ҠАҺАРМАНЛЫҠ ҠЫЛЫУ
Ҡаһармандарға хас булғанса батырлыҡ эшләү. □ Проявлять героизм. ■ «Башҡорт полкы», ифрат ҙур ҡаһарманлыҡтар күрһәтеп, Курск дуғаһындағы тамуҡ утынан янмай сыҡты. С. Поварисов.
ҠАҺАРМАНЛЫҠ ҠЫЛЫУ (ҡаһарманлыҡ ҡыл-) ҡ. ҡар. ҡаһарманлыҡ күрһәтеү. ■ Әхмәтзәки йәшәгән төбәк, ғөмүмән, бай тарихлы булған, тарихҡа инеп ҡалырлыҡ ҡаһарманлыҡ ҡылған шәхестәре менән маҡтана алған. «Ағиҙел», № 9, 2010.
ҠАҺАРМАНЛЫҠ ЭШЛӘҮ (ҡаһарманлыҡ эшлә-) ҡ. ҡар. ҡаһарманлыҡ күрһәтеү. Ил азатлығы өсөн ҡаһарманлыҡ эшләү. Тыуған ил өсөн ҡаһарманлыҡ эшләү. Ватан алдында ҡаһарманлыҡ эшләү.
ҠАҺ БОРСАҒЫ и. бот. диал. ҡар. бағыр үләне. Ҡаһ борсағы ағыулы үләндәр рәтенә инә.
ҠАҺИР I [ғәр. ja15] (Р/ угнетающий; И.: oppressive; Т.: каһһаг) с. иҫк. кит.
1. Йәберләүсе, иҙеүсе. □ Угнетающий, принуждающий. Ҡаһир булыу. Ҡаһир язалары.
2. Көрәштә еңеп сығыусы, өҫтөн булыусы. □ Побеждающий, сильный; господствующий. Ҡаһир батыр. Ҡаһир батша. Ҡаһир ир.
ҠАҺ-ҠАҺ (Р.: кха-кха; И.: imitative word for coughing; T.: kahkaha) оҡш.
Тамаҡ төбө менән көлгәндә йәки ныҡ йүткергәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ.
□ Кха-кха (подражание громкому смеху или сильному кашлю). Ҡаһ-ҡаһ килеү. ■ Алһыу һаташып уянды. Үҙе ҡаһ-ҡаһ йүтәлләй, ыңғыраша. Ғ. Ибраһимов.
ҠАҺҠАҺА I (Р.: Кахкаха; И.: evil force image in Baskir epos; T.: Kahkaha) и. фольк.
(баш хәреф менән) Башҡорт ҡобайырында дейеү, ҡара көс, яман зат; Ҡәһҡәһә.
□ Кахкаха (див, злой мифический персонаж). Дейеү Ҡаһҡаһа. Ҡаһҡаһа менән Шүлгән.
ҠАҺҠАҺА II (Р: хохот; И.: guffaw; Т: kahkaha) и.
Ныҡ шарҡылдап көлгән тауыш. □ Хохот, громкий смех; саркастический громкий смех. Алыҫта кәрләнең ҡаһҡаһаһы яңғырай.
ҠАҺҠАҺАЛАУ (ҡаһҡаһала-) (Р.: сильно хохотать; И.: roar with laughter; T: kahkaha atmak) ҡ.
Көслө шарҡылдау. □ Сильно хохотать. Ҡаһҡаһалап көлөп ебәреү. М [Кешеләр] иҫкелек еҫен тамам бөтөрөү йәһәтенән Мулла абзый ултыртҡан алмағастарҙы ла, төбө-тамыры менән һурып алып бөтөрөп, ҡаһҡаһалап көлә-көлә яндыралар. С. Поварисов.
ҠАҺНА (Р: полка для посуды; И.: shelf for dishes; T.: kaplar rafı) и. диал.
Һауыт-Һаба өсөн кәштә. □ Полка для посуды. Ҡаһнаға һауыттарҙы ҡуйыу. Ҡаһна эшләү.
ҠАҺ СЕБЕКӘЙЕ и. диал. ҡар. ҡаҙ бәпкәһе. Ҡаһ себекәйе ҡарау. Ҡаһ себекәйе һатып алыу. Ҡаһ себекәйе үрсетеү.
ҠАҺҮӘ [ғәр. W] и. ҡар. ҡәһүә. Ҡаһуә эсеү. Ҡаһуә ҡайнатыу. Ҡаһуә һатып алыу. Ҡаһуә тарттырыу. Ҡаһуә һауыты. ■ Көнөнә бер-ике сынаяҡ ҡаһуә эсеү бауырҙы төрлө зарарланыуҙан һаҡлай. Интернет селтәренән.
ҠАҺҮӘХАНА [ғәр. + фарс. и. ҡар. ҡәһүәхана. Ҡаһуәханаға йөрөү. Ҡаһуә-ханала булыу. Ҡаһуәханаға саҡырыу.
ҠАҺҮӘ ТАРТҠЫС и. ҡар. ҡәһүә тартҡыс. Ҡаһуә тартҡыс һатып алыу.
ҠАҺҺАР [ғәр.Л*] (Р: угнетатель; И.: oppressor; Т: каһһаг) и. иҫк. кит.
Иҙеүсе, йәберләүсе, залим. □ Угнетатель. ■ Таштым, шаштым, ҡуптым тулҡындай; әле ғаффар булып, әле ҡаһһар. Ш. Бабич.
ҠАҺЫЛАЙ а. һөйл. ҡар. ҡалай III. Ҡа-һылай шәп булды әле.
ҠАҺЫНДЫҠ (ҡаһындығы) и. диал. ҡар. ҡаһна. Ҡаһындыкты төҙәтеү. Каһындыҡҡа ҡуйыу.
ҠАШ I (Р: бровь; И.: eyebrow; T.: kaş) и.
372