ҠАУҪА
Тумарланып туңған боҙ. □ Лёд с шероховатой поверхностью. Йылға өҫтө ҡауҫа булған. Ҡауҫа өҫтөндә шыуыу.
ҠАУҪА II и. диал. ҡар. ҡаулан I, 1. Ҡау-ҫаға ут ҡапҡан. Баҡсаны ҡауҫанан таҙартыу.
ҠАУҪАЛАУ (ҡауҫала-) ҡ. диал. ҡар. ҡа-уау 1. Тән ҡауҫалай. Бит тиреһе ҡауҫалап тора.
ҠАУ ТАШЛАУ (ҡау ташла-) (Р.: сбрасывать выползок, выползину; И.: shed scales; scale; T: yılanların deri değiştirmesi) ҡ.
Йыландарҙың ҡабын һалыуы. □ Сбрасывать выползок. Йыландар йылына бер нисә тапҡыр ҡауын ташлай.
ҠАУҺА (Р.: торчащий; И.: sticking out; T.: kabarık) с. диал.
Ҡапрайып торған, тырпай. □ Торчащий, взъерошенный. Ҡауһа сәс. Ҡауһа үлән. Ҡауһа итеп һалыу.
ҠАУҺАЙТЫУ (ҡауһайт-) (Р: распушить (о волосах); И.: fluff up; T: diken diken kabartmak) ҡ. диал.
1. Сәсте тырпайтып баҫтырыу, өлтәй-теү. □ Распушить (о волосах). Сәсте ҡау-һайтыу. Ҡауһайтып ҡуйыу.
2. Ниҙелер ҡапрайтып һалыу, тырпайтып баҫтырыу. □ Топорщить. Бесәнде ҡауһайтып тейәү. Ҡауһайтып ҡуйыу.
ҠАУҺАЙЫУ (ҡауһай-, ҡауһая) ҡ. диал.
1. ҡар. ҡапрайыу 1. ■ [Әйүп] ишеген асып ингәс кенә өйөндә ремонт барғаны иҫенә төштө. Һыҙырылған обой киҫәктәре, иҙән уртаһында ҡау һайып ятҡан иҫке гәзит-журнал... Т. Ғарипова.
2. ҡар. ҡупрайыу. Балалар маҡтауҙан ҡауһайып киттеләр.
ҠАУ ҺАЛЫУ (ҡау һал-) ҡ. ҡар. ҡау ташлау. ■ Яҙ көнө йылан иҫке тиреһен ҡалдырып китә. Шуны беҙҙә йылан ҡауын һалған тип әйтәләр. Р. Аҙнағолов.
ҠАУШАҠ (Р: смущающийся; И.: bashful; T: mahcup) с.
1. Тиҙ генә ҡаушап барыусан (кешегә ҡарата). □ Смущающийся, легко теряю
щийся, робкий. Ҡаушаҡ булыу. Ҡаушаҡ ҡына ҡыҙ бала. Егет кеше ҡыҙҙар алдында ҡаушаҡ була торған.
2. диал. Ныҡ тормаған, бушаҡ. □ Слабый. Ултырғыстың тояғы ҡаушаҡ. Ҡаушаҡ тештәр. Ҡаушаҡ сөй.
ҠАУШАҢҠЫРАУ (ҡаушаңҡыра-) (Р: немного смущаться; И.: be confused a little; T: mahcup olmak) ҡ.
Бер аҙ ҡаушай төшөү. □ Немного смущаться, теряться. ■ Айбикә тағы ла ҡау-шаңҡырап тупһанан үтергәме әллә боролоп китергәме, тип икеләнеп торғанда, алдағы рәттең бирге башында ултырған Алмаҡай, уны күреп ҡалып, урынынан тороп, аяҡ ослап ҡына ҡаршы килде. һ. Дәүләтшина.
ҠАУШАРЫУ (ҡаушар-) (Р: скрепить; И.: fasten; T: bağlamak) ҡ. диал.
Бергә тоташтырыу, ҡушыу, беркетеү. □ Скрепить. // Скрепление. Ҡағыҙҙарҙы ҡаушарыу. Ҡаушарып ҡуйыу. Документтарҙы ҡаушарыу.
ҠАУШАТЫУ (ҡаушат-) (Р: смущать; И.: embarrass; T: mahcup etmek) ҡ.
1. Ҡаушарға мәжбүр итеү, ҡаушарға сәбәп биреү. □ Смущать, приводить в смущение, в растерянность кого-л. // Смущение. М Мулланың һүҙе Сәғидуллинды ҡаушатыуға, уның фекер ебен юғалтыуға йүнәлтелгәйне. А. Карнай. Ҡәртә артынан ҡайтып килгән Ихсанбайҙы Мәҙинәнең ҡапыл осрауы ҡаушата төштө. Т. Ғарипова. Аҙнаевтың тел төбөн аңлаған да кеүек, ләкин ошо һиҙемләү уны [Солтановты] тағы ла нығыраҡ ҡаушата. Н. Мусин.
2. эйһ. ф. ҡар. ҡаушау, безл. от ҡаушау. Ҡеше алдында ҡаушата. Имтихан алдынан ҡаушата.
ҠАУШАУ (ҡауша-) (Р: теряться; И.: lose one’s self-possession; T: mahcup olmak) ҡ.
Ниҙәндер оялып, уңайһыҙланып йәки аптырап, ни эшләргә белмәй юғалып ҡалыу; баҙау. □ Теряться, смущаться.//Растерянность, смущение. Ҡаушап китеү. Ҡаушап тороу. Ҡаушай төшөү. М Төптәрәк йы
366