ҠАҺАРМАНЛЫҠ КҮРҺӘТЕҮ
ҠАХУЛ II [рус. хохол] и. диал. ҡар. хохол. Ҡахул егете. Ҡахул кешеһе.
ҠАХУЛЛЫ (Р.: хохлатый (о птицах)', И.: crested; T.: tepeli) и. диал.
Башында өлтөгө булған; өлтөклө. □ Хохлатый (о птицах). Ҡахуллы тауыҡ. Ҡахуллы себеш.
ҠАХЫЛДАУ (ҡахылда-) (Р: сильно кашлять; И.: cough heavily; T.: öksürmek) ҡ.
Тамаҡ төбө менән ныҡ йүткереү. □ Сильно кашлять. Ҡахылдап йүткереү. Оҙаҡ ҡахылдау. Тауышы ҡахылдап сыҡты.
ҠАХЫТ [ғәр. -^| (Р.: неурожай; И.: bad, poor crops; T.: kaht) и. иҫк.
Яуым-төшөм булмаған хәл; ҡоролоҡ.
□ Неурожай, засуха, голод. / Неурожайный, засушливый, голодный. Ҡахыт йыл. Былтыр ҡахыт булды. Ҡахыт килде.
ҠАҺАР [ғәр. jW* ‘ҡөҙрәтле’] (Р.: огромный; И.: huge; T.: muazzam) с. диал.
Бик ҙур. □ Огромный. Ҡаһар кеше. Ҡаһар бүре. Ҡаһар булыу.
ҠАҺАРҘАЙ (Р: здоровенный; И.: very strong; robust; T.: kocaman) с. диал.
Бик ҙур, әзмәүерҙәй (кәүҙәгә ҡарата).
□ Здоровенный. Ҡаһарҙай үҫкән бала. Ҡа-һарҙай хәҙер йәштәр.
ҠАҺАРМАН I [ғәр. û^] (Р: герой; И.: hero; T.: kahraman) и.
Ҡыйыу йөрәкле кеше; батыр. □ Герой. Ватан һуғышы ҡаһарманы. Хеҙмәт ҡаһарманы.
■ Ырыҫҡол тәрән уйға төштө. «Эх, ҡайҙа булды икән элекке ир арыҫландары? — тип бошондо. — Яурын терәр түгел, терһәк таяныр ҡаһармандар ҡалманы түгелме һуц?» 3. Ураҡсин. Салауат батырҙан алабыҙ дәрт-дарман, беҙ һиңә оҡшарбыҙ, Салауат ҡаһарман! Г. Ситдиҡова.
ҠАҺАРМАН II (Р: геройский; И.: heroic; T.: kahramanca) с.
Ҡурҡыу белмәгән, ҡыйыулығы менән танылған. □ Геройский, мужественный, отважный. Ҡаһарман кеше. Ҡаһарман яугир.
■ Ул сыҙай. Шулай ҡаһарман йөрәкле Әсмә, шулай тоғро, шулай берәгәй! Г. Яҡупова.
Ташбулат ауылында тыуып-үҫкән ҡаһарман егеттец күҙҙәре үткер, ҡулдары көслө була, әммә, иц мөһиме, ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге менән айырылып тора ул. «Осҡон», 13 сентябрь 2012.
ҠАҺАРМАНДАРСА (Р: героически; И.: heroically; T: kahramanca) р.
Ҡаһармандарға хас булғанса; батырҙарса. □ Героически. Ҡаһармандарса көрәшеү. Ҡаһармандарса һәләк булыу. ■ Сихырсылар ҡорған хәйләләрҙе дан менән йырып үткән, ә үҙҙәрен ҡыйрата барған һәм уҫал йыртҡыстар менән ҡаһармандарса алышҡан айбарлы батыр хәҙер .. бер ҡыҙҙан ецелә, уның алдында ҡойолоп төшә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Башҡорт азаматтары] ҡырталашып, һис йән-ял белмәй, атайсалды ҡурғып, ҡаһармандарса һуғыша-һу-ғыша ҡырылғандар. Ғ. Ибраһимов.
ҠАҺАРМАНЛЫҠ (ҡаһарманлығы) (Р: героизм; И.: heroism; T.: kahramanlık) и.
Ҡаһарман булыу сифаты; батырлыҡ. □ Героизм, геройство, мужество, отвага, подвиг. ■ Маянһылыу батыры артынан тау башына барып ҡарап тормаһа, был ҡаһарманлыҡ Ҡуҙыйкүрпәстец баҫалҡылығы арҡаһында билдәле лә булмаҫ ине. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Хәрби дан музейының] хеҙмәткәрҙәре иңенә республиканың героик хәрби үткәнен һаҡлау һәм пропагандалау, граждандарҙы ата-бабаларыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы өлгөһөндә тәрбиәләү буйынса яуаплы бурыс йөкмәтелде. «Йәшлек», 18 май 2010. Ҡаһарманлыҡ менән илһөйәрлекте бергә туҡып бик тә сифатлы эшләнгән ике спектакле менән ул [Ильяс] үҙен тиҙ арала һәр йәһәттән раҫланы. Г. Ғиззәтуллина. Алайҙар бер ваҡытта ла сигенеүҙе белмәне, һәр саҡ уларға ҡаһарманлыҡ хас булды. Ғ. Ибраһимов.
ҠАҺАРМАНЛЫҠ КҮРҺӘТЕҮ (ҡаһарманлыҡ күрһәт-) (Р: проявлять героизм; И.: display, show heroism; T.: kahramanlık göstermek) ҡ.
371