорған хәйләләрҙе дан менән йырып уткән, ә уҙҙәрен
ҡыйрата барған һәм уҫал йыртҡыстар менән ҡаһармандарса алышҡан айбарлы батыр хәҙер .. бер кәрһеҙ ҡыҙҙан ецелә, уныц алдында ҡойолоп төшә. «Ҡуҙыйкурпәс». Аҡһаҡал тоноҡ, кәрһеҙ тауыш менән ауыҙ эсенән генә йырлап ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
2. Ныҡ йоҡа кәүҙәле, хәлһеҙ; кәгез.
□ Щуплый, хилый. Кәрһеҙ кеше. Кәрһеҙ мал. Кәрһеҙ бала.
♦ Үҙе кәрһеҙ, үҙе әрһеҙ урынлы-урын-һыҙға ҡатышҡан, тартына белмәгән әрһеҙ кешегә әйтелә. □ О бесцеремонном человеке.
КӘРҺЕҘЛЕК (кәрһеҙлеге) (Р: слабость;
И.: weakness; T: güçsüzlük) и.
Кәрһеҙ булыу хәле; көсһөҙлөк. □ Слабость, бессилие. ■ Тағы ла яҙ. Йән ҡыуана, ярһый. Картлыҡ, кәрһеҙлектәр, сир-сырхауҙар туҙға яҙған буш һуҙ — төш кеуек. 3. Биишева.
КӘРҺЕҘЛӘНЕҮ (кәрһеҙлән-) (Р: слабеть; И.: weaken, grow weak; T: güçsüz olmak) ҡ.
Кәрһеҙгә әйләнеү. □ Слабеть, ослабеть, обессилевать. И Бергә юлға сыҡҡас ҡына, Рамазан Нефёдычтыц ҡапыл кәрһеҙләнеп, ҡартайып китеуенә иғтибар итте. Ә. Хәкимов.
КӘРҺӘН (Р: деревянная чаша; И.: wooden bowl; T.: keres) и. диал.
Ағас табаҡ. □ Деревянная посуда, чаша. Кәрһәндән ҡымыҙ эсеу.
КӘРШЕ (Р: кривой; И.: awry; T.: eğri) с.
1. Уралып, борош булып үҫкән (ағасҡа ҡарата). □ Кривой, искривлённый. Кәрше ағас. Кәрше утын тиҙ ярылмай. • Кәрше ағасҡа — ҡаты шына. Әйтем.
2. кусм. һөйл. Ипкә килмәҫ; тиҫкәре.
□ Упрямый. Кәрше ир.
КӘРШЕҮ (кәрше-) ҡ. диал. ҡар. кәржеү.
КӘРШӘ и. диал. ҡар. ялғаш. Кәршәлә кер йыуыу.
КӘРШӘГӘ [рус.] (Р: корчага; И.: kind of hoop net; T.: ag türü) и. һөйл.
Мурҙа һымаҡ итеп үргән балыҡ тотоу ҡоралы. □ Корчага (орудие ловли рыб).
КӘРӘГЕНСӘ (Р: в достаточной мере; И.: as is necessary; T.: yeterince);?.
30-1.0117.12
913