ҠАШ
1. анат. Күҙ ҡабағының өҫтөндә һыҙылып үҫкән төк. □ Бровь. / Бровный. Ҡалын ҡаш. Ҡара ҡаш. Ҡәләм ҡаш. Дуға ҡаш. ■ Тышта куҙ асҡыһыҙ епшек, һырма буран. Уның лапалай эре бөртөктәре куҙгә, ҡашҡа, ауыҙ, моронға йәбешеп, уның аҫтында ҡалған кешене, хайуанды эшлектән сығара. Ғ. Дәүләтшин, һыҙылып төшкән нәҙек тылсым ҡашҡа ай нурҙары яуып һырышҡан, әллә ынйы, яҡут, әллә башҡа теҙелеп төшкән тештәр бер төптән. Ш. Бабич. Ҡуңыр һылыу, ҡыйғас ҡаш, эйәк-бите уйылған, һул битенең уртаһы куҙ ҡаралай миңләнгән. «Урал батыр». Ҡыҙ баланың ҡашы ҡыйғас булһын, тип, сабый сағында ҡашын тинлек аҡса менән һыҙалар. Экспедиция материалдарынан. • Тауҙың курке — таш, ҡыҙҙың курке — ҡаш. Әйтем. Ғәйрәт — ир менән атта, матурлыҡ — куҙ менән ҡашта. Әйтем. Катын-ҡыҙ курке — сәс тә ҡаш, ирҙәр курке — мыйыҡ та һаҡал. Әйтем. Баш киткәндә, ҡаш ҡайғыһы булмай. Әйтем. Бәлә — баш өҫтөндә, ҡаза — ҡаш өҫтөндә. Әйтем.
2. Тәҙрә, ишек һымаҡ нәмәләрҙең өҫтөнә эске йәки тышҡы яҡтан буй ҡуйылған йоҡа таҡта. □ Карниз. Ҡыйыҡ ҡашы. Мейес ҡашы. Я Байрам бөгөн тәҙрә ҡаштарында: кугәрсендәр гөрләп ҡыуана. Ә. Атнабаев.
3. Эйәрҙең алдан һәм арттан дуғаланып ҡалҡып торған өлөшө. □ Лука (седла). Я Ҡаҙаҡтарҙың алдынан батыры килә, ти. Эйәренең ҡашы шундай ҙур булған, хатта батыр уҡ, һөңгөнән ышыҡланып килә, ти. Легенданан. Бузәкәев кантон эйәренең алтынлатҡан икән уң ҡашын. Халыҡ йырынан. Арыш араһынан залп бирҙеләр. Ҡемдер ҡысҡырып ебәрҙе һәм эйәр ҡашына ауҙы. Ә. Ихсан. [Һомай — Шулгәнгә:] Эйәренең ҡашынан булат ҡылысын алалһаң, шундай батыр булалһаң — Буҙым буләк ҡылайым; атама әйтеп туй яһап, уҙеңә йәр булайым. «Урал батыр». Эйәренең ҡашына алмас ҡылыс тағылған, ҡылысының ҡынына алтын, көмөш яғылған. Ҡобайырҙан.
4. Йөҙөк, беләҙек, ҡаптырма кеүек нәмәләргә биҙәү өсөн ҡуйылған аҫыл таш йәки затлы металл киҫәге. □ Драгоценный камень или металл (вставляемый в перстень, браслет и т. п.). Фирузә ҡаш. Я Алмас тимер менән яҙалар икән көмөш йөҙөктәрҙең ҡаштарын. Халыҡ йырынан. Тормош тугел таҡҡан алтын алҡа, тормош тугел ҡуйған йөҙөк ҡаш. Д. Юлтый. • Йөҙөк ҡашы ҙур булмай. Әйтем. Яҡшы кеше — муйынсаҡ ҡашы, яман кеше — мунса ташы. Әйтем. Аҡыҡ — йөҙөк ҡашы, жәузә — яҙҙың башы. Әйтем. Алтын таш ҡаш булмаҫ, алабута аш булмаҫ, дошман яуҙа иш булмаҫ. Әйтем. Фәлән ерҙәге фирузә таш йөҙөккә ҡаш була алмай. Әйтем.
♦ Аш биреп, ҡаш сөйөп тороу хөрмәт күрһәтеү. □ Оказывать уважение, почитать. Йөҙөк ҡашы урынына йөрөү бик ҡәҙерле, хөрмәтле булыу. □ Быть уважаемым, почитаемым. Я Хәҙер Мырҙаш байыған, .. халыҡ алдында йөҙөк ҡашы урынына йөрөй. Д. Юлтый. Күҙ ҙә ҡаш <булып> көтөү ныҡ зарығып көтөү. □ Очень ждать, проглядеть глаза. Я Хәйҙәр .. ауылға почта килгәнен куҙ ҙә ҡаш көтөп алды. М. Тажи. Күҙ менән ҡаш араһында бик тиҙ арала. □ Тут же, в одно мгновение. Куҙ менән ҡаш араһында юҡ булыу. Куҙ менән ҡаш араһында барып ҡайтыу. Я Заһитов-тың улы юғалды. Куҙ менән ҡаш араһында ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Н. Мусин. Мәсем хандың ҡыҙы куҙ менән ҡаш араһында ғәйеп булды. «Аҡбуҙат». • Әжәл куҙ менән ҡаш араһында ғына торор. Әйтем. Күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек бик ҡәҙерле (кешегә ҡарата). □ Как зеница ока, очень дорогой. Я Вәхитте ата-әсәһе, куҙ өҫтөндәге ҡаш кеуек, ҡәҙерләп ҡаршы алды. М. Ғафури. Ҡаш аҫтынан ҡарау һынсыл ҡараш ташлау. □ Смотреть исподлобья. Я Каш аҫтынан Ниғмәтуллаға асыу менән һөҙөп ҡараны ла Гөльямал, башын һелкте. Я. Хамматов. Ҡаш биреү кешегә яҡты йөҙ күрһәтеү. □ Оказать любезность. Я Ашын
373