Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 369 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАУЫШЫУ ОСОШО
Ҡауырһын һауыт. Ҡауырһын тәрилкә. Ҡауырһын стакан. Ҡауырһын етештереү заводы.
ҠАУЫРҺЫН АЙҒОЛАҠЛЫЛАР (Р.: перистожаберные; И.: pterobranchs; T.: kanat solungaçlılar) и. зоол.
Диңгеҙ төбөндә ҡуҙғалмай йәшәй торған ҡауырһын формаһындағы һәрмәүестәре булған ваҡ хайуандар. □ Перистожаберные (лат. Pterobranchia). Ҡауырһын айғолаҡлылар бүленеү ысулы менән үрсей.
ҠАУЫРҺЫН ҠӘЛӘМ (Р: перо, гусиное перо; И.: goose quill; T.: tüy kalem) и. иҫк.
Ҡаҙ ҡанатынан эшләнгән ҡәләм. □ Перо, гусиное перо. ■ [Мулла] ситек ҡунысына тыҡҡан ҡауырһын ҡәләмен сығарҙы һәм, көмөш ҡараһын алыу өсөн, бер ваҡытта ла янынан ҡалдырмай торған кескәй ҡумтаһын аса башланы. К. Мәргән. Ил яҙмышы хаҡында һүҙ — хәләл, ҡулыбыҙҙа — аҡ ҡауырһын ҡәләм, йөрәк ҡаны ғына — уға тәғәм, көрәштәрҙә ҡәләм — яугир әләм! Ҡ. Аралбай.
ҠАУЫРҺЫНЛАНЫУ (ҡауырһынлан-) (Р: опериться; И.: become fully fledged; T.: tüylenmek) ҡ.
Ҡауырһынға әйләнеү, ҡауырһынлы булыу. □ Опериться, покрываться перьями. // Оперение. Бәпкәләрҙең йөндәре ҡауырһынланып бара. Июнь айында ҡошсоҡтар ҡауырһынлана башлай.
ҠАУЫРҺЫНЛЫ (Р: перистый; И.: pinnate; T.: tüylü) с.
Ҡауырһыны булған, ҡауырһын менән ҡапланған. □ Перистый. Ҡауырһынлы ҡанаттар. ■ [Мөншөгөрҙөң] муйыны оҙон ҡауырһынлы булғанға, йыуан күренә. Интернет селтәренән.
ҠАУЫШТЫРЫУ (ҡауыштыр-) ҡ. йөҡм. ҡар. ҡауышыу, понуд. от ҡауышыу. К Алдарҙы ауыр, үлемесле яу юлдарына алып сыҡҡан, оло мөхәббәте менән дә ҡауыштырған, уны ысын ир иткән йыл да артта ҡалды. Н. Мусин. Йәшләй генә йәшкә, ҡәләм ҡашҡа, эй Хоҙайым, мине ҡауыштыр. Халыҡ
йырынан. Ҡыҙыл флагын элгән караптар батыр диңгеҙ һаҡсыларын диңгеҙҙәр аша сит илдәге ярлы йәштәр менән ҡауыштырҙы. Б. Ишемғол.
ҠАУЫШЫУ (ҡауыш-) (Р: встречаться; И.: meet, make a close approach to; T.: kavuşmak) ҡ.
1. Үҙ-ара тап килешеү, осрашыу, табышыу. □ Встречаться, сближаться; быть в близких отношениях. // Встреча. И Мөһабәт ер наҙлы таң менән ҡауышыу сәғәтен көтә. 3. Биишева. Саҡ менән Суҡтың ҡауышыуға өмөт өҙмәй, һаман бер-береһенә тауыш биреүҙәре, уларҙың мәңге арымауы мине һоҡландыра. Ш. Янбаев.
2. Ирле-ҡатынлы булыу, өйләнешеп ҡушылыу. □ Вступать в брак, сходиться, соединяться. // Вступление в брак. Ҡауышыу сәғәте. М Мәрхүм Тарифулла ағайың менән дә ошондай ҡиәмәт заманда ҡауышҡайныҡ. Тәүге герман һуғышы сыҡҡан йыл ине, — тип уйсан төҫтә һөйләп китте Мәстүрә ҡарсыҡ. Ә. Хәкимов. Бер-береһен электән белеп, яратышып ҡауышҡанғамылыр, улар татыу булды. Ғәбиҙә — Мөхәммәтсәлимде, Мөхәммәтсәлим — Ғәбиҙәне аңланы һәм ошоғаса бер-береһенә ҡырын күҙ менән ҡарағандары ла булманы. Я. Хамматов.
3. Иркәк мал, йәнлек, ата ҡош-ҡорт һ. б. орғасы, инә менән үҙ-ара ҡушылыу. □ Скрещиваться, спариваться. Ҡауышыу ваҡыты. Эттәр ҡауышыу ы. Бал ҡорттарының ҡауышыу осоро.
ҠАУЫШЫУ ОСОРО (Р: брачный период; И.: breeding period; T.: üreme mevsimi) и. зоол.
Хайуандарҙа, билдәле ваҡытта, ата һәм инә заттарҙың ҡауышыу һәм аталаныу осоро. □ Брачный период. Яҙ көнө күп кенә йәнлектәрҙең ҡауышыу осоро башлана. Һарыҡтарҙың ҡауышыу осоро көҙ була.
ҠАУЫШЫУ ОСОШО (Р: брачный полёт; И.: breeding flight; T.: çiftleşme uçuşu) и. зоол.
369